Бөтә яңылыҡтар

Хакимиәт башлығы ла диктант яҙҙы

Халыҡ-ара диктантта бөрйәндәр ҙур активлыҡ күрһәтте. Райондың 22 мәктәбе майҙансыҡтарында бөрйәндәр туған телдәрен нисек белеүҙәрен һынаны.

Халыҡ-ара диктантта бөрйәндәр ҙур активлыҡ күрһәтте. Райондың 22 мәктәбе майҙансыҡтарында бөрйәндәр туған телдәрен нисек белеүҙәрен һынаны.


Акцияға төрлө һөнәр эйәләре, уҡытыусылар, ата-әсәләр, дауахана хеҙмәткәрҙәре, ауыл хакимиәте башлыҡтары, уҡыусылар ҡушылды. Мөһим саранан Бөрйән районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, ойошма-учреждение етәкселәре лә ситтә ҡалманы.


Район үҙәгендә ойошторолған диктант яҙыу майҙансығында ғына 471 кеше белемен һынаны.


Фото Бөрйән мәғариф бүлеге сайтынан.
Читайте нас: