Рәсәйҙә йәки Башҡортостанда, республикабыҙ ауылдарында йәки ҡалаларында үткәрелгән ниндәй генә ярыш-бәйгене алмайыҡ, унда яҡшы һөҙөмтәләргә, призлы урынға йәки еңеүгә өлгәшкән спортсының уңышында тренерының өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Республикала спорт сараларының береһен тантаналы асҡан ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: “Тренер – ул физик йәһәттән яҡшы үҫешкән, ҡыйыу, етеҙ спортсы ғына түгел, ысын кеше тәрбиәләүсе лә. Ул беҙгә барлыҡ күңелен, йөрәген, һаулығын бирә”, – тип әйткәйне.
Барыһы ла остаздан башлана, спортта ла уңышҡа юлдар физкультура уҡытыусылары, тренерҙар тарафынан һалына. Рәсәйҙә Тренерҙар көнө лә булдырылған. Ул 30 октябрҙә билдәләнә. Был да үҙенә күрә ошо һөнәр эйәләренә иғтибарҙың артыуын күрһәтә.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда спортҡа иғтибар ныҡ артты. Был юҡҡа түгел, сөнки бары сәләмәт быуындың ғына илебеҙ киләсәген билдәләүе бер кемгә лә сер түгел. Был йәһәттән иһә тренерҙарҙың, физкультура уҡытыусыларының эше баһалап бөткөһөҙ: тап улар, хәҙерге заман балаларының иғтибарын төрлө гаджет-телефондарҙан айырып, спортҡа – сәләмәт тормошҡа йәлеп итергә тырыша. Ошо йәһәттән Башҡортостан физик культура институты уңышлы эшләй. Өҫтәүенә тренерҙарҙың эшен ҡеүәтләү өсөн республикала тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы барлыҡҡа килде. Был проект республикала 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ғәмәлгә инде. Әйткәндәй, республикабыҙ Рәсәйҙә ауыл ерендә эшләгән спорт тренерҙарына һәм остаздарына бындай ярҙам проектын уңышлы тормошҡа ашырған тәүге төбәк булды. Шуны билдәләргә кәрәк: башта был программа йәш белгестәрҙе ауыл-ҡасабаларға, 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға йәлеп итеүҙә булышлыҡ күрһәтә ине. Хәҙер был суммаға халҡы 100 меңгә тиклем булған ауыл һәм ҡалаларҙан спорт педагогтары ла дәғүә итә ала. Һәм был программа буйынса ҡулаҡса түгел, ә сертификат бирелә. Уны торлаҡ (өй йәки фатир) өсөн ер биләмәһе, автомобиль транспорты һатып алыуға, йорт төҙөүгә, белем алыуға тотонорға мөмкин. Һөҙөмтәлә был программа педагогтарға ауылда төпләнергә булышлыҡ итә. Әйткәндәй, уны алған тренер кәмендә биш йыл ауыл ерендә эшләргә тейеш.
Шулай итеп, Башҡортостандағы халҡы 100 мең кешегә тиклемге ауылдарҙа, ҡасабаларҙа, ҡалаларҙа спорт әҙерлеге менән шөғөлләнгән тренерҙар бер тапҡыр түләнә торған бер миллион һум аҡсаға эйә буласаҡ. Компенсацияны 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң физкультура-спорт ойошмалары менән хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуйғандар аласаҡ. Быға тиклем тренерҙарға бер тапҡыр 600 мең һум аҡса бирелә ине.
Билдәләүҙәренсә, йәш белгестәрҙе ауыл еренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән был программа барлыҡҡа килгәс, спорт мәктәптәрендә эшләргә теләгән йәш тренерҙар һаны артҡан.
Быйыл “Ауыл тренеры” программаһы буйынса ғаризалар ҡабул ителә башланы, тип хәбәр итте республиканың Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Документтарҙы 17 февралгә тиклем Өфө ҡалаһындағы Совет урамында урынлашҡан 18-се йорттағы 4-се бүлмәлә тапшырырға кәрәк. “Ауыл тренеры” программаһы буйынса һорауҙар менән түбәндәге телефон буйынса шылтыратып белешергә мөмкин: 8 (347) 218-02-91 (Рөстәм Магамаевич Гянджаев), шулай уҡ электрон почтаға ([email protected]) яҙырға була.
Спорт яратҡандар, көйәрмәндәр, моғайын да, күп кенә исемдәре тотош донъяға билдәле спортсыларҙың ауыл-ҡасабаларҙа тыуып үҫеүенә, спорт менән дуҫлашыуына иғтибар иткәндер. Шуға “Ауыл тренеры” сертификатының тапшырылыуы йәш быуынды сәләмәт тормош алып барыуға, спорт менән дуҫлашыуға ыңғай йоғонто яһамай ҡалмаҫ, әлбиттә. Был грантҡа эйә булған тренерҙарҙың киләсәктә тағы дәртләнеберәк эшкә тотонасағына шик юҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА