Кисә Халыҡ-ара спорт көрәше көнө билдәләнде. Борон-борондан үҙенең көрәшселәре менән дан тотҡан Башҡортостан өсөн был бик матур байрам. Ғөмүмән, республикала һуңғы йылдарҙа көрәшкә ҙур иғтибар бүленә башланы. Мәктәптәрҙә секциялар асыла, Өфөлә иһә гөрләтеп Көрәш һарайы төҙөйҙәр. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына тип төҙөлгән был объекттың амбассадоры – Башҡортостандың спорт көрәше буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбе директоры Александр Николаевич Григорьев.
Ул ундан ашыу спорт мастерын әҙерләгән, ә мастерлыҡҡа кандидаттар һаны 40 кешегә етә. Уның тырыш хеҙмәте бихисап дәүләт наградалары менән баһаланған. Улар араһында Халыҡтар дуҫлығы ордены, “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, Башҡортостан Башлығының Почет грамотаһы, “Башҡортостандың 100 йыллығы” юбилей миҙалы бар. Шулай уҡ Александр Григорьев республика етәксеһе Радий Хәбировтың беренсе тренеры ла булып тора.
Көрәшселәр был көндө нисек билдәләй икән? Ошо турала Александр Николаевич Башҡортостан юлдаш телеканалына бәләкәй генә интервьюһында һөйләне.
– Ҡағиҙә булараҡ, был көндө көрәшселәр йә ярыштарҙа үткәрә, йә спорт залында күнекмәләр ойошторола. Һәр кемдең үҙ залы. Тик шулай билдәләйбеҙ.
– Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда көрәш бик йылдам үҫешә башланы. Һәм мөһим темаларҙың береһе – Көрәш һарайын төҙөү. Һеҙ уны нисек көтәһегеҙ? Уның төҙөлөүе беҙҙең республикаға нимә бирер?
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, беҙ был үҙәктең төҙөлөүен әллә ҡасандан көтәбеҙ. Бәлки, элегерәк ул планда был тиклем ҙур булмағандыр. 2006-2008 йылдарҙа, Радий Хәбиров Мортаза Рәхимов янында эшләгән ваҡытта, пландар буйынса ул бәләкәйерәк булырға тейеш ине. Хәҙер иһә, ниһайәт, хыялдар тормошҡа аша башланы. Беҙ үҙебеҙҙең йортобоҙ буласаҡ һарайҙы, үҙебеҙҙең спорт залдарын һәм ярыштар үткәреү өсөн урын көтәбеҙ. Унда халыҡ-ара кимәлдәге саралар ҙа ойоштороп буласаҡ. Күнекмәләр өсөн дә бик яҡшы шарттар, заманса халыҡ-ара стандарттарға тура киләсәк. Ул бөтәһенә лә оҡшар тип ышанабыҙ. Уның тиҙерәк төҙөлөп бөтөүен бик ныҡ көтәбеҙ.
– Һеҙҙеңсә Башҡортостанда көрәш нисек үҫешә? Балалар, үҫмерҙәр араһында нисек? Перспективалы балалар бармы? Республика буйынса көрәш үҫешенең географияһы нисек?
– Көрәш үҫешә, уны яраталар. Ул беҙҙең милли уйын төрөбөҙ ҙә бит. Балалар күп, теләп йөрөй. Проблема шунда, тренерҙар өлкәнәйгән. Һәр хәлдә Өфөлә шундай хәл күҙәтелә. Сәбәбе – бәләкәй эш хаҡы. Был беҙҙең проблема. Радий Фәрит улы Мәскәүҙәге бер форумда был теманы күтәргәйне лә, тик проблема әле һаман ҡала килә. Тик барыбер балалар шөғөлләнергә теләй, киләләр. Башҡортостанда совет осоро менән сағыштырғанда яңы урындар барлыҡҡа килде тип әйтә алмайым. Әммә электән был спортты яратҡан төбәктәр – Өфө, Октябрьский, Белорет, Нефтекама, Күмертау һаман әүҙем үҫешә. Ә бына Ишембай менән Салауатта әҙерәк һүлпәнлек тойола башланы кеүек. Тренерҙар эшләй, уларға ярҙам итәбеҙ һәм унда ла барыһы ла яйға һалынып китер тип ышанабыҙ. Һуңғы ваҡытта Сибайҙа, Бәләбәйҙә үҫешә башланы. Тәү сиратта кадр мәсьәләһе һәм эш хаҡы.
Фото: wrest-school.bash.sportsng.ru