Бөтә яңылыҡтар
Тәгәрмәс
8 Август , 17:30

Республикала яңы тиҙ йөрөшлө поезд файҙалана башлаясаҡ

Ул ниндәй маршруттарҙы үҙ эсенә ала?

Республикала яңы тиҙ йөрөшлө поезд файҙалана башлаясаҡ
Республикала яңы тиҙ йөрөшлө поезд файҙалана башлаясаҡ

8 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты Өфөнөң тимер юл вокзалында яңы тиҙ йөрөшлө Рәсәй электропоезы ”Финист” менән таныштырҙылар.  Ул рейсҡа 10 августа юллана.

”Финист” составында 4019 урынлы биш вагон бар. Поезд төрлө уңайлыҡтар менән йыһазландырылған.

Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының генераль директоры Антон Гармаш аңлатыуынса, яңы электропроезд Свердловск өлкәһенең Үрге Пышма ҡалаһындағы “Урал локомотивтары” заводында сығарылған. Был модель тимер юлында 2023 йылдың декабренән файҙаланыла. Башҡортостан, Свердловск өлкәһенән һәм Пермь крайынан һуң, ”Финист” йөрөгән өсөнсө төбәк булды. Әйткәндәй, 2024 йылдың ғинуар-июлендә республикала “Рәсәй тимер юлдары” селтәрендәге ҡала яны бәйләнеше менән бөтәһе өс миллион пассажир файҙаланған. Был үткән йыл менән сағыштырғанда 24 процентҡа күберәк. 2025 йылға тағы ла биш ошондай электропоезд алыу планлаштырыла.

Эш көндәрендә яңы поезд “Дим – Шакша – Дим”, ялдарҙа ”Өфө – Белорет – Өфө” маршруты буйынса йөрөйәсәк.

Башҡортостан Башлығы республикала тимер юл транспорты эшмәкәрлеге күрһәткестәренең ыңғай динамика күрһәтеүен билдәләне һәм төбәктең “Рәсәй тимер юлдары” менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелегенә юғары баһа бирҙе.

–Яңы электропоезд алыу – ул бик ҙур ваҡиға. Республика халҡы бындай поезға ныҡ шатланыр, тип өмөт итәм, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров. – Беҙ күп йылдар дауамында Куйбышев тимер юлы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Күп кенә берлектәге проекттар тормошҡа ашырыла. ”Өфө – Магнитогорск – Сибай” маршрутын күсеп ултырмайынса барып етеүҙе үҫтереү буйынса бик ҡыҙыҡлы пландар бар. Дөйөм алғанда, һуңғы биш йылда пассажирҙар ағымы 200 процентҡа артҡан. Был беҙҙең берлектәге эшебеҙ, һәм халыҡ уны ыңғай баһалай. Артабанғы төп бурыстарҙың береһе – “Өфө диаметры” проекты. Был эш, әлбиттә, оҙайлы һәм бик күп финанс талап итә, әммә беҙ уны эшләргә тейешбеҙ.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: