Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Июнь 2022, 22:31

Әйҙә, иртән йүгерәйек

gorodokboxing.com
Фото:gorodokboxing.com

Әйтегеҙ әле, кем бала сағында туп менән уйнамаған да йүгереп-һикермәгән?! Был ваҡытта бер кем дә ошо ябай ғына уйын-шөғөлдөң файҙаһы хаҡында уйлап ҡарамағандыр, моғайын.

Был ике шөғөл дә, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, һаулыҡ өсөн бик файҙалы, сөнки ошо хәрәкәттәр мәлендә мус­кулдарҙың барыһы ла эшкә “егелә”. Бынан тыш, улар ке­шенең аҡыл һәләтенә лә ыңғай йоғонто яһай, шуға даими йү­гереү, һикереү менән шөғөл­ләнгән баланың уҡыуы ла яҡшыра икән. Йүгергән ваҡытта организмдың күҙәнәктәре кислород менән тулылана, өҫтә­үенә төрлө шлактарҙан арына.

Спорттың был төрө менән балалар ҙа, ололар ҙа даими шөғөлләнә ала, әммә иртәнге йүгереүгә бер ни етмәй! Был осраҡта организм өсөн әллә күпме көс-ҡеүәт, дәрт алына.

Йыш ҡына: “Борон кеше­ләрҙең сәләмәтлеге ныҡ бул­ған”, – тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Уйлап ҡараһаң, бының сәбәп­тәре ябай ғына: ул осор балалары телефон, компьютер һәм башҡа  заман техникаһы менән ваҡыт уҙғармаған, туп типкән, һикергән, йүгергән...

Шулай итеп, заман алға барып, технологиялар менән байытылһа ла, элекке кеүек физик күнекмәләр көнүҙәклеген юғалтмай.

-  Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас: