Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
20 Май 2022, 14:54

Сәләмәт йәшәү рәүеше алып баралар

Әғзәмовтарҙың ғаилә архивынан.
Фото:Әғзәмовтарҙың ғаилә архивынан.

Хәҙер күптәр бик теләп шөғөлләнгән карате һүҙе  япон теленән алынған, ул  “буш ҡул” тигән мәғәнәне аңлата. Был  термин XVIII быуатта әйләнешкә индерелә.

Билдәле карате оҫтаһы һәм уны популярлаштырыу­сы, 1868 – 1957 йылдарҙа йәшәгән Гичин Фунакоси  түбәндәге фекерен әйтеп ҡалдырған: “Карате уҡыу­сыһы, осраған бөтә нәмәгә лайыҡлы яуап бирергә тырышып, үҙен эгоизмдан һәм яманлыҡтан азат итергә тейеш”. Бына ошондай прин­цип­тарға спортсылар әле лә тоғро, тиһәк, һис хата булмаҫ.

Күптән түгел Өфө ҡала­һының Ленин районында Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллы­ғына арналған бөтә стиль карате ярыштарында  үлсә­мендә  уның “Mix-Wrestling”,  “CAFÉ Combat” төрҙә­рендә 14-15 йәшлектәр араһында 66 килограмға тиклем ауырлыҡ Илнар Әғзәмов беренсе урынды яуланы. Ә уның бер  туған ҡустыһы Азамат ошо уҡ спорт төрҙәрендә икенсе-өсөнсө урындарға сыҡты.

Әйткәндәй, Өфө егете Илнарҙың тәүге уңышы түгел был. Быйыл февралдә “Йәш яугир” республика бөтә стиль карате һәм хәрби алыш турнирында еңеү яулағайны, үткән йыл аҙа­ғында Өфөлә ойошторолған XVII Халыҡ-ара хәрби сәнғәт форумында – икенсе, Бөтә Рәсәй бөтә стиль карате ярыштарында өсөнсө урынға сыҡҡайны.

Илнар менән Азамат Әғзәмовтар баш ҡалалағы “Катана” клубында шөғөл­ләнә. Бынан тыш, ҡышын саңғы шыуырға, йәйен футбол уйнарға, йүгерергә әүәҫтәр. Әйткәндәй, быйыл малайҙарҙың ата-әсәһе  – Сиражия менән Сәғит Әғзә­мовтар ғаиләһе – ҡыш­ҡы саңғы спортында әүҙем ҡат­нашҡандары өсөн Бөтә Рәсәй Мәғариф профсою­зының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булғайны. Күп балалы татыу ғаиләлә үҫкән ҡыҙ­ҙар Фидалия менән Самира ла туғандары кеүек спорт менән шөғөлләнергә тырыша. Шулай итеп, ғаилә­лә бәләкәйҙән спортҡа һө­йөү, сәләмәт тормош алып ба­рыуға ынтылыш тәрбиә­ләнә.

Айһылыу НИЗАМОВА

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: