Тарих яҡты эҙҙәр ҡалдырһын.
Ер йөҙөндәге һәр ил үҙенең үткән тарихы менән мисәтле. Беҙҙең Рәсәй иһә Бөйөк Ватан һуғышында фашист илбаҫарҙарын тар-мар итеүе, халҡының патриотик холоҡ-фиғеле менән данлыҡлы. Төрлө милләттәр гөлләмәһенән торған яугирҙәр араһында беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан, башҡорт уҙамандарынан торған 112-се (16-сы гвардия) башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы хәтер төйөнсөгөмдө, йәғни бала саҡ хәтирәләремде, сисәм.
Ике тапҡыр “похоронка” алған...
“Башҡорт кавалерияһы, гвардия, дивизия, за Сталина, эскадрон вперед, старший сержант слушает, генерал Шайморатов, генерал Күсимов” тигән һүҙҙәр беҙҙең ғаиләлә йыш ҡабатланды. Ҡәһәрле һуғыш тамамланыуға 25 йылдан күберәк ваҡыт үтһә лә, бала сағымда төнгө йоҡомдан “эскадрон, вперед!” тигән тауышҡа һиҫкәнеп уянғаным иҫемдә.
Атайым Кинйәбай Бәҙретдин улы Шәрипов Белорет районының Ҡаһарман ауылынан. Башҡа яугирҙәр кеүек үк, бик йәш килеш, әҙерлекһеҙ, көтөлмәгән, аяуһыҙ, мәкерле һуғыштың мәхшәренә эләгә. Мин уның үҙ ҡулы менән яҙған автобиографик хәтирәләрен уҡып, шаңҡып та ултырғаным булды. Ошо бәләкәй генә бер табаҡ биткә ябай ғына, йәш кенә башҡорт егетенең, һалдат-яугирҙең үткәне һыйған да ҡуйған. Табаҡ ҡына биттә бер кеше ғүмере – ил һаҡсыһы, батыр яугир, атай, олатай, аҡһаҡал тормошо.
Тарихи биттәр... Иң ҡыуаныслыһы, һөйөнөслөһө – атайымдың ул тарихты дауам итеүселәре бар. Сабир Ҡадировтың “Урал бөркөтө”, Рамазан Өмөтбаевтың “Генерал Күсимов” тигән документаль әҫәрҙәрендә атайым тураһында ла мәғлүмәттәр бар. “Урал бөркөтө” китабындағы коллектив фотоһүрәттә атайымды оло ейәндәре тиҙ тапты.
“Күҙҙәренән белдек, олатайыбыҙҙың ҡарашы үткер,” – тинеләр. Бик ҡыуаныслы күренеш булды. Ғорурлыҡ, тарихи уйланыу кисерештәре менән күңелем тулды.
Мин атайым һөйләгән тарихи мәғлүмәттәрҙе күңелемдә йөрөтөүсе генә түгел, ғаилә архивындағы документтарҙы үҙемдә һаҡлаусы ла. Ғаиләлә төпсөк баламын, 12-се генә. Атай-әсәйемде оло быуын кешеләре тип ҡабул итә инем. Тәрбиә бик төптән, халыҡсан юҫыҡта бирелде. 30 йәшемдә ике терәк-таяуһыҙ, үкһеҙ етем ҡалдым, әммә улар биреп өлгөргән наҙ, ихтирам, һөйөү, иғтибар ғүмеремдең аҙағынаса етәсәк.
Атайым үҙ аяғында йөрөп, ҡапыл ғына гүр эйәһе булды. “Ике тапҡыр үлеп терелдем, йәнем сыҡҡанда аяҡта һәм атта ғына булһам ине”, – тип теләүҙәрен аңлай башланым үҙем дә. Әсәйем атайыма ике тапҡыр “похоронка” ҡағыҙы алған. Ҡурайсы ла ине. “Быйыл китермен, ахыры, урмандан көҙ алып ҡайтҡан ҡурайымдан моңом сыҡманы”, – тип тә аптыратҡайны. Ике айҙан, йәғни ноябрҙең башында, китте. Әсәйемә бер сана бесән алып ҡайтыу һылтауы менән, Арҡа тауын әйләнеп ҡайтып, ауыл буйлап хәрбиҙәрсә һыбай килеш таңда елдереп үтте лә китте...
“Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы”, – тип халҡым бушҡа ғына йырламаған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың көҙөндә ойошторола. Һуғышҡа алып киткәндә, ауыл халҡы көҙгө эштәр менән яланда була. Атайымды ла алып китәләр ҙә ни сәбәптәндер кире ҡайтаралар. Атлы дивизияға тәүҙә доброволецтар алына. Һыбай яҡшы йөрөгән, илгә ҡарата ышаныслы, сәләмәт, ныҡлы ир-егеттәр араһына атайымдың да эләгеүе аптыратмай, әлбиттә. Көнбайыш Украина һәм Фин һуғышында, Бессарабияны алыуҙа ла ҡатнашып, дары еҫкәп өлгөргән һалдатты танкист булырға бик өгөтләһәләр ҙә, атайым үҙ һүҙендә тора: “Мин башҡорт. Башҡорттоң яу юлдашы борондан ат. Тимер минең өсөн түгел, не знаю даже, что такое коленчатый вал” тип яҙып ҡуйығыҙ әле”, – тип өгөтләп тә ҡуя. Үҙ һүҙле лә ине ул, күп һөйләмәне, аныҡ, теүәл аҡыл менән бар эште башҡарҙы. Хәтер ҡеүәһенә әле булһа һоҡланам һәм аптырап ҡуям. Дивизияға алыу өсөн һәр һалдатты хәрби комиссия энәһенән-ебенә тиклем тикшерә. 112-се, 113-сө дивизиялар, Юғары бойороҡта ҡаралғанса, ике аҙнала ойошторола. Атайым 112-се дивизия туплана башлаған Дим ҡасабаһына эләгә, һуғышҡа әҙерлек үтә башлай.
Командирҙар табыу иң ҡатмарлы мәсьәлә була. Шәп башҡорт офицерҙары һуғыш уртаһында бит. Уларҙы ҡаты барған ут һыҙығынан айырып алыу еңелдән булмай. Бар тарафтан командирҙар ҡайтарыла башлай. Барыһы ла фәҡәт милли кадрҙар була. Атайымдың эскадрон командиры Баймаҡ уҙаманы Бәҙри Мәмбәтҡолов икәнен беләм. “Командирҙарыбыҙ политически бик аҡыллы ине, һәр һорауыбыҙ яуапһыҙ ҡалманы, уҡытыусы һымаҡ өйрәттеләр”, – тип әйтер ине.
Аттар ҙа, һалдаттар кеүек, комиссия үтә
Урындағы хужалыҡ һуғышҡа алыныусыны аҡ тун, бүрек, йылы бейәләй, быйма менән тәьмин итергә тейеш була. Колхоз аттарын да эшелондарға тейәп оҙатыуҙар башлана. Уларҙы ла, һалдаттар кеүек, комиссиянан үткәрәләр.
Башҡорт аттары бит, һайлап ҡына ҡалдырылған эш аттары. Әлбиттә, бөтәһе лә яраҡлы булып сыға. Бар халыҡ уларҙы ла зар илап оҙата башлай. Бер тапҡыр аттарҙы ҡабул иткәндә, беҙҙең ауылдан ебәрелгән Ҡарабаш атайымды танып кешнәп ебәрә. Иҫ киткес күренеш, ат менән буласаҡ яугир осрашыуы була был. Әммә атайым икенсе атты яуға өйрәтә башлағас, улар бергә була алмай. Был турала атайым хатҡа яҙып ебәрә, инәйем (атайымдың бер туған апаһы) хатты бар ауылдаштарға уҡып ишеттерә. Һуғыштан икеһе лә иҫән ҡайта, атайым уны һуйҙыртмаҫҡа ҡыр талашҡан да үҙ кәртәһенә алған, ҡартайғансы тотҡан. Ат культы беҙҙең ғаиләлә һәр беребеҙҙә тәрбиәләнде. Ғаиләбеҙҙең атһыҙ булғанын хәтерләмәйем. Йылҡы итен ашамайбыҙ. Бик ҙур фажиғә лә була яҙҙы.
Атайымды табутта яй ғына өйҙән алып сығып киләләр ине. Ике кәртә аша торған ҡола бейәбеҙ йән әрнеткес итеп кешнәп ебәрҙе. Артта килгән әсәйем дә ҡысҡыра башланы: “Балалар, туҡтағыҙ, бейәһе бит хушлашырға итә, туҡтағыҙ”, – тип әйтеп өлгөрҙө, бейә ике кәртәне емереп, табут эргәһендә лә булды.
Табут эргәһенә килде, халыҡ ситкәрәк китте, башын тиҙ-тиҙ һелкте, кешнәп хушлашты, мороно менән төртөп тә ҡараны. Үлгәненә инанғас, күрәһең, ҡапыл әйләнеп, ҙур кәртәгә сабып сығып китте. Шунан һуң беҙҙең менән бөтөнләй бәйләнешкә барманы ла ҡуйҙы. Әсәйемде генә үҙ күрҙе, әммә яҡын юлатманы. Яҙға сыҡҡас, кәртәне емереп сығып киткән. Урманда ҡолонлаған, үҙе тауҙан осоп тәләфләнгән, ҡолоно ҡалды. Әсәйем һуйҙыртмаған. Ауылдаштарымдың: “Кинйәбайға ат ене йоҡҡан”, – тип әйтеүҙәре бушҡа булмаған, күрәһең. Тоғролоҡ кешеләрҙә генә түгел, башҡорттоң юлдашы атта ла үҙемдең күҙ алдында мәңгелеккә ҡалды. Әкиәт тип әйтерһегеҙ. Әсәйем дә атайымдан күпкә ҡалманы.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дивизияның дүрт мең яугире орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Атайымдың “Батырлыҡ өсөн” миҙалы был яуҙың шул тиклем көсөргәнешле, аяуһыҙ, ҡаты булыуы тураһында бәйән итә. 78 яугир, күптәре үлгәндән һуң, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Был ҡәһәрле һуғышта Ҡыҙыл Армияның беҙҙең данлы атлы дивизия ише, башҡа бер ҡоро ер ғәскәрендә лә геройҙар һаны 78-гә етмәй. Беҙҙең гвардия берәү генә булып ҡала, бик ҡиммәткә төшә был алыш.
Шайморатов хәбәрһеҙ юғалғас, башҡорт уҙамандарын Таһир Күсимов алға әйҙәй, уның да бөтә яҡтан уңғанлығы хайран итә һалдаттарҙы. Ғүмеренең аҙағынаса тиклем ул яугирҙәре өсөн үрнәк һәм тотҡа, баһадир командир булып ҡалды. Ул саҡта мин уҡымай инем. Атайым эсештерә башлаған, әсәйем туҡтата алмай йөҙәгән-йөҙәгән дә, БАССР-ҙың хәрби комиссары булған Таһир Күсимовҡа хат яҙҙыртып ебәргән.
Беҙгә мөһабәт кәүҙәле хәрби кеше килде. Яҙ ине. Ауыл урамы. Беҙҙең өй ташлы ғына тау итәгендә булды. Тау башына ике ҡара төҫтәге машина килеп туҡтаны. Хәҙер ул автомобилдәрҙең “Волга” икәнен беләм, ә бала сағымда улар миңә бик ҙур кеүек күренгәйне. Машина артынан ауылдаштарым да ыңғайланы. Тәүҙә иҫебеҙ китеп ҡарап ҡына тора инек, беҙҙең яҡҡа төшә башлағас, мине ниндәйҙер ҡурҡыу хисе баҫты, тегеләр алдына үҙем төшөп алдым.
Кендек ҡапҡаны үҙе асып инде. Атайым эштә булғандыр, өйҙә әсәйем менән оло апайым ғына ине. Тәпәш кенә ишектән бик сүгәләп ингәне ныҡ хәтерҙә. Папахала ине, тәүҙә уны систе. Ике кеше килгәйне. Атайым килгәнсе әсәйем менән әңгәмәләште, сая әсәйемдең уның менән бик ипле, ауыҙын яулыҡ менән ҡаплаңҡырап һөйләшкәне лә уның бик абруйлы ҡунаҡ икәненә ишара булды. Хәрби кейеме зәңгәрһыу, әлегәсә күрмәгән төҫтә, салбары ике яҡтан ҡыҙыл буйлы ине.
Атайым ҡайтты. Сатан аяғын икенсеһенә тигеҙ ҡуйып, честь бирҙе. Ҡосаҡлашҡайнылар, атайым уның ярты кәүҙәһендә юғалып ҡалды. Ҡайһылай Ҡорманай ағайым кеүек оҙон, тип уйлап ҡуйҙым, әсәйемдең ике туған ҡустыһының буйы 1 метр 98 сантиметр ине. Оҙон кешеләр ауылда “Ҡорманай” ҡушаматлы булды. Атайымды ла “беҙгә Ҡорманай килде” тип сыға һалып ҡаршылағас, Күсимовтың үҙен күргәс, ниндәй хәлдә булғандыр, әйтә алмайым. Оҙонлоғона күрә Күсимов бик олпат, ҙур ҙа ине. Уның шул мөһабәтлеге ныҡ иҫемдә. Командирҙар шундай була, күрәһең, тигән тойғо ҡалды миндә.
Әсәйем өҫтәл йәйгәнсе, улар һөйләшеп ултырҙы. Әсәйем табынға ултырманы, мейес яғындараҡ торҙо. Генерал бик йәтеш “бутыль” сығарҙы, бәләкәй генә рюмкаларға һалып бер эстеләр ҙә башҡа ҡабатламанылар. Студент саҡта ғына был шешәлә ром эсемлеге булғанлығын белдем: хәрби ағайым атайыма күстәнәс итеп 9 Майға алып ҡайтты.
Ә ул саҡта мин атайымдың алдына барып ултырҙым да ҙур кешене күҙәттем. Шелтә һымағыраҡ тауыш сыға башлағас, уның эргәһенә барып көмөшкә оҡшаған китель төймәләрен тотоп ҡараным. Ятһына белмәнем бала сағымдан, ҡурҡыуҙың нимә икәнен әле лә тоймайым. Бик оҙаҡ һөйләштеләр, яуҙаштарын барланылар. Ғаиләбеҙ тураһында бик төпсөндө. Атайым пенсия алыр өсөн йыл һайын комиссияға йөрөгәнен, аяғының яңынан үҫмәйәсәген дә бәйән итте.
– Ярҙам кәрәк булһа, һора, Шәрипов, хат яҙышып тор. Ҡыҙҙарың бик теремек, уҡыт, белем бир, – тигәне васыят һымаҡ булғандыр.
Беҙҙе уҡытыу хәстәрлеген атайым беренсел бурыс итеп ҡуйҙы. Генерал аманатын тотто. Беҙ ҙә бик тырыштыҡ, атай-әсәйҙең һүҙен бер ҡасан да йыҡманыҡ, тормоштан да уңдыҡ.
Оҙатырға сыҡҡанда, “Волга”лары эргәһенә беҙҙең бар туғандар йыйылып өлгөргәйне. Кемгә-кем, ә һалдат-кавалерисҡа Күсимовтың үҙе килеүе ғорурланып һөйләрлек бер ваҡиғаға әйләнде. Белорет военкомы машинала көтөп ултырған. Өйҙә улар башҡортса һөйләште. Мин инде өйгә бик текә ҡайтып киткәнмен. Беҙҙә генә бик ҙур ҡунаҡ булғанын аңлағанмындыр, күрәһең. Ысын батыр, баш яугир үҙ һалдаттарының сафта ҡалғандарының көнитмешен иғтибарҙан сығармай, тыныс мәлдә лә барлап, хәстәрләп торҙо. Хөрмәте үҙенә ҡайта, иншалла. Ни сәсһәң, шуны ураһың шул.
Атайымдың командирҙары иҫ киткес аҡыллы, батыр, тоғро булған. Взвод командиры Бәҙри Мәмбәтҡолов менән гел аралашып торҙолар, ҡунаҡҡа йөрөштөләр, үҙ-ара ярҙам итешеп йәшәнеләр. Баймаҡҡа тау аша һыбай барып ҡайтыр ине. Бер йылы беҙҙең колхозға атайым тоҡомло һыйырҙарҙы ла уның ярҙамында алып ҡайтты. Ферма мөдире итеп тәғәйенләнгәс, колхозын да командирҙары аша хәстәрләгән ул. Еңеү байрамында осрашырға тырыштылар, оҙағыраҡ йәшәү өсөн дә көрәштеләр, гел хәбәрләшеп торҙолар. Бына ҡайҙа һалдат тоғролоғо!
Мин Башҡорт дәүләт педагогия институтының беренсе курсында уҡығанда (1983 йыл) атайым Өфөгә кавалерист-гвардиясыларҙың осрашыуына килде. Күсимов уларҙы ресторанға саҡырған, күмәк төшкән фотоны мин алырға тейеш инем, сәбәбе килеп сығып, барып ала алманым. Журнал битендә сыҡҡанын таптым шулай ҙа. Ошо осрашыуҙан һуң атайым үҙенә тәғәйен “Запорожец” машинаһын юллай алды. Күсимов ярҙам итеп ебәргән. “Һары ҡыҙың уҡырға индеме? Ҡайҙа уҡый?” – тип атайымды ла аптыратып ҡуйған. Студенттарға тәғәйен ташламаларҙы ла унан белгән.
Хәтер төйөнсөгөм менән уртаҡлаша алыуыма ифрат шатмын. Эштәребеҙ уң, күгебеҙ тыныс булһын. Тарих һуғышһыҙ, яҡты иҫтәлектәр менән тулыландырылһын. Беҙ – тарихта, тарих беҙҙә яҡты эҙҙәр генә ҡалдырһын.