-Бөгөн донъяла 7 меңгә яҡын тел иҫәпләнә. Глобалләшеү һәм миграция процестары арҡаһында, ХХI быуат уртаһында уларҙың яртыһы юғалыуы ихтимал, тип фараз ителә. Шулай уҡ инглиз, рус, ҡытай кеүек телдәрҙең аҙ һанлы телдәрҙе ҡыҫырыҡлауы күҙәтелә;
- Иң күп таралған ҡытай телендә 1,3 миллиард кеше һөйләшә. 400 тел юҡҡа сығыу өҫтөндә тип танылған, уларҙың һәр береһендә 50-ләп кенә кеше аралаша;
- Ғалимдар фекеренсә, тел юғалмаһын өсөн миллион кеше ошо телдә аралашырға тейеш;
- Иврит теле юҡҡа сығыу өҫтөндә тип таныла, әммә ул тергеҙелә. Бөгөн был телә 9 миллион кеше аралаша, уларҙың 6 миллионы иврит телен туған теле тип һанай;
- Инглиз теле 410 миллион халыҡтың туған теле булып һанала, 700 миллион кеше уны өҫтәмә тел булараҡ өйрәнә. Донъяның 53 илендә инглиз теле дәүләт теле булып иҫәпләнә. Инглиз алфавитында ни бары 26 хәреф иҫәпләнә, әммә донъяла иң күп һүҙ запасы тап ошо телдә;
- Уильям Шекспир 24000 һүҙ белгән, шуларҙың 1700-ен ул үҙе уйлап тапҡан. Бөгөн 700 һүҙ һөйләштә киң ҡулланыла;
-Тымыҡ океанда урынлашҡан ҙур булмаған Папуа-Яңы Гвинея дәүләтендә 820 телдә аралашалар;
-Һөйләшеүселәр һаны буйынса рус теле донъяла алтынсы урынды биләй, өйрәнеү өсөн ул ауыр тел булараҡ иҫәпләнә;
-Рус телендә “Ф” хәрефенә башланған күп һүҙҙәр сит телдәрҙән килгән, “Й” хәрефенә башланған 74 кенә һүҙ иҫәпләнә, ә “Ы” хәрефенә башланған бар һүҙҙәр ҡала йәки йылғалар атамаһы;
- Башҡорт теле – Рәсәйҙә киң таралған телдәрҙең береһе. 1,15 миллион кеше башҡорт телендә аралаша, шуларҙың 977-һе – Башҡортостанда йәшәй.
- 130 мең татар, 20 мең рус, 6 мең сыуаш башҡорт телендә һөйләшә, шулай уҡ марый, удмурт, ҡаҙаҡ, үзбәк милләттәрендә лә башҡорт телендә аралашыусылар байтаҡ.
Фото: tourjournal.ru