Бөтә яңылыҡтар

Һөйләшәһе ине башҡортса...

Туған телде өйрәнеү – изге бурыс.

Бөгөн ошо темаға фекерҙәремде яҙырға булдым. Мин – башҡорт егете. Һикһәненсе йылдарҙа Силәбе ҡалаһында ябай эшсе ғаиләһендә тыуып үҫкәнмен. Ҡышын ҡалала, йәйен ауылда була инек.

Атай-әсәйем эшһөйәр итеп үҫтерҙе. Башҡорт йолаларын өйрәтте, әммә туған телде белмәй үҫтек. Ғөмүмән, бындай миҫал күптәргә таныш. Би­герәк тә йәштәштәремә, яҡташтарға. Атай-әсәйебеҙҙең бында ғәйебе юҡ. Улар ең һыҙ­ға­нып беҙҙе кейендерергә, ашатырға, уҡы­тыр­ға тип, заводтарҙа тир түкте. Ниндәй генә ауыр хеҙмәт булмаһын, милли йолаларҙы үтәргә улар ваҡыт таба ине.

Бала тыуһа, исем ҡушыу йолаһы үтәлә, ғаилә тормошо никахтан башлана ине. Бигерәк тә кешене һуңғы юлға оҙатыу бурысын улар еренә еткереп башҡарҙы. Төн йоҡоларын ҡалдырып, ерләү йолаһында ҡатнашалар ине. Беҙҙе лә йәлеп иттеләр. Мин атайым менән бергә ҡәбер ҡаҙыша  инем.

Беренсе тапҡыр был ауыр, әммә мөһим йоланы ун бер йәшемдә күрҙем. Ҡартатайымды һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ололар, беҙҙе өйрәнә торһон тип, вағыраҡ йомош ҡушты. Мәҫәлән, көрәкте алып килергә, мәрхүмдең исем-фамилияһын яҙырға һәм башҡа әҙерлек эштәрен башҡарырға.

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был сараларҙан ситтә ҡалманы. Инәйем башҡа апайҙар менән бергә табын әҙерләне. Мәрхүмдең етеһен, ҡырҡын уҡыттылар. Әсәйем йыш ҡына:

– Ниндәй генә кеше булмаһын, мәрхүмде һуңғы юлға хөрмәт менән оҙатырға кәрәк. Шул ваҡытта уның күңеле тыныслыҡ менән китә, – тип ҡабатларға яратты.

Әле атайым өлкән йәштә. Мин уның менән ауылдаштарҙы, таныштарҙы, туғандарҙы ерләү йолаһында ҡатнашырға тырышам. Ололарҙан “йәштәр хәҙер зыяратҡа ваҡыт тапмай” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетәм. Был хәл, беренсенән, махсус ерләү буйынса эшләгән ойошмалар барлығы менән бәйле, икенсенән, йәштәр ваҡыт тарлығына зарлана, кемгәлер был йола хаҡында бала саҡтан аңлатмағандар.

Күптән түгел бер мәрхүмде ерләүҙә ҡат­наш­тым. Бер нисә  кеше ҡәбер ҡаҙҙыҡ: өс ур­та йәштәге ир, дүрт аҡһаҡал. Уларҙың береһе мулла ине. Ул үҙе менән көрәген дә алып кил­гән. Мәрхүм менән хушлашырға күптәр мәсет­кә килде, бер нисә генә кеше зыяратҡа тиклем барҙы.

Бөгөнгө ваҡытта үлем тураһындағы хәбәр­ҙәрҙе йыш ишетәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, йола­лар­ҙы белгән өлкәндәребеҙ бер-бер артлы китә. Йәштәштәремде ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе өйрәнеп ҡалырға саҡырам.

Ике ай элек инәйемде ерләнем. Ул бик әү­ҙем, йәшәү көсө ташып тора ине, үлеме көтмә­гән­дә килде. Ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарауҙа, ха­лыҡҡа файҙалы милли саралар ойоштороуҙа “ҡайнап” йәшәне. Һуңғы юл тураһында ул бер ҡасан да онотманы, яйлап әҙерләнеп йөрөнө. Беҙгә лә һүҙ араһында иҫебеҙгә төшөрә ине. Инәйемде ерләгәндән һуң атайым: “Барыһы ла яҡшы үтте, инәйең күрһә, ҡыуаныр ине”, – тигәс, юғалтыу ҡайғыһы баҫыла төштө. Тик хушлашыу һүҙҙәрен башҡортса әйтмәгәнемә генә үкенәм.

Әсәйемдең вафатынан һуң бер аҙна үткәс, Силәбелә башҡорт теле курсы үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт таптым. Шулай итеп, туған тел серҙәренә төшөнә башланым. Бала саҡтан күп һүҙҙәр башҡа һеңеп ҡалған икән, уҡытыусыбыҙ мине маҡтап та алды.

Әйтеп үтергә кәрәк, курс йәмәғәт эшмәкәр­ҙәренең тырышлығы менән алып барыла. Улар килем алмай, күптәренең үҙ эше, ғаиләһе бар. Шулай ҙа изге ғәмәл өсөн ваҡыт табалар. Уларҙы дәүер геройҙары тип атар инем.

Мин барыһын да, әлеге  тормошоғоҙҙо таш­лағыҙ ҙа, башҡорт теленә генә күсегеҙ, ­ти­мәйем. Күптәрҙең ғаиләһе бар. Кемдер ипотека түләй, балалар үҫтерә, ата-әсәһенә ярҙам итә... Йәштәштәрем тәгәрмәстә әйләнгән тейен кеүек ҡайҙалыр саба. Аҙға ғына туҡтап, “Мин ҡайҙа барам?” тигән һорауға яуап биреү тураһында уйланырға саҡырам, милләттәш­тәрем. Үҙебеҙ өсөн мөһим булған ғәмәлдәр өсөн ваҡыт табыла ул. Мәҫәлән, туйға саҡыр­һалар, эштән дә һорайбыҙ, бүләккә аҡса ла таба­быҙ. Тик ерләү йолаһын бер ҙә ярат­май­быҙ. Тормош тураһында уйланырға сәбәп булып тора шул.

Мәңгелек ҡиммәттәр ҙә үҙгәреп тора. Хәҙер күптәрҙе кешенең изге ғәмәлдәренең һаны түгел, ә аҡсаһының күләме ҡыҙыҡһындыра. Ғәҙеллек кеүек сифаттар юғалып бара. Тарихты белмәйбеҙ, нәҫелебеҙҙең үткәненә лә битарафбыҙ.

Ҡартатайымдың атаһы 20-се быуаттың егерменсе йылдарында поляктарға ҡаршы һуғышҡан, Бөйөк Ватан һуғышында алтын приискыһында  эшләгән. Яҙмышы шундай ауыр булыуға ҡарамаҫтан, ул алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡартатайым да рәхәт тормош күрмәгән. Ул ун ете йәшендә хеҙмәт итә башлаған, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бү­ләк­ләнгән. Һуғыштан ғәрип булып ҡайтҡан яугир тормошта ла юғалып ҡалмаған. Алты ба­лаға ғүмер биргән. Атайым да күп һынау үткән: Чернобыль һәләкәте эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, 90-сы йылдар ауырлығын кисергән. Шуға ҡарамаҫтан, ике баланы аяҡҡа баҫтырған.

Мин миҫалға килтергән өс быуындың яҙмы­шы ла, заманы ла башҡа булған, тиерһегеҙ. Уның ҡарауы, милли йолалар уларҙың тормошоноң бер өлөшө булып торған. Телдәре башҡортса асылған, урыҫса белмәгәндәр  йәки насар һөйләшкәндәр.

Атай-әсәйҙәр беҙгә балаларҙы балалар баҡсаһынан алырға, мәктәпкә оҙатырға, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә ярҙам итә. Теге йәки был йүнәлеш буйынса кескәйҙәр өсөн өҫтәмә дәрестәр арзан  тормай. Ни өсөн һуң  башҡорт теле уҡытыусыһының юл сығымдарын ҡапларлыҡ ҡына  аҡсаға туған тел серҙәренә төшөнөү мөмкинлегенән ситтә ҡалабыҙ?! Ғалимдарҙың билдәләүенсә, телде өйрәнеү мейенең эшмәкәрлеген яҡшырта: икенсе эшкә тиҙ генә күсеп китеү, иғтибарлы булыу кеүек һә­ләттәрҙе үҫтерә. Туған телдең яҡындар ара­һындағы бәйләнештәрҙе нығытыу көсөнә эйә булыуын айырым билдәләп үтәйек. Ата-әсәләр балаларыбыҙға туған тел серҙәрен еткергәндә, үҙҙәрен быуындар араһындағы ептәрҙе нығытыусы булараҡ хис итә.

Атайым мәҡәл-әйтемдәргә таянып һөйләргә ярата. Уларҙың күбеһен туранан-тура тәржемә итеп тә булмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтарым, башҡорт те­лен, йолаһын еткереүсе өлкәндәребеҙгә был изге бурысты тапшырыуға мөмкинлек бирәйек.

Тик бер теләгем бар: мине һуңғы юлға оҙатыу милли йолаларҙан торһа ине. Барыһына ла сәләмәтлек, оҙон ғүмер насип булһын. Яҡындарығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ. Эх, инәйем менән бер генә ултырып сәй табынында һөйләшергә ине. Әлегә маҡсатым – туған тел­де өйрәнеп, атайым иҫән сағында уның менән рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп ҡалыу.

Башҡорт теле курсы Силәбе ҡалаһының Ха­лыҡтар берҙәмлеге үҙәгендә ойошторола. Ад­ресы: Силәбе ҡалаһы, Салют урамы, 22-се  йорт. Һәр шишәмбе һәм шәмбе уҙғарыла. Ту­лы­­раҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8-951-474-27-45.



Мәҡәлә авторы исем-шәрифен күрһәтмәүҙе хуп күрҙе.

Нурия ИҠСАНОВА тәржемәһе

Читайте нас: