Бөтә яңылыҡтар

“Күп тел белеү һәр йәһәттән отошло”

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тамам. Мәртәбәле сарала кемдәр генә һәм ниндәй генә һөнәр эйәләре ҡатнашманы!

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант тамам. Мәртәбәле сарала кемдәр генә һәм ниндәй генә һөнәр эйәләре ҡатнашманы!


Республиканың Ҡурайсылар союзы рәйесе, ҡурайсы Артур Ғайсаров әйтеүенсә, быйыл уның ҡурай моңо менән үрелеп барыуы үҙенсәлекле булды.


Сара һуңында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

– Күп тел белеү һәр йәһәттән отошло. Райондарға ойошторған эш сәфәрҙәрем барышында өлкәндәр менән туған телдә аралашырға тырышам. Күптән түгел башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы үтте. Унда ла мөһим мәсьәләләр күтәрелде, – тип билдәләне Радий Фәрит улы.


Башҡорт теленән диктант һөҙөмтәләре бер нисә көндән билдәле буласаҡ.


Автор фотоһы.