Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 74 йыл тула. Уйлап ҡараһаң, тотош бер ғүмер бит ул... Мәгәр, дәһшәтле йылдар алыҫайған һайын, беҙ шуны аңларға тейешбеҙ: атай-олатайҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығын оноторға хаҡыбыҙ юҡ! Миллиондарса кешеләрҙең ғүмерен өҙгән, яҡты яҙмыштарын селпәрәмә килтергән, аҡ хыялдарын аяҡ аҫтына һалып тапаған, әсе күҙ йәштәре, ҡара ҡайғы, ҡот осҡос вәхшәт менән һуғарылған ул йылдар илебеҙҙең тарихына ҡанлы хәрефтәр менән яҙылған.
Тылдағы тормош та еңелдән булмаған. Тол ҡалған ҡатындарҙың, атай наҙынан мәхрүм ителгән етем балаларҙың, “үлем” тигән нәфселе аждаһа ҡосағына ғәзиз улдарын оҙатҡан әсәйҙәрҙең кисерештәрен, уй-ғазаптарын беҙ, тыныс тормош балалары, күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Икенсе яҡтан, Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ фажиғәләре – бар кешелек өсөн әрнеүле иҫкәртеү, оло һабаҡ ул. Шуға ла даһи яугирҙәребеҙҙең ҡаһарманлыҡтарын онотмаҫҡа, йәш быуын вәкилдәре белһен-уйланһын өсөн иҫтәренә төшөрөп торорға тейешбеҙ.
Бөгөнгө яҙмала Башҡортостан батырҙарының береһен – Мөьмин Ғәбделмән улы Латиповты иҫкә алмаҡсыбыҙ. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ҡаһарман яугирҙең тыуыуына ошо көндәрҙә теүәл бер быуат – 100 йыл тула. Әгәр уның ул-ҡыҙҙары, ейән-ейәнсәрҙәре бөгөн тыныс, имен, мул һәм бәрәкәтле тормошта йәшәй, иле өсөн фиҙакәр хеҙмәт итә икән, һис шикһеҙ, бында уның индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.
...Латиповтар ғаиләһенән яуға дүрт ул киткән ул дәһшәтле йылдарҙа. Ауылдан иһә 300 яугир фашисҡа ҡаршы һуғышҡан, тик ғәзиз тыуған еренә – Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылына уларҙың яртыһынан да аҙырағы имен-һау әйләнеп ҡайтҡан. Ошо бәхетлеләр араһында Мөьмин Ғәбделмән улы ла булған. Аллаһы Тәғәлә уларға башҡалар хаҡына лайыҡлы йәшәү, тулы ҡанлы, яҡты тормош кисереү форсаты биргәндер, моғайын. Һис шикһеҙ, йәшәйештең һәр көнөндә ошо әсе, әммә аныҡ хәҡиҡәтте иҫләп, яу ҡырында башын һалған яҡындары, ауылдаштары иҫтәлеген хөрмәт итеп, ғүмер юлынан артабан атлағандыр Мөьмин Латипов...
“Һуғышты оноторлоҡ әмәл юҡ: иҫке яралар көн дә хәтерләтеп тора, тәндә ҡалған ҡурғаш та һыҙлап-һыҙлап ҡуя... Ул дәһшәтле йылдарҙы башҡалар ҙа иҫенән сығармаһын ине. Һуғышты ла, моғайын, ана шул тарих һабаҡтарын онотҡан, уның ниндәй оло афәт икәнлеген инҡар иткән кешеләр башлағандыр...” – тиер ине ул иҫән сағында.
Фронтҡа Мөьмин Латипов Ҡыҙыл Армия сафынан эләккән. Инде тыуған яғыма ҡайтам, донъя ҡорам, эш башлайым тип дәртләнеп кенә йөрөгәндә, Гитлер Германияһы тыуған илебеҙгә һөжүм итеп, уның ғына түгел, миллиондарса ватандаштарыбыҙҙың яҙмыштарын пыран-заран туҙҙырған... Бына шулай: тыуған еренән 1939 йылда сығып киткән һәм бары тик 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта алған. Ә күпме йәштәштәре-замандаштары яу яланында ятып ҡалған...
...Яугир юлы Прибалтиканан башлана ла Германияға тиклем барып етә. Аяуһыҙ һуғышта үтәнән-үтә сыҡҡан биш яра ала, контузиялана, һәр саҡ үлем менән йәшәү сигендә була – һис шикһеҙ, ауыр, хәүефле, әммә иңе ил менән бергә күтәргән дәһшәтле яҙмыш. Ниндәй вәхшилектәрҙе күрмәһен, йәш һалдаттың рухи ҡанаттарын һындыра алмаған ҡәһәрле һуғыш. Хатта иң яҡын кешеһенең – бер туған ғәзиз ағаһының күҙҙәре яу яланында мәңгегә йомолғанды күргәндә лә... “Дошманды тар-мар итергә! Еңергә!” тигән уй уны алға әйҙәй, батырҙарса алышырға, йәп-йәш килеш һәләк булған яҡындары өсөн үс алырға өндәй.
...Ә хәл былай була. Яу ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Һәр яҡтан дошман ҡыҫырыҡлай – совет ғәскәрҙәре сигенергә мәжбүр. Ығы-зығы башланғас, Мөьмин ҡараңғыла бер йәнһеҙ кәүҙәгә саҡ абынып йығылмай. Ниндәйҙер көс туҡтата уны... Яҡшылабыраҡ ҡараһа... Йә, Хоҙай! Был бит ҡан-ҡәрҙәше, ағаһы Хәйбулла! Ысынмы-бушмы? Меңдәрсә һалдаттың яҙмышы хәл ителгән ҡанлы мәхшәрҙә бының булыуы мөмкинме? Тик ағаһын осратыуҙан күңелендә бөрөләнгән шатлыҡ осҡонон шунда уҡ аяуһыҙ өмөтһөҙлөк, ҡара ҡайғы уты ялмап ала: ниндәй аяныс, әммә Хәйбулла бер ваҡытта ла нурлы күҙҙәрен асып ҡарамаясаҡ, уны күрмәйәсәк... Мөьминдең йөрәген йыртып иңрәү яңғырай, ерҙе тырнап, үкереп илаһа ла, ағаһы менән бер ауыҙ һүҙ ҙә алмаша алмаясағын аңлау аҡылдан яҙҙыра яҙа. Күҙ йәштәренә быуыла-быуыла, ҡулындағы пилоткаһы менән ағаһының йөҙөн ябып та өлгөрә, эргәһендә генә дошман снаряды шартлай, донъя төтөнгә, тупраҡҡа тула. Һалдат иҫен юғалта... Бер аҙҙан яралыларҙы һәм үлеләрҙе тейәп яу яланынан сығара башлайҙар. Шунда, һәләк булғандар менән бер арбала китеп барғанда, бер иғтибарлыһы Мөьминдең ҡулы ҡыбырлағанын күреп ҡалмаһа, ни булыр ине – уйлауы ла ҡурҡыныс...Тәүге тапҡыр үлемдән ошолай тороп ҡала яугир. Бер ни тиклем ваҡыттан, йүнәлеп, йәнә фронтҡа ашыға.
Ни хәл итәһең – заманы шундай, ҡәһәрле һуғыш ҡануны... Әммә бының менән генә һынауҙар бөтмәгән икән әле – Мөьмин Ғәбделмән улы тағы ла ике яҡынының һәләк булғанын ишетеп, йөрәге әрней...
Үлемгә күнегеп буламы? Һис шикһеҙ, көн һайын әжәл менән күҙмә-күҙ осрашҡанда хәүеф тойғоһо тупаҫланалыр ҙа. Әммә кешене өмөт йәшәтә. Иң аяныслы хәлдәрҙән ҡотҡарған ғәмәл дә – шул өмөт.
...Шулай, ялға туҡтаған полк бомбежкаға эләгә. Һалдаттар аяуһыҙ ҡырыла, һауалағы һөжүмдән ҡотолор сара юҡ. Донъя тынғас, тере ҡалғандарҙы барлай башлайҙар. Өлкән пулеметчик Мөьминде тереләр араһынан да, үлеләр араһынан да таба алмайҙар. Шул саҡ бер йылғыры ерҙән күренеп торған итекте шәйләп ҡала. Ҡаҙый башлайҙар. Әммә һалдат тын алмай икән... Уны башҡа ҡаһармандар менән бергә ерләргә ҡушалар. Тик Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте киң – ҡәбергә алып китеп барғанда яугир иҫенә килә, һәм уны госпиталгә алып китәләр. Бына шулай, ниндәйҙер ҡөҙрәт менән Мөьмин тағы берҙе үлемдән тороп ҡала...
...1945 йылда, Бөйөк Еңеү байрамында (әйткәндәй, ул 9 майҙа – ошо даһи датала тыуған) Мөьмин Латиповтың күкрәген III дәрәжә Дан ордены, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар биҙәй. Тыныс тормошта йәшәгәндә лә ул бихисап юбилей миҙалдарына лайыҡ була, ә 1985 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 40 йыллығын билдәләгәндә, Мөьмин Латиповты СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградлайҙар.
...Һуғыштан һуңғы илде емереклектәрҙән әүәлге бөйөклөгөнә күтәргән ҡатмарлы йылдарҙа ла Мөьмин Латипов яугир булмышына тоғро ҡала, лайыҡлы, матур тормош юлы кисерә. Ауылдашы, йәштәше, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәлих Талхин ошондай һүҙҙәр менән телгә алған уны: “Бик хужалыҡсан, уңған кеше ине Мөьмин. Тик заманы шундай булды: етемлеге арҡаһында белем алыу мөмкинлеге теймәне, әммә башы ифрат шәп эшләй ине, бөйөк математиктарҙан кәм иҫәпләмәне. Намыҫлы булды, күп һөйләмәне, фиҙакәр хеҙмәт итте, һәр эшен яуаплы башҡарҙы. Инвалидмын тип торманы, ат та ҡараны, келәт хужаһы ла, йәшелсә үҫтереүселәрҙең бригадиры ла булды, фермала иҫәп тә алып барҙы. Иҫ киткес шәп умартасы ла ине”. Мөьмин Латипов йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡаны билдәле: урындағы ауыл Советы депутаты, колхоз идараһы ағзаһы булған. Хеҙмәт ҡаҙаныштары күп һанлы почет грамоталары, маҡтау ҡағыҙҙары менән билдәләнгән.
...Эйе, яу һынлы яу яланынан имен-аман ҡайтҡас, һуғыш ҡорбаны булған замандаштары рухына тоғро ҡалып, оҙон һәм бәхетле тормош юлы кисергән Мөьмин Латипов. Һөйөклө ҡатыны Бибисара менән татыу ғүмер кисергән, алты балаға ғүмер биреп, уларҙы аяҡҡа баҫтырған, лайыҡлы тәрбиә һәм белем биргән. Быйыл, 2019 йылдың 9 майында уға теүәл 100 йәш тулған булыр ине. Тик ғүмер буйы тәнендә фашист пуляһын йөрөткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 1996 йылда 77 йәшендә донъя ҡуйған. Әммә уның рухы тере, лайыҡлы эштәрен улдары һәм ҡыҙҙары дауам итә. Барыһын да телгә алып тороу оҙаҡ булыр, мәгәр бер нисә миҫал да етә. Мөьмин Латиповтың өлкән улы Абдулла оҙаҡ йылдар Өфө агрегат заводының автотранспорт цехы начальнигы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, һәр саҡ хеҙмәт алдынғыһы булды. Марат Мөьмин улы ла оҙаҡ йылдар дәүләт һәм халыҡ мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт итә. Ил өсөн ҡатмарлы йылдарҙа Дәүләкән районына етәкселек итте, ә һуңғы ике тиҫтә йылда Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы вазифаһын башҡара. Эшһөйәрлек, ғәҙеллек, маҡсатлылыҡ кеүек күркәм сифаттар, һис шикһеҙ, уларҙың ҡанында, атаһының ғорурлығы булырлыҡ аҫыл милләттәштәребеҙҙән улар.