Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡтар ҙа диктант яҙҙы

Баймак районы ла Халыҡ-ара кимәлдә үткәрелгән диктант яҙыуҙан ситтә ҡалманы. “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам” тигән девизы аҫтында ойошторолған сарала теләге булған һәр кем диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләй алды.

Сарала район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев, район ҡоролтайы вәкилдәре һәм башҡалар әүҙем ҡатнашты. Райондың күпселек мәктәптәрендә диктант яҙыу ойошторолдо. Төп майҙансыҡта үткән диктанттың тексын район мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин үҙе уҡыны.

Бындай күләмле сара йәнә бер тапҡыр башҡорт теленең мәртәбәһен арттырҙы, туған телгә ҡарата һөйөү һәм ғорурлыҡ хисе уятты.

Фото: Баймаҡ район хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: