Әүҙем милләттәштәр йәшәй
– Ләйсән Йәркәй ҡыҙы, оло йыйынға туҡталыр алдынан һүҙҙе башҡорт халҡының урындағы йәшәйешенән, ҡоролтай эштәренән башлау дөрөҫөрәк булыр. Стәрлетамаҡта милли мөхит үҫешен нисек барлар, нисек баһалар инегеҙ?
– Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә таянғанда, беҙҙең ҡалала 80 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Улар төрлө йәштә, төрлө һөнәр эйәләре, башлыса төрлө район-ҡалаларҙан килеп урынлашҡан кешеләр. Шул уҡ ваҡытта барыбыҙҙы ла бер милләт, бер диндә булыуыбыҙ берләштерә. Урындағы ҡоролтайҙың төп бурысы һәр саҡ ошо халыҡ өлөшөнөң телен, тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауға, яҡлауға һәм үҫтереүгә ҡайтып ҡала. Стәрлетамаҡтың дуҫ-татыулыҡ хөкөм һөргән ҡала тигән даны ла бар. Беҙҙә тиҫтәләгән милләт вәкиле йәшәй, ошо милләт-ара, дин-ара татыулыҡты булдырыуҙа, дуҫтарса йәшәүҙе тәьмин итеүҙә лә инде бурыстар етерлек. Милли йәмәғәт ойошмаларының, минеңсә, был бөгөнгө көндә бигерәк тә мөҡҡәдәс бурысы.
Халыҡ тигәндән, шуныһын да билдәләге килә, Стәрлетамаҡта, ғөмүмән, әүҙем, гражданлыҡ позицияһын белдерергә ҡурҡып тормаған, һәр саҡ күҙгә ҡарап әйтер, рухлы кешеләр йәшәй. Тарихсы булараҡ та һыҙыҡ өҫтөнә алам: был күренеш беҙҙең ҡалаға һәр саҡ хас булған, һәм ул башҡорттарға ла ҡағыла. Әйтәйек, ҡала башҡорттары, әлбиттә, ауыл ерлегенән айырыла, дөрөҫөрәге, улар, милли мөхитте күҙ уңында тотҡанда, “ҡырыҫыраҡ” шарттарҙа йәшәй, сөнки бында аралашыу өсөн һәр саҡ туған телеңде генә ҡулланып булмай, төрлө милләт вәкилдәре менән аралашырға, уларҙың мәҙәни-тарихи мөхите менән берлектә симбиоз форматта йәшәргә кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, Стәрлетамаҡ башҡорттары үҙ телен онотмай, милли тарихи-мәҙәни процесс дауам итә, милли үҙаң глобалләшеү фонында юғалып ҡалмай. Бында һүҙ, әлбиттә, милли зыялыларыбыҙ тураһында ғына бармай, ә филологмы ул йәки сәнәғәт өлкәһендә икмәк табыусымы, эшҡыуармы – һәммәһе тел, милләт тип борсола, туған телен һаҡлап, әсә телендә аралашырға, башҡортса спектакль-концерт ҡарарға, иң мөһиме, быларҙың барыһын да балаларында тәрбиәләргә тырыша. (Юҡһа “башҡорт теле уҡытыусыһы ғына башҡорт” тигән ҡалыптар ҙа юҡ түгел бит тормошта). Ошоға бәйле, милләттәштәребеҙ, бая әйткәнсә, гражданлыҡ, әүҙемлек күрһәтә.
Шөкөр, бындай мөхит үҫешер өсөн шарттар ҙа ныҡлы: бигерәк тә һуңғы йылдарҙа телебеҙ дәүләт кимәлендә нығытыла бара, республика етәкселеге тырышлығы менән телде үҫтереүҙә, һаҡлауҙа тотош программалар ҡабул ителә, гранттар булдырыла, тел аралашыуҙа ғына түгел, ә технологиялар, глобаль мөмкинлектәр аша ла тарала, ошо уҡ миҫал ҡала кимәлендә лә ҡабатлана.
– Гражданлыҡ, әүҙемлек тинегеҙ, тимәк, талап итеү, хоҡуҡтар тураһында ла һүҙ бара. Ә бына ундай шарттарҙа ҡоролтайға эшләүе нисек һуң?
– Талап итеү, әүҙемлек, әлбиттә, өҫтәлгә һуғып “Ниңә телде яҡламайһығыҙ? Башҡорт мәктәптәре астырҙығыҙ! Йәштәрҙе ҡарағыҙ!” тигән даулауҙар түгел. Кешеләр: “Әйҙәгеҙ ошолай сара үткәреп ҡарайыҡ, әйҙәгеҙ ошолай акция ойошторайыҡ”, тип үҙҙәре тәҡдимдәр еткерә, бергәләп эшләргә әҙер. Шуның менән ҡалабыҙ үҙенсәлекле лә инде, шуның менән беҙ бәхетле. Шуға эшләүе лә еңел: кемгә генә мөрәжәғәт итмә, ысын мәғәнәлә, ҡулынан килгәнсә һәммәһе ярҙам итергә тырыша. Әле тиҫтә йылға яҡын ҡоролтайҙа эшләү дәүеремдә бер тапҡыр ҙа милләтәштәремдән “Юҡ, килеп сыҡмай” тигән һүҙ ишеткәнем булманы. Был ниндәйҙер финанс йәки ҡул ярҙамы тураһында ғына һүҙ түгел, иғтибар итһәгеҙ, ҡалала үткән сараларҙа, мәҫәлән, төрлө быуын вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләре ихлас ҡатнаша. Артистар, уҡытыусылар ғына түгел, завод эшсеһе лә, төҙөүсе лә, иҙән йыйыусы ла биҙәй сараларыбыҙҙы. Быныһын да билдәләү дөрөҫтөр.
Биш йыл эсендә ун биш ҙур проект!
– Стәрлетамаҡтың үҙенсәлеге быға ғына ҡайтып ҡалмай, беҙҙеңсә. Шулай уҡ ҡала үҙенсәлекле проекттары менән дә дан тота...
– Ысынлап та, проекттарыбыҙ бик күп беҙҙең, улар төрлө быуын вәкилдәрен, төрлө категорияға ҡараған кешеләрҙе берләштерә, төрлө өлкәгә ҡағыла: мәҙәниәт, тарих, фән, ватансылыҡ, сәнғәт, милләт-ара татыулыҡ, шәхестәр...
Иң мөһиме, беҙҙең башланғыстар ҡалала апробация үтеп, республика кимәлендә йәйелдерелә, ә бына Башҡорт ғаиләһе байрамы йәки “Етегән” ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө хатта хәҙер ил кимәлендә (!) (төбәк-ара) үткәрелә. Был – ҡоролтайыбыҙ эшмәкәрлеге өсөн, һис шикһеҙ, ғорурлыҡ сығанағы. Әммә быны маҡтаныу өсөн әйтмәйем, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республика етәкселеге, тимәк, башланғыстарға, төбәктәргә иғтибарлы, тимәксемен. Был сара, дөрөҫөн әйткәндә, күптән кәрәк һәм көтөп алынған проект ине, сөнки, күреп тораһығыҙ, һуңғы йылдарҙа донъяла ғаилә институты ниндәй кимәлгә төштө: ҡайҙалыр атай ҙа - ир, әсәй ҙә – ир, ә кемдер “ағасҡа кейәүгә сыға”... Ошондай шарттарҙа беҙҙә ысын ғаилә ҡиммәттәре нығына ғына бара, һәм был эш артабан да дауам итергә тейеш. Проекттың нәҡ Стәрлетамаҡта башланыуы һәм йыл да беҙҙә уҙғарылыуы үҙенсәлекле бренд та булып тора ҡала өсөн. Шуныһын да билдәләге килә: хәҙер “Етегән” байрамы йыл да ҡала хакимиәте башлығы гранты ярҙамы менән уҙғарыла. Юғарыла билдәләп үткәнсә, шарттар булғанда тел, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт үҫешәсәк һәм тарих буласаҡ!
Тағы миҫалдарға туҡталғанда, һүҙҙе сараларҙан түгел, йәнә, үҙегеҙ әйтмешләй, үҙенсәлекле күренеште барлап, ҡоролтайҙың юридик статус алыуынан башлар инем. Быға өс йыл элек ирештек. Тимәк, хәҙер эштәр атҡарғанда документаль рәүештә килешеүҙәр төҙөй алабыҙ һәм башҡалар. Улай ғына ла түгел, ҡоролтайыбыҙҙың үҙ коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ла бар. Был саралар үткәреү, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа төрлө кимәлдәге гранттар отоу өсөн бик ҙур мөмкинлек. Әйтәйек, телгә алған ҡала етәксеһе гранты тап әлеге ойошма аша бирелде. Һәммә ҡоролтайҙы, һәммә милләт вәкилен ошо йәһәттән әүҙем булып ҡалырға саҡырам. Мөмкинлектәр күп, ултырып, уйлап эшләргә генә кәрәк.
2021 йылда “Беҙ бергә” этнофестивале проекты менән Рәсәй Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды гранттары конкурсында еңеп, проектты уңышлы тормошҡа ашырҙыҡ.
Шул уҡ 2021 йылда башҡорт милли кейеменә ҡарата һөжүм башланғанда, “Башҡортостан халыҡтарының милли кейем тарихы” исемле Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһын Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филалы грантына атҡарып сыҡтыҡ. Бик тә матур һәм резонанслы сара булды ул. Был сара билдәле этнограф, ғалимә С.Н. Шитованың күркәм юбилейына арналғайны.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының күренекле шәхестәренә иғтибар бүлеп, ихтирам күрһәтергә тырышабыҙ. 2021 йылда, мәҫәлән, күренекле мәғрифәтсебеҙ Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевҡа һәйкәл асылды. “Яҙыусылар һәм ғалимдар аллеяһы” исемле проектын сыуаш дуҫтарыбыҙҙың коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы аша тормошҡа ашырҙыҡ.
2022 йылда иһә шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа бюст асылды. Был – республикала шағирға ҡуйылған бишенсе һәйкәл. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филалында, педагогика һәм психология факультеты бинаһында урынлаштырылған бюст уҡыу йортона Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайынан бүләк булып тора. Ҡалабыҙҙа шағирҙың һәм йәмәғәт эшмәкәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү бик урынлы. Стәрлетамаҡ 1919-1922 йылдарҙа, дүрт йылға яҡын, Башҡортостандың баш ҡалаһы булған һәм Шәйехзада Бабич беҙҙең ҡалала эшләгән. Уның биографияһы Стәрлетамаҡ менән тығыҙ бәйле.
Шулай уҡ һуңғы биш йыл эсендә беҙ күренекле башҡорт шәхестәренә таҡтаташтар ҙа астыҡ. 2020 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән күренекле дәүләт эшмәкәре Муса Мортазин иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Уҙған быуаттың 1919-1922 йылдарында тап К.Маркс урамындағы 103-сө йортта Башҡорт хәрби-революция комитеты урынлашҡан, сөнки ошо йылдарҙа Стәрлетамаҡ республиканың баш ҡалаһы булып килә. Ошо бинала Муса Мортазин эшләгән, яҡты эҙҙәрен ул шул урамда ҡалдырған, таҡтаташты унда асыу нигеҙле.
2021 йылда шулай уҡ ҡала тарихы менән бәйле шәхес Абдулҡадир Инан исемендәге китапханала Абдулҡадир Инанға таҡтаташ асыу тантанаһы ойошторолдо. Төрки халыҡтарының этнографияһы, фольклоры, төрки телдәре һәм әҙәбиәттәре өлкәһендә күренекле белгес булып танылған шәхестең исемен мәңгеләштереү ҡалабыҙ өсөн мөһим. Ағымдағы йылда шағир, яҙыусы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Ниғмәтуллин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Рауил Хөрмәт улы ҡалабыҙҙа Яҙыусылар ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге етәксеһе булараҡ билдәле. Сарала шағирҙың балалары, ейәндәре, туғандары, ҡәләмдәштәре, уҡыусылары, студенттары ҡатнашты, йылы иҫтәлектәрен бәйән итте, Рауил ағайҙың шиғырҙарын уҡыны.
Йөрәк ҡушыуы буйынса
– Был тиклем ысын мәғәнәлә тарихи һәм мөһим проекттарҙы тормошҡа ашырыу еңел түгелдер, әлбиттә, республика, ҡала ярҙамы тураһында әйтеп үттегеҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡоролтай иңендә ҙур йөк ята.
– Әйтеп үтергә кәрәк, күренекле башҡорт шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү Стәрлетамаҡ ҡоролтай ағзаларының матди сығанаҡтарына таянып алып барыла, йәғни проекттарҙың бағыусылары – Стәрлетамаҡ ҡоролтай ағзалары. Был әле бер генә миҫал. Ғөмүмән, беҙ берҙәм, һәр саҡ бәйләнештә. Ҡоролтай йәнә үҙе лә төрлө һөнәр эйәләре, төрлө быуын вәкилдәре менән тулыландырылған. Уҡытыусылар, артистар, табиптар, журналистар, эшҡыуарҙар, сәнәғәт эшмәкәрҙәре, хакимиәт вәкилдәре, банк хеҙмәткәрҙәре, студенттар... Кемгәлер етмештән ашыу булһа, кемдер әле саҡ утыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай. Оло быуын вәкилдәре зыялы фекерҙәре менән эште алға алып барһа, егет-ҡыҙҙарыбыҙ ҡоролтай янында эшләп килгән йәштәр ҡоролтайы (әйткәндәй, был да республикала аналогтары булмаған институт – авт.) менән дәрт өҫтәй.
Үҙәк ҡоролтай, башҡарма комитетына башланғыстарыбыҙҙы хуплағаны, мөрәжәғәттәрҙе кире ҡаҡмағаны өсөн рәхмәтлебеҙ, һуңғы биш йыл эсендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән Стәрлетамаҡтың ун бер шәхесе бүләкләнде! Улар араһында, һис шикһеҙ, ҡоролтай ағзалары ла бихисап. Тимәк, хеҙмәттәре баһалана килә. Әммә шуныһын ышаныслы әйтә алам: рухташтарым, фекерҙәштәрем маҡтау исемдәре хаҡына түгел, милләтебеҙҙең киләсәген хәстәрләп, тәү сиратта, йөрәк ҡушыуы буйынса эштәр атҡара! Айырып исемдәрен атамайынса, уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!
– Был тиклем көслө команда менән, белеүебеҙсә, еңеүҙәр ҙә урап үтмәй һеҙҙе.
– Күмәкләшеп яу ҡайтарып, тигәндәй, Башҡортостандың бөтә ҡала ҡоролтайҙары араһында беҙҙең Ҡоролтайыбыҙ дүрт йыл рәттән призлы урындар яулап килде: 2020 йыл – Башҡорт теле йылы (2-се урын), 2021-ҙә – Башҡорт тарихы йылы (1-се урын), 2022-лә – Фән һәм мәғрифәт йылы (2-се урын), 2023-тә – Башҡорт мәҙәниәте, рухи мираҫ йылы (2-се урын), 2024 йылда – Йәштәр йылы (2-се урын). Бынан тыш, быйыл йәштәребеҙ (Йәштәр ҡоролтайы) “Рух майҙаны” аҡыл һәм белем ярышында төбәк кимәлендә 1-се урын яуланы! Был ҡаҙаныштар Стәрлетамаҡ ҡоролтайының берҙәм команда булып эшләй алыуын, уның потенциалын иҫбатлай.
Һыналыш осоронда бергә ҡалайыҡ!..
– Ләйсән Йәркәй ҡыҙы, беҙҙе оло йыйын көтә. Ошо хаҡта ла фекерегеҙҙе ишетке килә...
– Биш йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә уҙып иткән. Үткән Съезда етди һәм эшлекле резолюциялар ҡабул ителгәйне. Уларҙың ошоноһо-ошоноһо тормошҡа ашты, ошоноһо аҡһай, тип һәр нөктәһен барлау кәрәкме икән? Иң мөһиме, эш бара, телгә, милли мөхиткә иғтибар арта – шуныһы ҡиммәт. Ике съезд араһындағы ваҡыт арауығында сағыу бер нисә миҫалға туҡталып үткәндә генә лә күпте тойорға мөмкин, минеңсә: туған телде уҡытыуға ҙур этәргес булған полилингваль мәктәптәр асылды, ҡурайсыларҙың дәүләт кимәлендә ансамбле барлыҡҡа килде, милли костюмдар парады уҙғарыла башланы, “Китап байрамы”, грант ярҙамында эшләй башлаған “Һомай” аҡыллы гаджеты, башҡортса диктант, “АРТ-Ҡоролтай” һәм башҡалар...
Минеңсә, бер генә съезд та “исем өсөн” үткәрелмәй. Был юлы иһә бигерәк тә ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки, аңлап тораһығыҙ, йәмғиәттебеҙҙе бүлгесләргә тырышалар, милләтебеҙҙе уртаға ярып низағ сығарырға ынтылыуҙар туҡтамай. Ошондай ауыр, һыналышлы осорҙа бергә, берҙәм булыуҙың иң юғары нөктәһе талап ителә әле тип уйлайым. Шуға, ҡоролтай бүлексәһе етәксеһе булараҡ та, тарихсы булараҡ та, ябай башҡорт ҡатын-ҡыҙы сүрәтендә лә ҙур өмөттәр бағлайым. Ошондай ҙур мәғәнә һалынған идеялар менән берлектә күрше төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәргә иғтибарҙы көсәйтергә, ҡала башҡорттары үҫешенә нығыраҡ ыңғай йоғонто яһаусы (мәҫәлән, “Айыҡ ҡала”, бәлки, шуға оҡшаш проект) проекттар ҙа резолюцияла урын алыр, тип өмөтләнәм. Барыһын да яҡшыға юрайыҡ. Иң мөһиме, берҙәм булып ҡалыу!
– Ләйсән Йәркәй ҡыҙы, дөрөҫөн әйткәндә, урындағы ҡоролтайҙы нәҡ һеҙ етәкләүегеҙ менән стәрлетамаҡтар бәхетле. Сөнки һеҙҙе белемегеҙ, әүҙемлегегеҙ өсөн хөрмәт итәләр, һанап киткән башланғыстар, эштәр башында ла үҙегеҙ тораһығыҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар теләп ҡалабыҙ!
– Рәхмәт!
Фотолар Стәрлетамаҡ ҡала башҡорттары ҡоролтайы сығанаҡтарынан алынды.