Һуғыш… Ҡот осҡос фажиғә. Бер һыныҡ икмәккә тилмергән балалар, аслыҡтан шешенеп үлгән сабыйҙары өсөн зар илаған әсәләр, яу ҡырында ятып ҡалған атайҙар, йәп-йәш егеттәр. Ил һаҡларға киткән егеттәрҙең күпселеге һәләк була, ҡайтҡандарының да байтағы яралы, шуға ҡарамаҫтан, эшкә ашығалар. Бер көн ҡалдырмайҙар.
Бөгөнгө һүҙем ауылдаштарым, хәҙер инде мәрхүмдәр, Инйәр леспромхозында арымай-талмай тир түккән Хәлисә еңгә менән Нох ағай Оморҙаҡовтар тураһында булыр. Нох ағай Инйәр леспромхозы ойошторолғандан бирле ағас ҡырҡа, ҡырҡылған ағастарҙы Инйәр йылғаһының ярына сығарып өйәләр. Утындар яҙға тиклем кибә, ә яҙ көнө, ташҡын мәлендә, уларҙы Бәләғошҡа ағыҙалар. Һуғыш башланғас, Нох ағайҙы “бронь” менән тылда эшләргә ҡалдыралар. Ул йәштәр бригадаһын етәкләй. Бригада ун һигеҙ кешенән тороп, шуларҙың биш-алтыһы ғына егеттәр була. Ә башҡалар, йәше еткәндәре фронтҡа оҙатыла.
Һуғыш ваҡытында Белорет металлургия заводы ағас күмерендә эшләй. Көнө-төнө руданан ҡорос ҡоялар. “Бөтәһе лә фронт өсөн!”, “Бер түмәр ағас – дошманға бер пуля” тигән саҡырыуҙарға тырыш хеҙмәт менән яуап биргән Нох Оморҙаҡов бригадаһы. Нох ағай фиҙакәр хеҙмәте өсөн баш ҡалабыҙ Өфөгә алдынғылар слетына ебәрелә. Бригадаһы күсмә Ҡыҙыл байраҡты ҡулдан ысҡындырмай.
Тормош юлдашы Хәлисә еңгәй, әхирәттәре Ғәйниямал Мәғәфүрова, Ғәбиҙә Хәсәнова ла, Әпҡәдир Дауытов ағай ҙа һынатмай. Уларҙың һәр береһе көн һайын дүртәр кубометр утын әҙерләп, өйөп ҡуя, бригадалары “меңенсе”ләр рәтенә инә. Ул ваҡытта икмәк норма менән генә бирелә. Планды тултырһалар – 800 грамм, план тултырылмаһа – 600 грамм. Ошо алған икмәкте өс өлөшкә бүлгәндәр.
Нох ағай Инйәр леспромхозында ҡырҡ йыл эшләй. Хеҙмәтен ябай утын әҙерләүсе булараҡ башлап, моторист, сайыр йыйыусы ла була. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә йөрөй, шуға күрә уны хөрмәт итәләр, ил дә ҙурлай. Миҙалдары, Маҡтау ҡағыҙҙары бик күп. Белорет районының Татлы ауылында 96 йәшкә еткән Нох Оморҙаҡов йәмәғәте Хәлисә еңгә менән етмеш йылға яҡын иңгә-иң терәшеп тормош көттө. Улар икеһе лә – тыл батырҙары. Һуғыш йылдарының әсеһен-сөсөһөн, аслыҡ-яланғаслыҡты, башҡа ҡыйынлыҡтарын да күп татыйҙар. Бер-береһен тәү ҡараштан аңлап, сабыр ғына, үҙ эштәрен урынына еткереп, парлы аҡҡоштар кеүек ғүмер иттеләр. Ир кешегә өс эш башҡарыу шартын Нох ағай бер ваҡытта ла онотманы: өй һалды, балалар үҫтерҙе һәм ағас ултыртты.
Нох ағай элегерәк яҙ көнө ҡыуғын эшенең оҫтаһы ла булды. Кесе Инйәр йылғаһының ағымын, ҡыуғындың тотҡарланып торған урындарын яҡшы белде. Шуның өсөн дә уны һәр ваҡыт ҡыуғын бригадаһының бригадиры итеп ҡуйҙылар. Нох ағай менән Хәлисә еңгә һәм бергә эшләгән ауылдаштары Еңеүҙе тырыш хеҙмәте менән яҡынайтты, шуға күрә лә ауыл халҡы уларҙы ихтирам итте. Межгорье ҡала хакимиәте лә онотманы, һәр байрам һайын ҡиммәтле бүләктәр ебәрҙе, хәлдәрен белеп торҙолар. Мәктәп музейында уларҙың фотолары эленеп тора.
Һуғыштан һуң ғаилә ҡороп, ул-ҡыҙҙар үҫтерҙеләр, йорт һалдылар, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып йөрөнөләр. Балалары юғары белем алып, бөгөн төрлөһө төрлө ерҙә эшләй. Үҙ донъялары менән айырым йәшәһәләр ҙә, ата-әсәләрен онотманылар. Уларға ярҙам итеп торҙолар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәлисә еңгә Нох ағайҙан алдараҡ вафат булды. Нох ағай һуңғы көнөнә ҡәҙәр ғүмер кисергән өйҙәрендә йәшәне. Ул да былтыр 96 йәшендә фани донъяны ташлап китте. Һәр ваҡыт кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булдылар, өгөт-нәсихәт биреп, матур итеп йәшәнеләр.