Ул булмаһа, “Кинйә” романы барлыҡҡа килмәҫ ине.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң тыуған балаларҙың береһе мин. Беҙ һуғыш тураһында китаптар уҡып үҫтек. Гел рәшәткәләрҙең бағаналарын “немец” итә инек тә “һуғыш” уйнай торғайныҡ. Бөтә бала-саға теҙелеп баҫып, “һалдат” булып шул бағаналарға атабыҙ: кем таш менән, кем ағастан яһалған пистолеттан. Бөтәһе лә “үҙебеҙҙекеләр” булып уйнарға ярата, береһе лә “фашистар” яғында булырға теләмәй ине.
Һуғыштан ҡайтҡан атайҙарыбыҙ йәш ине. Минең дә атайым, башҡорт яҙыусыһы, яугир Ғәли Ибраһимов, хәрби хеҙмәттә ете йыл йөрөп ҡайтып, утты-һыуҙы кискән кеше. Кистәрен эштән ҡайтҡан атайымды төрлө һорауҙар менән йонсотоп бөтәм. “Атай, нисек һуғыштың? Нисә фашисты үлтерҙең?” Атайым көлөмһөрәй ҙә: “Әлләсе, һанаманым”, – тип яуаплай. Ғәҙәттә, һуғыш тураһында бик һөйләргә яратмай ине ул.
Эйе, яралары күп булды фронттан ҡайтҡан яҡындарыбыҙҙың. Үҫә төшкәс, бер ваҡыт атайымдың шулай тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған.
– 1945 йылдың 4 феврале минең өсөн һуғыштың аҙаҡҡы көнө булды. Одер йылғаһы буйында беҙҙең полк ҡаты алышта ҡатнашты. – Һөйләгәндә атайым өҫтәл тартмаһынан иҫке генә ҡалын дәфтәр ҙә сығарып күрһәткәйне миңә. Был дәфтәр уның йәш сағындағы, хәрби хеҙмәттә саҡтағы көндәлеге ине. Беренсе битендә “Тормош юлдарым” тип эре хәрефтәр менән яҙылғайны. Йәш яугир 1940 йылда Хабаровск ҡалаһы янында башлаған уны. Бөтә күргәндәрен, уй-кисерештәрен яҙып, теркәп барған.
Һуғыш бөткәнгә нисәмә тиҫтә йыл үтте. Атайым мәрхүм булғанға ла күп йылдар уҙҙы. Шул иҫке дәфтәрҙән уның яҙғандарын уҡып ултырам:
“1945 йыл, 4 февраль. Одер йылғаһының ярҙарына килеп еттек. Немецтар, бөтә донъя тултырып: “Советтар йылғаға яҡын да бара алмаясаҡ”, – тип яр һалды, әммә күрербеҙ әле ниндәй икәнлеген.
Жития тигән немец ауылында ике батальоныбыҙ урамдарҙа алыша. Беҙҙе лә шунда ебәрҙеләр. Өйҙәрҙе, подвалдарҙы, өй ҡыйыҡтарын тентей башланыҡ. Бында һәр мөйөштән аталар, һәр подвал һайын немецтар. Ҡайһы берҙәре хәрби кейемдә, ҡайһылары ябай кейенгән.
Һулдан да, уңдан да миналар шартлай. Береһе минең алдымда ғына шартланы. Бәләкәй генә ярсыҡ һул ҡолағымдан өҫтәрәк башымды яраланы, ә икенсеһе бүркемде алып осорҙо. Битемдән субырлап ҡан ағып китте, ләкин әлегә түҙерлек. Ярамды бәйләмәйенсә, атыуымды дауам иттем. Беҙ ике сәғәттән ашыу алыштыҡ.
5 февраль. Медсанбатта диагнозымды белдем: пуля һул яҡ ҡулбашым тирәһендәге ҡалаҡ һәм күкрәк һөйәктәрен йәрәхәтләгән икән”.
Был яҙмаларҙы атайым һалдаттар ял иткәндә, йоҡлағанда үҙенең ҡуйын дәфтәренә теркәй барған.
Атайымдың үҙе менән булған ҡыҙғаныс бер ваҡиғаны һөйләгәнен дә иҫләйем. “Был хәл 1945 йылдың 4 февралендә булғайны, – тип һүҙен башланы ул. – Сираттағы алыштан һуң санитарҙар яраланған һалдаттарҙы йыя башланы. Медсанбатҡа китеп барған арба янына мине етәкләп алып килделәр. Арба өҫтөнә еңел йәрәхәтләнгәндәр менеп ултырған. Кемдең бармағы яраланған, ҡайһыһының битен пуля сыйып киткән... Миңә урын биреүсе булмағас (тартҡылашырлыҡ хәл дә юҡ ине), мин арбаға арттан тотондом да теште ҡыҫып атланым. Бер нисә саҡрым үткәнбеҙҙер. Башым әйләнеп аңымды юғалтыуымды һиҙһәм дә, үҙемә үҙем “Атла, йәбеш, йығылма” тип талап итәм. Ә гимнастерка эсенән ҡан һаман аға ла аға.
Медсанбат эргәһе яралылар менән тулған, йүгерә-йүгерә шәфҡәт туташтары менән санитаркалар яраланғандарға ярҙам күрһәтә. Еңел яралылар яраларын тиҙерәк бәйләтер өсөн ауыр йәрәхәтләнгәндәрҙе ситкәрәк этәләр ҙә шул арала ҡысҡырыша-ҡысҡырыша кәрт тә һуға башлайҙар.
Ҡанды күп юғалтҡас, хәлһеҙләнеп, ҡыуаҡ янына барып ултырған булдым. Минең янға килергә медсестралар бушай алмай. Йоҡомһорап киткәнмен. Бер ваҡыт медсестра ҡыҙыҡайҙың тауышын ишетәм: “Кемдең ҡайсыһы бар? Бинтты киҫергә ҡайсыбыҙ етешмәй”.
Бөтә көсөмдө йыйып ҡысҡырған кеүек булдым, әммә тауышым ҡарлығып ҡына сыҡты: “Миндә бар!” Ярай ишетеп ҡалған әле медсестраларҙың береһе, эргәмә йүгереп килеп етте. “Өлгөрә алмайбыҙ бит, йәрәхәтлеләр күп”, – тип аҡланды ул һәм, минең ауыр яраланыуымды күреп, ярамды бәйләп ҡуйҙы. Мин тоғомдан бәләкәс кенә ҡайсыны алып бирҙем. Сәсте киҫергә, тырнаҡты, ҡағыҙ ҡырҡырға кәрәге тейә торғайны. Ул ҡайсым булмаһа, ярамды бәйләүҙәрен көтөп ала алмаҫ инем, шунда күп ҡан юғалтып, үлеп ҡалыуым да ихтимал ине. Ярамды бәйләгәндән һуң, медсестра табиптарға индерҙе. Бына ошо ҡайсы мине үлемдән ҡотҡарҙы ла инде”.
Шулай тине лә, атайым яҙыу өҫтәле тартмаһынан иҫкереп ҡарая башлаған бәләкәй генә ҡайсыны алып күрһәтте миңә. Бына ниндәй икән ул тылсымлы ҡайсы! Мин уны тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп тотоп ҡараным. Атайым яуҙа үлеп ҡалһа, мин дә булмаҫ инем бит донъяла. Ҡәһәрле һуғыштан һуң 44 йыл йәшәп, танылған яҙыусы булып, күпме әҫәр яҙҙы. Башҡортостан халҡына “Кинйә” тигән тарихи роман бүләк итте әле ул.
Бөгөн мин ошо иҫкереп бөткән, атайымды ҡотҡарған ҡайсыны Башҡортостандың Әҙәбиәт музейына тапшырҙым. Яҡын кешемдең, һуғыш йылдарының иҫтәлеге булып шунда һаҡланһын, тинем.