Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
27 Декабрь 2022, 20:30

"ЙЫЛДЫҢ ТУРИСТИК ВАҠИҒАҺЫ": Киләсәк быуынға аҫыл мираҫ

Шүлгәнташ илдең мәҙәни, фәнни һәм тарихи үҙәгенә әүерелер.

"ЙЫЛДЫҢ ТУРИСТИК ВАҠИҒАҺЫ": Киләсәк быуынға аҫыл мираҫ
"ЙЫЛДЫҢ ТУРИСТИК ВАҠИҒАҺЫ": Киләсәк быуынға аҫыл мираҫ

Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” мәмерйәһе тураһында Башҡортостандың йөрәге, республикабыҙҙың ынйыһы тигән һүҙҙәрҙе ишетергә мөмкин. Был йәй районда “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы асылыуы республика ғына түгел, илебеҙ өсөн дә мөһим сара булып торҙо һәм ул "Йылдың туристик ваҡиғаһы" номинацияһында билдәләнде.

Морат туғайы биләмәһендә, Шүлгәнташ мәмерйәһенән ике километр алыҫлыҡта урынлашҡан был комплексты төҙөү 2018 йылда башланғайны. Дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метрға етә.  Ул заманса Европа стилендә булдырылған, Шове, Ласко, Монтиньяк музейҙарының тәжрибәһе ҡулланылған. Үҙ эсенә ете тематик блокты индергән: “Таймлайн”, “Медиазал”, “Ҡаяға һүрәт төшөрөү сәнғәте”, “Археология”, “Тәбиғи-ғилми”, “Һаҡлау”, “Урал батыр эпосы”. Музейҙағы төп экспонат – мәмерйәнең боронғо ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәренең йыйылма репродукцияһы. Уны махсус заказ буйынса француз ғалимдары әҙерләгән. Залдарҙа теләгән һәр кем боронғо рәссамдар эшен ҡарай ала.  

Бөрйәндәге музей комплексын асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашып, яңы күп функциялы учреждениеның республикала ғилми һәм туристик инфраструктураны үҫтереүҙәге әһәмиәте тураһында әйтте.

– Был музейҙы оҙаҡ һәм ентекле төҙөнөк. Уны булдырғанда ата-бабаларыбыҙҙың тарихи, мәҙәни аманаты менән һәр кем таныша алыуын маҡсат итеп ҡуйҙыҡ, - тине ул.

Шулай уҡ был тантанала Рәсәй Федерация Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев, Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев, илдең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев ҡатнашты. Сара БДБ тарафынан иғлан ителгән, Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылы башланыуы сиктәрендә үтте.

Радий Фәрит улы ҡунаҡтарға Шүлгәнташ мәмерйәһенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. “Беҙ бында кешелек цивилизацияһы барлыҡҡа килеү үҙәге булған тип иҫәпләйбеҙ. Мәмерйә “Аҡбуҙат”, “Урал батыр” кеүек боронғо эпостар менән дә тығыҙ бәйле. Беҙҙең өсөн ул республикабыҙҙың йөрәге һәм күңеле”, – тине ул. Шулай уҡ музей комплексының төбәк өсөн яңы мөмкинлектәр асырын да иғтибарға алды.

- Беҙ әле Шүлгәнташ мәмерйәһенең барлыҡ серҙәрен дә асып бөтмәнек. Ул ғилми ҡараш талап итә торған эш. Музейҙа, экспозиция өлөшөнән тыш, лабораториялар ҙа бар, унда төрлө тикшеренеүҙәр уҙғарыласаҡ. Ғөмүмән, “Шүлгәнташ” – күңел асыу объекты ғына түгел, ә фән, мәҙәниәт, тарихты өйрәнеү үҙәге лә, - тине республика етәксеһе. 

Билдәле булыуынса, мәмерйәнең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре галереяһын 1959 йылда ғалим Александр Рюмин асҡан. Яңы музейҙың илдең тарихи, мәҙәни, ғилми үҙәге булырына ышаныс ҙур.

Рәсәй Федерацияһы Советы рәйесе урынбаҫары Константин Косачев билдәләүенсә, яңы музей кеше менән тирә-яҡ мөхиттең гармоник берләшеүен сағылдыра.

Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев был ваҡиғаның ил өсөн дә әһәмиәтле булыуын билдәләне. Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылының ҙур сараларын үткәреүҙә беҙҙең республиканы төп төбәге итергә тигән тәҡдим яһаны.

Билдәле булыуынса, Шүлгәнташ мәмерйәһе биләмәһе илебеҙҙең күп ғалимдарының иғтибарын йәлеп итә. Бынан тыш, уның эске туризм өсөн дә бик яҡшы объект икәне билдәле.

Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьевтың фекере лә уйландырырлыҡ: "Тарихи хәтер – беҙҙе халыҡ итә торған һыҙат. Ата-бабалар, еребеҙ, тарих һәм йолалар тураһындағы хәтер берҙәмлегебеҙҙе нығыта. Беҙ был ерҙә ғилми-белем биреү үҫеше йәһәтенән ҙур потенциал күрәбеҙ", - тине ул.

“Шүлгәнташ” музей комплексы асылыуы тәү сиратта мираҫыбыҙға ихтирамлы мөнәсәбәтте сағылдыра.   

Фото: "Башинформ".

"ЙЫЛДЫҢ ТУРИСТИК ВАҠИҒАҺЫ": Киләсәк быуынға аҫыл мираҫ
"ЙЫЛДЫҢ ТУРИСТИК ВАҠИҒАҺЫ": Киләсәк быуынға аҫыл мираҫ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: