Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа туған телебеҙҙе боҙоп яҙыу осраҡтары йышайғандан-йышая. Был телебеҙ, рухиәтебеҙ һағында торған өлкә вәкилдәре булараҡ, беҙҙе, милли матбуғат хеҙмәткәрҙәрен, ныҡ борсоуға һала. Мәҫәлән, күптән инде "ҡаҙы" урынына "ҡаҙылыҡ" тип яҙалар, төҙәтеп ебәрһәң, өҫтөңә өйҙәй булырға әҙер торалар әле, етмәһә...
Чаттарҙың береһендә ошоға бәйле бәхәс сыҡҡан ыңғайы, әмәлгә ҡалғандай, рухиәтебеҙҙең ағинәһе Мәрйәм апай Бураҡаева яҙмаһына тап булдым. Үҙенең рөхсәте менән уны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең әйткәненә ҡолаҡ һалырҙар, бәлки?!
"Башҡорт ни өсөн АТ ИТЕ тип әйтмәй?
Ат ите тип әйтеү ныҡ тарала башланы, үкенес. КОНИНА, КОНЬ тигәнде туранан-тура тәржемә итәләр.
Башҡорттар ЙЫЛҠЫ ИТЕ ти.
Башҡорт бер ваҡытта ла үҙе егеп, менеп йөрөгән, яҡын дуҫы булған атын һуғымға һуймаған. Ул йылҡы өйөрөнән ҡулға эйәләштерелмәгән, хужалыҡта файҙаланылмаған йылҡы малын ғына һуғым иткән. Һәм ЙЫЛҠЫ ИТЕ тип атаған. Ә ат, бейә, айғыр, өйөр айғыры – улар хужалыҡта файҙаланыу өсөн ҡулға эйәләштерелгән йылҡы малы төрҙәре", – тип ап-асыҡ итеп төшөндөрҙө Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы.
Туған телебеҙҙе боҙмайыҡ, дуҫтар, дөрөҫ итеп һөйләшәйек, яҙайыҡ!
Нәсих Хәлисов фотолары.