Башҡортостандың 100 йыллығына әҙерлек барған көндәрҙә әле һүҙ башларға йыйынған ваҡиға айырым урын алып торалыр, сөнки башҡорт теленең күп быуатлыҡ тарихында уның киләсәге хаҡында ошондай юғарылыҡта һүҙ булғаны юҡ ине. Ғәмәлдә иһә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың уҙған йыл Өфөнөң Дим районында журналистар менән осрашыуы ошо йәһәттән башҡорт теле тарихында тәрән эҙ ҡалдырыр ваҡиға булды. Иң элек унда башҡорт телен дәүләт теле һәм туған тел булараҡ өйрәнеү хаҡында күтәрелгән проблемалар күҙҙә тотола. Асылда Башҡортостан Башлығының киң мәғлүмәт саралары аша йәмәғәтселек менән бәйләнешкә инеүе лә ине был.
Белеүебеҙсә, башҡорт теле республиканың дәүләт теле сифатында хеҙмәт итеүгә тотош бер быуатҡа тартылған оҙон һәм ябай уҡ булмаған юл үтеп килде. Әле Рөстәм Хәмитов яңы социаль-иҡтисади шарттарҙа уның артабанғы үҫешен тәьмин итеү хаҡында һүҙ алып бара, ошо өлкәлә башҡараһы эштәргә киләсәк күҙлегенән баһа бирә. Шуны айырым билдәләп үтке килә: быға ҡәҙәр башҡорт телен мәктәптә туған тел булараҡ уҡытыу мәсьәләһен республиканың бер генә етәксеһенең дә уны бер бөтөн этник тел сифатында шундай юғарылыҡта ҡуйғаны булманы. Хәҙерге башҡорт теленә ҡарата һаман да уҙған быуаттың 20-се йылдарынан килгән ҡараштың өҫтөнлөк итеүе үҙе быға шаһит. Башҡорт теле грамматикаһының бөгөн дә көньяҡ һәм көнсығыш диалекттары сигендә ҡалып килеүе шунан да. Әле беҙ иһә башҡорт теленең төньяҡ һәм көнбайыш һөйләштәренә ҡараған диалекттың туған телдә урын алыуы хаҡында һүҙ алып барабыҙ.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов башҡорт теле мәсьәләһен ошо өс диалект — көньяҡ, көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттары — берлегендә бер бөтөн уҡып-яҙыу теле итеп күҙаллай, уның киләсәген шунда күрә. Шул сәбәпле уның бер интервьюһында “төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенең башҡорт теленең үҙаллы диалекты булыуы ғилми нигеҙҙә күптән аныҡланған” тигән һүҙҙәре тәрән мәғәнәгә эйә. Образлы итеп әйткәндә, был башҡорт теленең быҫҡып ятҡан усағына, төрлө ваҡытта уға башҡорт халҡының Ш. Хоҙайбирҙин, Д. Юлтый, Т. Байышев кеүек күренекле шәхестәре ҡуҙ һалған усаҡҡа көтмәгәндә йән өрөүгә тиң ваҡиға булды. Асылда был тотош бер халыҡтың, был осраҡта башҡорт халҡының, үҙаллы этнос булараҡ, бер бөтөнлөгө кеүек проблемаға барып тоташа ине.
Башҡортостан Башлығы тарафынан Өфөнөң Дим районында башҡорт теленә ҡағылышлы күтәрелгән мәсьәлә һәр йәһәттән күп яҡлы, уны күп милләтле республикала туған телдәргә ыңғай мөнәсәбәткә һәм уларҙы өйрәнеү программаһына тиңләргә булыр ине. Шул уҡ ваҡытта бында бер сиктән икенсеһенә һуғылыу тайпылыштарына юл ҡуймау, уны уйлап, тыныс хәл итеү хаҡында ла һүҙ бара. Башҡортостан Башлығы яңы социаль-иҡтисади шарттарҙа башҡорт теленең артабанғы үҫешен хәл итеү хаҡында белдереп, был өлкәлә башҡараһы эштәргә киләсәк күҙлегенән баһа бирә, уның киң ҡоласлы, бер үк ваҡытта үтә яуаплы бурыс икәнен айырым билдәләй.
Рөстәм Хәмитов республика тормошонда мөһим мәсьәләләр хәл ителгәндә ошондай юлды тәү тапҡыр ғына һайламай. Әле килеп, башҡорт телен бер үк ваҡытта дәүләт теле һәм туған тел сифатында уҡытыуҙы камиллаштырыу тураһында һүҙ барғанда уның журналистар менән осрашыуы шуны раҫлай. Белеүебеҙсә, унда күтәрелгән мәсьәләләрҙең иң мөһимдәренең береһе — хәҙерге башҡорт әҙәби теленең дәүләт статусын тотош этносҡа бер үк дәрәжәлә хеҙмәткә ҡуйыуға ҡайтып ҡалалыр.
Бөгөнгө башҡорт теле грамматикаһындағы күплек аффикстары, йәғни дүрт бөгөлөш нормаһы айырыуса башҡорттарҙың үҙаллы милләт булараҡ яңы ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади шарттарҙа бер этнос сифатында ойошоуына тарҡаулыҡ индерә ине. Шулай итеп, әҙәби тел, халыҡ мәғарифын үҫтереүҙең берҙән-бер һәм мөһим сараһы булараҡ, шул маҡсатта үҙ халҡына хеҙмәт итеүҙән ситләштерелде.
Әлбиттә, әҙәби тел өлкәһендә үҙ ваҡытында килеп тыуған бындай хәлдең объектив сәбәптәре булған кеүек, субъектив мәлдәре лә бар. Уны хатта бер йәһәттән “бала саҡ ауырыуы” сифатында ла ҡабул итергә булалыр, сөнки хәҙерге башҡорт әҙәби теленең тәүге аҙымынан уҡ туған тел һөйләштәре араһында буталып ҡалыуында ошо сәбәпсе, тип әйтеү урынлы булыр кеүек. Беҙ уны шул уҡ ваҡытта административ факторға таянған субъектив ҡараштың өҫтөнлөк алыуына ҡайтарып ҡалдырыу яғындабыҙ. Тамъян-ҡатай һөйләшен әҙәби тел итеп таныуҙа яһалған тәүге аҙымдың Ҡыуаҡан һөйләшенең рәсми рәүештә “Төп башҡорт теле” сифатында ҡабул ителеүенә бары шул күҙлектән генә баһа бирергә мөмкин. Әммә, белеүебеҙсә, хәҙерге башҡорт әҙәби теле тарихының был тәүге этабының ғүмере ҡыҫҡа булды. Уны бөгөн ҡулланышта булған әҙәби тел үҙенсә хәл итте.
Ошолай хәҙерге башҡорт әҙәби теленең бер көн килеп тотош бер халыҡтың уҡыу-яҙыу теле итеп танылыуының үҙ тарихы бар. Һәм ябайҙан уҡ түгел. Билдәле булыуынса, Академүҙәк 1922 йылда Башҡортостан Халыҡ мәғариф комиссарлығы (Башнаркомпрос) ҡарамағында ойошторола. Уның әҙәби тел мәсьәләһендә әһәмиәте ҙур була. Тап бына ул беҙ хәҙерге башҡорт әҙәби теленә бәйле һүҙ көрәштергән мәсьәләнең килеп тыуыуына сәбәпсе лә. Был Академүҙәктең 1924 йылдың 2 мартында уҙғарылған ултырышына ҡайтып ҡала. Ул хәҙер инде үҙенең Ҡыуаҡан һөйләшен “төп башҡорт теле” итеп 1923 йылдың 17 декабрендә ҡабул иткән ҡарарына күҙ йомоп, нигеҙҙә, Юрматы һөйләшенән килгән тел нормаһын әҙәби телгә нигеҙ итеп алырға мәжбүр булһа ла, күплек аффикстарының Ҡыуаҡан һөйләшенә хас нормаһын, бөгөн дә әҙәби телгә бәйләнешле бәхәсле булып ҡала килгән күплек аффикстарының “-тар-тәр”, “-дар-дәр”, “-ҙар-ҙәр”, “-лар-ләр” формаһында дүрт төрлө йөрөтөлөүен һаҡлап алып ҡала.
Шулай итеп, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең яҙмышы ултырышта ҡатнашыусыларҙың ике тауышҡа ҡаршы биш тауышы менән хәл ителә. Ғәмәлдә был Академүҙәктең үҙе буйһонған Башҡортостан Халыҡ мәғарифы комиссарлығы үткәргән сәйәсәткә етди төҙәтмә индереүгә тиң була. Әҙәби тел өлкәһендә уның тарихына инеп ҡалған “юрматысылар”ға һәм “ҡыуаҡансылар”ға, “ларсылар”ға һәм “тарсылар”ға бүленеү, шулай уҡ “Юрматыға Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып” тигән фраза шул саҡтан килә лә.
Әммә мәсьәлә, өҫтән ҡарағанда, күплек аффикстарына ғына ҡайтып ҡалғандай тойолһа ла, асылда иһә тотош бер халыҡтың, был осраҡта башҡорт халҡының, үҙаллы этнос булараҡ бер бөтөнлөгө кеүек этник проблемаға барып бәйләнә. Йә ул әҙәби теленең бер бөтөнлөгөнә таянып, үҙ дәүләтен булдырыуға өлгәшкән тәүге көндәренән был тарихи процестың, йәғни этностың, бер бөтөнлөгө аң-зиһененең уяныуына һәм нығыныуына рухи йәһәттән эске көс бирә, йә ошо күплек аффикстары шул тарихи процесты тотҡарлаусы, уға тарҡаулыҡ индереүсе аҫтыртын ҡеүәткә әүерелә.
Йыйып ҡына, ҡабатлап әйткәндә, күплек аффикстарының дүрт бөгөлөш нормаһы башҡорттарҙың үҙаллы милләт булараҡ яңы ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади шарттарҙа бер этнос сифатында ойошоуына тарҡаулыҡ индерә, хатта тарҡаулыҡ индереп кенә ҡалмай, уны тарҡата ла. Шулай итеп, әҙәби тел, халыҡ мәғарифын үҫтереүҙең берҙән-бер һәм мөһим сараһы булараҡ, шул маҡсатта үҙ халҡына хеҙмәт итеүҙән ситләштерелә, хатта уны бүлгеләгән, артҡа тартҡан көскә әүерелә ине.
Ошо фекерҙе дауам иттереп, әҙәби телдең яңы социаль-иҡтисади һәм ижтимағи-сәйәси шарттарҙа үҙ халҡы тормошона айыҡ баһа биреүселәрҙең иң тәүгеһе Ш. Хоҙайбирҙин булды, тип раҫлау хаҡ булыр. Алда һүҙ булғанса, ул әҙәби тел мәсьәләһенә ошо күҙлектән яҡын килеүе менән хәҙерге башҡорт әҙәби теленең күп йәһәттән үҙ өҫтөнә төшкән бурысты үтәүгә һәләтле булып сығыуына нигеҙ һалды. Башҡорт теленең башҡорттар йәшәгән төбәктә мәктәпкә үтеп инеүен был күпкә еңелләштерҙе, ул һөйләштә үҙенсәлеген һаҡлаһа ла, милләт өсөн уртаҡ уҡыу-яҙыу теленең өҫтөнлөк алыуына юл асты. Әммә тел өлкәһендә яһалған тәүге аҙымдан тороп ҡалған мираҫ — күплек аффикстарының дүрт бөгөлөш нормаһы уның иңенә ауыр йөк булып ятты. Ошолай әҙәби телдең камиллыҡҡа ынтылышы туҡтап ҡалғандай булды, хатта был уның өсөн артҡа табан йөҙ менән боролоуға тиң ине. Бөгөн дә башҡорт теле шул саҡта үҙ иңенә көсләп һалынған был йөктән арына алмай. Ул, уның милләт өсөн уртаҡ уҡыу-яҙыу теле булып танылыуына юлын ябып, ошо өлкәлә камиллашыуын тотҡарлап килә.
Әле һүҙ башҡорт телен мәктәптә дәүләт теле сифатында өйрәнеү менән бер ваҡытта уны туған тел булараҡ уҡытыу хаҡында барғанлығы аңлашыла торғандыр. Белеүебеҙсә, был иң элек, алда әйтелгәнсә, башҡорттар йәшәгән төбәктәге мәктәптәрҙең эш тәжрибәһенә ҡайтып ҡала. Ошо саҡ урындағы һөйләштәр менән әҙәби тел араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт ҡалҡып сыға ла. Һуңғыһының рәсми рәүештә танылыу аша үҙ көсөнә инеүе күп йәһәттән был мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙы еңелләштерһә лә, шул уҡ ваҡытта тәүгеһе яғында был мәсьәләлә килеп тыуған сепаратизм йоғонтоһо әҙәби телдең формалашыуына үҙ билдәһен һалмай ҡалманы. Был, алда һүҙ булғанса, әҙәби тел тураһында дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән документ рухына ҡаршы барып, күплек аффикстарының хәҙерге нормаһының һаҡлап ҡалыныуы булды.
Үҙ ваҡытында әҙәби телгә бәйле килеп тыуған бындай хәлгә бөгөн дә әле аныҡ ҡына баһа биреп еткерә алмайбыҙ, уға асыҡлыҡ индереп, ғилми күҙлектән нөктә ҡуйғаныбыҙ юҡ. Әйтәйек, “аттап киттем” урынына “атлап киттем”, “йоҡтап китте” урынына “йоҡлап китте”, “баштан башта” урынына “баштан башла”, “эштәп ташта” урынына “эшләп ташла”, “йырҙап бөттө” урынына “йырлап бөттө” тип яҙғандан үҙ һөйләшебеҙгә бер төрлө лә кәмселек килмәгәненә инанған беҙ, тамъяндар, күплек аффикстарының да “-лар-ләр” нормаһында ҡулланылыуына ниңә ҡаршы булырға тейешбеҙ икән?
Һүҙ бит бөгөн беҙ уҡып-яҙған башҡорт теленә туранан-тура ҡағыла. Иң мөһиме — уның әҙәби теленең бөтә һөйләштәр өсөн дә дәүләт теле булған рус теле кеүек үк дөйөм ҡаҙаныш итеп танылыуы мөһим. Шул осраҡта ғына башҡорттарҙың әҙәби теле уның кеүек үк, йәғни рус теле кеүек үк, дәүләт теленә тиң юғарылыҡҡа сығасаҡ. Өҙөп кенә әйткәндә, башҡорт теленең бөтә һөйләштәрен дә индереп дәүләт теле статусына эйә булыуы уның әҙәби теле өҫтөнә төшә, һәм ул бының төп гарантына әүерелә. Йәғни тағы ла асыҡлап ҡуйғанда, башҡорт теле, рус теле менән бер дәрәжәләге дәүләт теле булған кеүек, уның әҙәби теле лә рус теле менән бер дәрәжәләге дәүләт теле итеп танылыуы мотлаҡ. Ошо хәҙерге башҡорт әҙәби теленең камиллашыу юлындағы тәбиғи процесс уға көсләп тағылған шәхси факторҙан килгән административ ҡыҫым аҫтында аҙағына алып барып еткереүҙән мәхрүм ителеп, әҙәби тел үҫешендә яңы хәл-торош килтереп тыуҙырҙы.
Әммә, бер ҡарағанда, ул инде күптән хәл ителгән дә кеүек. Ул хаҡта алда һүҙ булғайны инде, ләкин тел ғилеме яғынан был хаҡта рәсми һөйләшеү ҡуҙғатылмауы хәлде үҙ ағышына ҡуйғандай тойола, фән был йәһәттән ошондай көнүҙәк мәсьәләлә бурыслы булып ҡала. Ғәмәлдә Рөстәм Хәмитовтың журналистар менән осрашыуында күтәрелгән күп яҡлы проблема шул хаҡта ла. Был башҡорт теленең донъя телдәре араһында бер бөтөн этник тел сифатында танылыуына ышаныслы һәм ныҡлы гарант булған кеүек, уның үҙенең дә әҙәби тел хаҡына һөйләштәргә ҡарап бүленеүенә, шуның менән бер бөтөнлөгөн юғалтыу хәүефенә тарыуына сик ҡуя ине. Асылда әҙәби телдең тарихи миссияһы шуға ҡайтып ҡала ла. Ул — уның үҙ халҡына хеҙмәт итеүҙең төп ҡануны. Был — уның һөйләштәр башы аша үтеп, улар өсөн уртаҡ уҡыу-яҙыу теле итеп танылыуы. Башҡорт теле өсөн иһә ул бөгөн дә аҙағынаса хәл ителеүен көткән иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала.
Ошо йәһәттән Башҡортостан Башлығы әле һүҙ барған осрашыу артынса тип әйтерлек ҡул ҡуйған республиканың дәүләт телдәрен һәм уның күп милләтле халҡының телдәрен үҫтереү саралары тураһындағы Указ — башҡорт теленең ХХI быуатҡа ҡарар тарихының яҡты бер бите. Был йәһәттән уны башҡорт теленең дәүләт теле итеп танылыуы хаҡында ҡабул ителгән документтар рәтенә ҡуйып ҡарау хаҡ булыр.
БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре,
филология фәндәре докторы,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы,
Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы,
Халыҡ-ара төрки академияһы академигы.