Спорттың ябай өлкә түгел, ә милли мөнәсәбәттәргә, эшлекле даирәгә, ижтимағи мөхиткә, ғөмүмән, йәшәйешебеҙгә ыңғай йоғонто яһаған үҙенә күрә бер ҡеүәтле көс икәнлеген һәммәбеҙ белә. Өҫтәүенә, спорт һәр саҡ беренсе булырға, үҙ-үҙеңә ышанырға һәм ысын шәхес тәрбиәләргә ярҙам итә. Был иһә – һәммәһе өсөн мөһим һыҙаттарҙың береһе. Хәҙер физик культура һәм спорт менән шөғөлләнмәгән, төрлө эстафеталарҙа ҡатнашмаған кеше бик һирәк. Тап ошондай саралар барыбыҙҙы ла сәләмәт тормош алып барырға өндәй.
Тағы шуны билдәләп үтергә кәрәк: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда спортҡа мөнәсәбәт яҡшырғандан-яҡшыра, төрлө спорт объекттары барлыҡҡа килә. Бөтә Рәсәй “Спорт менән йәшәйем” форумында, мәҫәлән, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәге илебеҙҙең иң яҡшы спорт ҡоролмаһы тип танылды. 2024 йылға тиклем барлыҡ район үҙәктәрен бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Уларҙа буласаҡ чемпиондар әҙерләнәсәк, балаларҙың һаулығы нығытыласаҡ.
– Донъя кимәлендәге спорт сараларының Башҡортостанда үткәрелеүе барлыҡ спорт һөйөүселәрҙең, көйәрмәндәрҙең иғтибарын республикаға йүнәлтә. Өфөлә йәш үҫмерҙәр араһында ойошторолған Көрәш буйынса донъя беренселегендә дөйөм команда иҫәбе буйынса Рәсәй еңеү яуланы – спортсыларыбыҙ туғыҙ алтын, ике көмөш һәм һигеҙ бронза миҙалға лайыҡ булды. Шуныһы үҙенсәлекле: бындай донъя беренселеге илебеҙҙә беренсе тапҡыр ойошторолдо. Токио ҡалаһында үткәрелгән ХХХII йәйге Олимпия уйындарында республикабыҙҙан биш спортсы – Аделина Заһиҙуллина, Тимур Сафин, Алһыу Минәжева, Александр Сергеев һәм Варвара Баранова – үҙ көсөн һынап ҡараны. Яҡташтарыбыҙ фехтование буйынса уңышлы сығыш яһаны. Әйткәндәй, беҙҙә был спорт төрө менән меңгә яҡын бала шөғөлләнә. Фехтование бигерәк тә Өфө һәм Нефтекама ҡалаларында үҫешкән. Олимпиадала, фехтование буйынса ярыштарҙа, Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендә олимпия чемпионы тип танылған Аделина Заһиҙуллина – Дуҫлыҡ орденына, ә көмөш миҙал хужаһы Тимур Сафин I дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орденының миҙалына лайыҡ булған ине.
Шулай итеп, спорт йәшәү рәүешен билдәләй, сәләмәт тормош алып барыуға өндәй. Ә һәр спортсыға төрлө ярыш-бәйгеләрҙә ҡатнашыу зарур. Тик бына хәҙер Рәсәй менән Белоруссияны Олимпия уйындарын күрһәтеүҙән дә тыйҙылар, тип хәбәр итте Lenta.ru порталы. Ул Халыҡ-ара Олимпия комитетының был хаҡта иғлан итеүе тураһында яҙған. Шулай итеп, Рәсәй менән Белоруссия 2026 – 2032 йылдарҙа үткәреләсәк ярыштарҙы күрһәтәсәк илдәр исемлегенә индерелмәгән.
Айһылыу НИЗАМОВА