Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә

Йылайырҙа "Аҡлан" кемпингы, Хәйбуллала башҡорт этноихатаһы үҙ эшен башланы.

Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә

ТУРИЗМ

Һуңғы йылдарҙа республикала туристик инфраструктура киң үҫеш ала бара. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса туризм өлкәһен алға этәреүсе компаниялар өсөн гранттар, субсидиялар, һалым түләүҙә ташламалар булдырылды, административ кәртәләр ҙә йомшартылды. Башҡортостанда "Башҡортостанда оҙон ғүмер", “Мәктәп туризмы” һәм “Сәнәғәт туризмы” туризмы программалары эшләй башланы. Шулай уҡ “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә лә туристарҙы йәлеп итеү буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла.  

Башҡортостан туристар ағымы артыуы күҙәтелә торған төбәктәр һанына инде. Росстат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, үткән йылдың 11 айында ғына республикаға ике миллиондан ашыу кеше килгән һәм был һан миҙгелдән миҙгелгә табан арта ғына бара.

"2023-2024 йылдарҙа Башҡортостанда туризмға дәүләт ярҙамы күләме 1,4 миллиард һум тәшкил итәсәк, төп өлөшө федераль ҡаҙнанан киләсәк. Бынан тыш, инвесторҙар өлкә үҫешенә 2,1 миллиард һум үҙ аҡсаларын индерҙе. Республикала туристар кемпингтарында, глэмпингтарҙа, ял базаларында урынлашыу өсөн 600–гә яҡын өҫтәмә урын ҡабул итергә әҙер. Яңы туристик маршруттарҙы Баймаҡ, Белорет, Бижбүләк, Ишембай һәм Учалы райондары тәҡдим итә. Төбәктең матурлығы менән танышырға теләгән ҡунаҡтар өсөн электрон юл йөрөтөүселәр бар. Шулай уҡ турист мөхите һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә мөһим. Башҡортостандың ғәжәйеп матурлығын мөмкин тиклем күберәк кеше күрергә тейеш. Шуға күрә эске туризмды үҫтереү беҙҙең өсөн иң төп мәсьәләләрҙең береһе. Киләсәктә лә республика халҡы һәм ҡунаҡтары үҙебеҙҙә, Башҡортостанда ял итһен өсөн тырышасаҡбыҙ”, - тине үҙ сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Республикабыҙҙа туризм йүнәлешендә инвестицион инициативаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы алымдар ҡулланыла. Башҡортостан Башлығы "Инвестиция сәғәте"ндә шәхсән үҙе проекттарҙы ҡарай һәм халыҡ мәнфәғәтен яҡлаһа һәм республикабыҙ үҫешенә өлөш индерһә, уларҙы мотлаҡ хуплай. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта Урал аръяғы райондарында ла эске туризмды үҫтереү буйынса үҙ эшен асҡан йүнселдәр күбәйә. Уларҙың кемеһелер агротуризмды үҙ итә, икенселәр йәмле тәбиғәт ҡосағында этноихата, этноауыл төҙөй, бәғзеләре йәмле тәбиғәт буйлап йылғаларҙа һалдарҙа ағыуҙы ойоштора. Республика халҡы сит илдәргә түгел, ә үҙебеҙҙә ял итеүҙе хуп күрә башланы. Ни тиһәң дә, беҙҙә лә заманса шарттарҙа, арзан хаҡҡа рәхәтләнеп ял итеү урындары бар. Шуларҙың икәүһе менән һеҙҙе лә таныштырып үтәбеҙ.

“Аҡлан” кемпингы ҡайҙа? Йылайырҙа!

Туризм - килемле тармаҡ, күп илдәр үҙенең иҡтисадын тик ошо өлкәлә күтәрә һәм үҫтерә. Канар һәм Кипр утрауҙары,Төркиә, Мысыр, Греция, Таиланд һәм башҡа матур төбәктәр аҡсалыраҡ ватандаштарҙы үҙенә ылыҡтыра. Сит илдә ял итеүселәр туристарға ҡарата мөнәсәбәттән, кеше өсөн эшләнелгән бар уңайлыҡтарҙан хайран ҡала.

Уйлап ҡараһаң, Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте һис тә кәм түгел! Мәғрур Ирәндек ҡаялары, ғорур Урал тауҙары, Бөрйән районының хозурлығы Швейцарияға алмаштырғыһыҙ булһа, саф һыулы Талҡаҫ һәм Яҡтыкүл, Сабаҡты, Ҡарабалыҡты күлдәре Урта һәм Ҡара диңгеҙҙән һис тә ҡалышмай. Тик үҙебеҙҙе уратып алған матурлыҡты тейешенсә баһалап еткермәйбеҙ. Ә бына ситтән килгәндәр һоҡланыуын бер ҙә йәшермәй.

Йылайыр районы ла республикала ҡарағай урмандары буйынса алдынғылыҡты бирмәй. Урман зонаһына ҡараған төбәк үҙенең саф һауаһы, ҡуйы урмандары һәм хозур тәбиғәте менән һоҡландыра. Бөгөн күп туристар шаулы ҡала тормошонан бар аҙ арынып, тап тәбиғәт ҡосағында ял итеүҙе үҙ итә. Шуға күрә ҡала һәм район үҙәгенән ситтә урынлашҡан, үҙенең һиллеге һәм матурлығы менән һоҡландырған ҙур булмаған кемпинг, ял базалары өҫтөнлөклө була бара.

Тап ошо маҡсаттан Йылайыр районы Сосновка ауылында эшҡыуар  Александр Чикунов алты йорттан торған кемпинг эшләгән. Йәмле тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Аҡлан” кемпингы әле үк туристар араһында ҙур һорау менән файҙаланыла.

Александр Владимирович кемпингтар һәм автокемпингтар урынлаштырыу өсөн модулле капиталь булмаған саралар булдырыуға үткәрелгә конкурста һайлап алыу һөҙөмтәләре буйынса 2,2 млн һум күләмендә субсидия алыуға ирешә. Инвесторҙың үҙенең аҡсаһы 2,6 млн һум тәшкил итә. Проекттың дөйөм хаҡы - 4,6 млн һум.

Ағас еҫе аңҡып торған экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы материалдан төҙөлгән алты йортҡа һорау һәр саҡ ҙур. Бында ял итергә теләүселәр бер ай алдан яҙылып килә. Ике йортта икешәр йоҡо бүлмәләре урын алһа, дүрт йортта дүртешәр йоҡо бүлмәләре эшләнгән. Шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә махсус йорт төҙөлгән.

Теләгәндәр айырым майҙансыҡта шешлек бешерә ала, ут яғып, уның тирәләй гитарала уйнап, киске хозурлыҡҡа һоҡланып, кинәнеп ял итеү мөмкинлеге бар. Бар уңайлыҡтар тыуҙырылған: кемдер эҫе мунсала шифалы миндектәр менән рәхәтләнеп сабынһа, икенселәре чанда кинәнес таба.

Кемпинг алты душ кабинаһы, унитаз һәм йыуыныу урындарын тәшкил иткән шәхси уңайлы санитар блоктар менән тәьмин ителгән. Ҡышы көнө ял итеүселәр өсөн ҡаргиҙәрҙәрҙә сәйәхәт итеү планлаштырыла.

Киләсәктә эшләнәһе эштәр ҙә юҡ түгел. Кемпинг биләмәһендә юл яны кафеһы төҙөлә, уны йыл аҙағына тиклем сафҡа индереү ҡаралған. Шулай уҡ “Аҡлан”дың тирә-яғын төҙөкләндереү, йәшелләндереү буйынса ла эшләнәһе эштәр бар әле.

Эшҡыуар өс кешегә эш урыны булдырған.

Башҡорт этноихатаһы ла һеҙҙе көтә!

Хәйбулла районында ла һуңғы ваҡытта эске туризмды үҫтереү буйынса эштәр башланған. Быйыл Артур Нафиҡов Һаҡмар йылғаһы буйлап кәмәләрҙә ағыуҙы ойошторһа, йәш эшҡыар Юлдаш Бохарбаев башҡорт этноихатаһын төҙөүҙе тормошҡа ашырған.

Аҡъяр ауылынан шәхси эшҡыуар Юлдаш Бохарбаев биш йыл буйына ошондай этнойорт төҙөүҙе планлаштыра. Былтыр ул “Башҡорт этноихатаһы” төбәк проектында ҡатнаша һәм 3,7 миллион һум субсидия алыуға ирешә. Проекттың дөйөм хаҡы -7,5 миллион һум.

Башҡорт этноихатаһында ике тирмә, ике модулле йорт, мунса һәм бәҙрәф (санузел) бар.

- Башҡорт этноихатаһы тулыһынса асылды һәм туристарҙы, урындағы халыҡты ҡабул итергә әҙер. Бөтә объекттарға ла пандустар ҡуйылған. Кешеләр килеп тирмәлә төрлө саралар, никах, юбилейҙар үткәрәләр. Ихатала ял итеү урыны, мангал зонаһы бар. Бының өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Хаҡтар бик ҡиммәт түгел.

Киләсәктә бында башҡорт этно-мәҙәниәт музейын булдырырға ниәтләйем. Бының өсөн экспонаттар эҙләйбеҙ. Шулай уҡ район буйынса этномаршруттар эшләргә һәм туристарҙы Хәйбулланың матур, тарихи урындары менән таныштырырға планда бар, - ти Юлдаш Бохарбаев.

Бына шундай йүнселдәр барында төбәктә эске туризм үҫешер, туристар ағымы күбәйер. Эске туризм үҫеше – үҙебеҙҙә йәшәгәндәрҙең, сит илгә сыҡмайынса, үҙен уңайлы тойһон өсөн үҫеш нөктәһе, ихтыяжы ул. Шуға күрә улар өсөн дә бар уңайлыҡтар һәм ял итеү өсөн бар мөмкинлектәр тыуыҙырыу мотлаҡ, шулай уҡ туристик хеҙмәттәр баҙарының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттырыу маҡсатында яңы төҙөлгән кемпингтар ҙа, башҡорт этноихатаһы, этнойорттар ҙа һәр туристың зауығына һәм талабына яуап бирерлек эшләнергә, уның ялын файҙалы һәм ҡыҙыҡлы үткәреү өсөн бар шарттарҙың булыуы кәрәк. Шул сағында ғына туристар сит илдә түгел, ә үҙебеҙҙә, Башҡортостанда ял итеүҙе һайлаясаҡ.

ФЕКЕР:

Рөстәм Шәрипов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы:

- Беҙҙең район эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү өсөн уңайлы тәбиғәт-климат шарттарында урынлашҡан, һәм районда был өлкәне үҙләштерергә теләүселәрҙең күбәйеүе ҡыуаныслы. Бының өсөн кәрәкле тәбиғи, мәҙәни һәм кеше ресурстары бар, эшҡыуарҙарға ярҙамға төрлө дәүләт ярҙам программалары ла килә. Алдағы йылдарҙа берлектәге тырышлыҡ менән районыбыҙ туризм йәһәтенән тағы ла мауыҡтырғыс булһын өсөн тағы ла күберәк шарттар булдырырбыҙ тип ышанам.

Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Тәбиғәттә рәхәтләнеп ял итеүе үҙе бер мөғжизә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: