Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт теле – Брайль шрифты менән

Башҡорт телен өйрәнеү күреү һәләтенән мәхрүм балаларға күпкә еңелләшер

Башҡорт теле – Брайль шрифты менән
Башҡорт теле – Брайль шрифты менән

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды республикала социаль әһәмиәтле бихисап башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелгән финанс ярҙамы ла - шундайҙар рәтендә. Конкурста ҡатнашып, еңеүгә ирешкән 10 кешегә 150 мең һум күләмендә грант ярҙамы бирелә.


"Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп иғтибар бүләбеҙ. Был эшкә халыҡтың да ярайһы өлөш индереүе ҡыуаныслы. Шундай әүҙем, битараф булмағандарға, туған телендә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм ошо һөйөүҙе башҡаларға ла еткергән кешеләргә ярҙам итергә хәл иттек", - тип яҙғайны республика башлығы Радий Хәбиров.
Өфөләге М. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһының фондтарҙы каталоглаштырыу һәм үҫтереү бүлеге мөдире Нәзилә Дәүләтханова – ана шундай туған телгә битараф булмағандарҙың береһе. Махсус китапхана хеҙмәткәре булараҡ, ул күреү һәләте ныҡ боҙолған балалар өсөн дә туған телдә аралашыу ни тиклем мөһим икәнен аңлай. Ошондай балаларҙың башҡорт телендә аралашыу мәҙәниәтен күтәреү буйынса проект яҙып, республика Башлығы грантын алыуға өлгәшә ул. Авторҙың идеяһына ярашлы, уҡыусы балалар яңы уҡыу йылынан башлап башҡорт телен Брайль шрифты менән баҫтырып сығарылған уҡыу әсбаптары аша өйрәнә башлай.
Туған башҡорт телендә аралашыу мәҙәниәтен күтәреү; күреү һәләте ныҡ боҙолған балаларҙың туған теле тураһында белемен киңәйтеү – ҙур иғтибар һәм көс талап иткән мөһим бурыс. Туған тел – ул мәҙәни мираҫ ҡына түгел. Ул – һәр бала өсөн тышҡы донъя менән аралашыу, үҙеңдең эске булмышыңды танытыу, шулай уҡ донъяны танып белеү ҡоралы, шәхес булып формалашыуҙа ла мөһим урын алып тора. Шуға ла махсус белем биреү мөхитендә туған башҡорт телен үҫтереү һәм файҙаланыу өсөн балаларға уңайлы шарттар булдырыу бигерәк тә мөһим.
Һис шикһеҙ, үҫешендә ауырлыҡтар булған һәр баланың туған телен һәм мәҙәниәтен белергә хоҡуғы бар, әммә быны тормошҡа ашырыу бик ауыр. Тап шуға ла әлеге проекттың төп маҡсаты – күреү һәләте ныҡ боҙолған, коррекция мәктәптәрендә белем алған балаларҙың туған тел тураһындағы белемен арттырыу, туған телдә аралашыуын үҫтереү.
Нәзилә Дәүләтханова ниәте менән тормошҡа ашырыла башлаған проект ошо юҫыҡта ҙур файҙа килтерергә һәләтле. Проекттың авторы был мөһим эште фекерҙәштәре – Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә Вилданова һәм китапхана мөхәррире Айзилә Вәлиева менән бергә башҡара.
"Башҡорт теле – Брайль шрифты менән" проектының авторы Нәзилә ДӘҮЛӘТХАНОВА:
– Проекттың маҡсатлы аудиторияһы - Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатының 8-се класс уҡыусылары. Тап ошо йәштә балалар башҡорт телен тәрәнерәк өйрәнә башлай, ә әсбаптар бик күптән сығарылған булыуы һәм оҙаҡ тотонолоуы сәбәпле, ҡулланыуға яраҡһыҙға әйләнеп бара. Китапты бөтә балаларға ла етерлек итеп яңынан сығарыу, әлбиттә, өҫтәмә финанс сығымдары талап итә. Һәм ошо етди проблеманы беҙгә тап Башҡортостан Башлығы гранты хәл итеште. Грант аҡсаһы материалдар һатып алыуға китте: Брайль шрифты менән баҫтырыуға тәғәйенләнгән махсус ҡағыҙ, рельеф барлыҡҡа килтереүсе ҡағыҙ, башҡа материалдар. Шулай уҡ был 15 уҡыу әсбабы дидиактик материалдар, рельеф-графика һүрәттәре менән тулыландырылды. Улар ярҙамында уҡыусылар практик заданиеларҙы башҡара ала. Башҡорт алфавитының үҙенсәлеге булған туғыҙ хәреф шулай уҡ махсус шрифт ярҙамында бирелә.

Бөгөнгә проекттың күп эштәре башҡарылды: тактиль башҡорт алфавиты, дидиактик материалдар, 15 уҡыу ҡулланмаһы әҙер. Киләһе бурыс – махсус китаптарҙы Өфөнөң күреү һәләтенән мәхрүм балалар белем алған 28-се коррекция мәктәп-интернатына тапшырыу, башҡорт теле уҡытыусыһы менән бергә асыҡ дәрес үткәреү.
Башҡорт теле китабы тотош класҡа бер нисә дана ғына бүленә. Ә республика Башлығы гранты аныҡ кластағы балаларҙың һәр береһен махсус шрифтлы уҡыу ҡулланмаһы менән тәьмин итергә мөмкинлек бирҙе.

Тифлопедагог, Өфөнөң 28-се коррекция мәктәп-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә ВИЛДАНОВА:
– Башҡорт телен өйрәнеү буйынса уҡыу әсбабын күреү һәләтенән мәхрүм һәм насар күргән балаларға ярҙам булараҡ Брайлдең рельеф-нөктә шрифты менән баҫтырып сығарыу - ныҡ мөһим һәм кәрәкле эш. Хәҙер беҙҙең балалар башҡорт теленә ҡағылышлы мәғлүмәтте дәрестә кәрәкле күләмдә өйрәнә аласаҡ.

Һүрәттәрҙә: уҡыу әсбаптары; проект авторы Н. Дәүләтханова; Ғ. Вилданова уҡыусылары менән; А.Вәлиева. 

Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.

 

Башҡорт теле – Брайль шрифты менән
Башҡорт теле – Брайль шрифты менән
Башҡорт теле – Брайль шрифты менән
Башҡорт теле – Брайль шрифты менән
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: