Халыҡ-ара туған тел көнө сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала түңәрәк өҫтәл үтте. Унда туған телдәр буйынса дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы һәм көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге хеҙмәткәрҙәре тематик күргәҙмә ойошторған, унда һирәк осрай торған дәреслектәр, уҡыу әсбаптары һәм 1920-1940 йылдарҙа нәшер ителгән әлифбалар тәҡдим ителгән.
Сәләмләү һүҙе менән Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Люциә Ильясова сығыш яһаны.
Сарала Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов сығыш яһаны. "Йәмғиәтебеҙҙә республикала йәшәгән халыҡтарҙың этномәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыусы әсбаптар менән белем биреү ойошмаларын методик яҡтан тәьмин итеүгә бәйле проблемалар әүҙем һәм ҡыҙыҡһынып тикшерелә. Беҙҙең алда мәктәпкәсә кимәлдән башлап полилингваль белем биреү системаһының эшләүен һәм үҫешен тәьмин итеүсе шарттар булдырыу өсөн үҙебеҙгә бәйле булғандың барыһын да эшләү бурысы тора”, – тип билдәләне идаралыҡ начальнигы.
Филология фәндәре кандидаты, доцент, Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк баҫмалар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов үҙ сығышында Башҡортостан Республикаһында туған телдәр буйынса дәреслектәрҙең барлыҡҡа килеү тарихына ҡағылды. Авторҙар яҡын арала республиканың белем биреү ойошмаларына килтереләсәк яңы әсбаптар, шулай уҡ уҡыу процесына индерелгән дәреслектәр хаҡында һөйләне.
Сығанаҡ: www.bashnl.ru/novosti/22527/