Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телен Интернетта таратайыҡ

Башҡортостан Башлығы гранттары ла быны тормошҡа ашыра.

Башҡорт телен Интернетта таратайыҡ
Башҡорт телен Интернетта таратайыҡ

Заман талабы

Телебеҙгә йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уятыу, мәртәбәһен күтәреү өсөн уның интернет киңлектәрендә үҫтереү - заман талабы. Был йәһәттән йәмиәтебеҙҙә һиҙелерлек уңыштар күҙәтелә.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының да  быға индергән өлөшө ҙур. Улар 2019 йылдан эшләп килә һәм барлар һөҙөмтәләре лә тос. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова был маҡсаттың төрлө гранттар ярҙамында тормошҡа ашырылыуын белдерҙе.

– Башҡорт телен һаҡлайбыҙ, үҫтерәбеҙ тиһәк, уны Интернетта һанлаштырыу мөһим. Был эштәрҙе  төрлө проекттар ярҙамында алып барабыҙ. Тәүге проекттарыбыҙҙың береһе 2020-2021 йылдарҙа эшләнгән Башҡортсофт тәржемәсеһе булды. Ул бик яҡшы тәржемә итә, шуға уның менән күптәр ҡуллана. Ундағы мәғлүмәттәрҙе Яндекс, Google эҙләү системаларына бирҙек.

Мобиль ҡушымталар форматында ла бик күп проекттар бар. Әлеге көндә уларҙың һаны 10-дан артып китте. Һуңғыларының  береһе – федераль кимәлдәге “Родной язык” мобиль ҡушымтаһы. Унда 10-дан ашыу тел бар ине. Авторҙары менән бәйләнешкә сығып, башҡорт телен дә индерҙек. Башҡорт телен белмәгәндәр, өйрәнергә теләгәндәр ошо мобиль ҡушымтаны файҙалана ала. Әлегә унда 20 дәрес кертелгән. Яйлап уны күбәйтергә тигән масатыбыҙ бар.

Шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә балалар менән видеояҙмалар, клиптар төшөрөү, ярыштар үткәреү ҙә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Улар барыһы ла телгә, мәҙәниәткә ҡағыла. Башҡорт телен интернетта артабан да үҫтерергә тейешбеҙ.

Яңылыҡтарҙың береһе - YouTube, Rutube каналдарында беҙҙең программа барлыҡҡа киләсәк. Ул рус , инглиз телдәрен башҡортсаға синхрон тәржемә итәсәк. Балалар башҡорт телен белеп үҫһен өсөн был бик һәйбәт эш тип уйлайым, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы гранты буйынса “Аҡыллы колонка” ла танылыу яулай. Айгиз Ҡунафин уның техник яҡтан барлыҡ нескәлектәрен башҡара. Эсен тултырыуҙа Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Тамыр” телеканалы ла ярҙам күрһәтеүен белдерҙе фонд директоры.

Әйткәндәй, “Аҡыллы колонка” һөйләшә, башҡортса йырҙар ҙа йырлай, ләкин уның буйынса эш әле туҡталмай. Быйыл да грант иҫәбенә “Аҡыллы колонка”ны артабан үҫтереү, кәмселектәрен бөтөрөү күҙаллана.

Һүҙлектәрҙе һанлаштырған

Башҡорт телен Интернетта үҫтереүгә тырышлыҡ һалған тағы ла бер замандашыбыҙ менән аралаштыҡ. Өфөнөң Фән һәм технологиялар университеты доценты Искәндәр Шакиров яҡынса 50-ләп һүҙлекте һанлаштырып туплауға өлгәшкән. Әйткәндәй, ул ошо уҡыу йортонда философия һәм культурология кафедраһында уҡыта, философия фәндәре кандидаты.

– Бынан ете йылдар элек килеп тыуҙы был уй. Ҡалала үҫкәс, башҡорт телен бик белмәүем күңелемә тынғы бирмәне. Шуға йыш ҡына машинала барған саҡта башҡортса аудиокитаптар тыңлауҙы ғәҙәткә индерҙем. Ҡайһы бер һүҙҙәрен аңламағас, Интернеттан эҙләй торғайным. Ләкин күбеһе унда ла булмай сыҡты. Шунан башланып китте минең һүҙлектәр туплау, һанлаштырыу эшем.

Әйтергә кәрәк, 1950-1960 йылдарҙа, 1990 йылдарҙа һүҙлектәр күп сыҡҡан, 2000 йылдарҙа ауыл хужалығы, медицина һымаҡ төрлө тармаҡҡа ҡағылышлылар баҫтырылған. Төрлө ерҙән уларҙы тупланым.

Иң һуңғылары Фирҙәүес Хисаметдинова мөхәррирләүендәге 10 томлыҡ аңлатмалы һүҙлек ине. Бик тулы һанлаштырылған һүҙлек килеп сыҡты. Шуларҙы бер базаға йыйып, әҙер лингвистик платформа ҡулландыҡ. Был эште башарып сығыуҙа күптәр ярҙам итте, уларға рәхмәт,  – тип һөйләне башҡорт теленең һанлы кодификацияһының баш мөхәррире Искәндәр Алик улы.

Ошо тиклем ҙур эш башҡарып, әллә күпме милләттәштәребеҙгә  телде белеүгә, өйрәнеүгә ярҙам итә ул.

“Аҡыллы колонка” тағы ла аҡылланыр

Арабыҙҙа “Һомай” аҡыллы колонкаһы тураһында ишетмәгәндәр юҡтыр. Ул да танылыу яулай бара. Уның авторы Бөрйән егете Айгиз Ҡунафин менән әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Бишенсе кластан ул Белорет ҡалаһындағы лицей-интернатта белем ала, 10-11-се кластарҙы ошо ҡалала компьютер мәктәбендә тамамлай. Һөнәр һайларға ваҡыт еткәс, Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робототехника факультетында белем алып, программист булып китә.

“Һомай” колонкаһын булдырыуы ла осраҡлы түгел. 2018 йылдан уҡ ул киләһе быуынға башҡорт телен еткереү буйынса эштәр алып бара. Программист булғас, башҡорт телен Интернет киңлектәрендә үҫтереү уйы тынғы бирмәй. Тәүҙә ирекмәндәр менән тәржемәләү, аудиояҙманы тексҡа әйләндереү, йәки киреһенсә текстан аудиояҙма итеү кеүек эштәрҙе менән шөғөлләнһә, аҙаҡ ҙурыраҡ маҡсаттар тыуа.

Бәләкәй балаларға тәғәйенләнгән “Һомай” проекты ла ошо рәүешле барлыҡҡа килгән. Башҡортса бик белмәгән балалар күп булыуын күҙ уңында тотоп, был колонка башҡортса ла, русса ла аңларға тейеш тигән бурыс ҡуйыла. “Һомай” уларға башҡорт телен белергә яйлап юл аса.

– Тәүге колонкаларҙы быйыл ғинуарҙа балалар баҡсаларына бирҙек. Бер нисә айҙан  мәктәптәргә лә тараттыҡ. Төп ҡулланыусыларыбыҙ – балалар. Таратып ҡына ҡалманыҡ,  ҡулланыусыларҙың фекерен дә, теләктәрен дә өйрәнәбеҙ. Нимәне үҙгәртергә, камиллаштырырға кәрәклеген белешәбеҙ. Телде генә түгел, тарихты, ғөрөф-ғәҙәтте өйрәтеү ҙә күҙ уңында. Үҙебеҙҙең төбәктәге ер-һыу атамалары тураһында ла балаларға белеү ҡыҙыҡ булыр ине. Балалар өсөн әкиәттәр, йырҙар бар.

“Һомай”ҙың төп маҡсаты – йәш быуын башҡортса  аралашып, һөйләп өйрәнһен өсөн уларға ярҙам итеү. Балалар YouTube каналынан йәнһүрәттәрҙе башҡорт телендә лә ҡарай алһын тигән ҙур маҡсатыбыҙ бар. Был - 2024-2025 йылға ҡуйылған бурыс, быны тормошҡа ашырыу өсөн дә грант алдыҡ.

Шуныһы ҡыуаныслы, ололар араһында ла башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр бар. Улар ҙа ҡыҙыҡһыныу белдерҙе. Был йүнәлештә лә эш алып барабыҙ. Быларҙы башҡарғанда дәүләт тарафынан финанс ярҙам ныҡ тойола. Башҡортостанда был йәһәттән ҙур иғтибар бирелә, – тине ул.

Телде үҫтереү бер нисә кеше генә башҡара торған эш түгел. Бары тик ҙур команда булып тупланыу ғына һөҙөмтә бирә. Быны башҡарыуҙа битараф булмаған замандаштарыбыҙ тағы ла күберәк булған һайын Интернет киңлектәрендә телебеҙҙең мәртәбәһе артыр.

ФЕКЕР

Гөлназ ЙОСОПОВА, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры:

– Һуңғы биш йылда башҡорт телен үҫтереү буйынса бик күп эш эшләнде. Беҙ ни тиклем башҡорт телен күберәк һанлаштырһаҡ, шул тиклем нығыраҡ телебеҙҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Был йәһәттән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Хөкүмәткә рәхмәт. Мәғариф, мәҙәниәт министрлыҡтары, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты менән берлектә эшләйбеҙ. Шулай уҡ энтузиаст егеттәр беҙгә ҙур терәк. Ҙур команда менән эшләгәнгә, башҡорт теле һаҡланыр һәм үҫер, тип уйлайым.

Фотолар шәхси архивтан.

 

 

 

 

Башҡорт телен Интернетта таратайыҡ
Башҡорт телен Интернетта таратайыҡ
Башҡорт телен Интернетта таратайыҡ
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: