Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
8 Май 2019, 12:29

Улар йөк аты булған

Беҙ атайһыҙ үҫтек.

Беҙ атайһыҙ үҫтек.


Олоғая төшкәс, үткән тормошто иҫкә төшөрөп, туған-тыумасаларҙы, эш дәүерен иҫкә алып үҙеңсә һығымта яһайһың. Бына мин дә ошо күҙлектән сығып үҙемдең яҡындарымды, атайһыҙ иткән яҙмышым, уның ниндәй кеше булғаны тураһында бәйән иткем килә.


Фажиғәле яҙмыш


Атайыма – Зәбихулла Исмәғил улы Теүәлевкә – “атай”, ә уға миңә ҡарата “улым” тип әйтергә насип булмаған. Ул үлгәндән һуң 16 көн үткәс, мин донъяға тыуғанмын. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уның тураһында белгән кешеләрҙең иҫтәлектәре, һөйләү­ҙәре, эше өсөн үҙен фиҙа ҡылып йәшәгәне менән ғорурланам.
Уның тураһында ниндәйҙер яҙма документтар, ҡулъяҙмалар эҙләһәм дә, таба алманым. Бәлки, йәш сағымда иғтибар ҙа итмәгәнмендер. Әсәйем дә, алты балалы еҙнәһенә кейәүгә сығып, етенсегә минән дүрт йәшкә оло Зәйнетдин ағайымды алып, мине үҙенең атаһына ҡал­дырып китте. Уның ҡатыны, йәғни өләсәйем, әсәйем Хәйернисаның әсәһе булмаған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ул мине үҙенең бала­һылай яҡын күрҙе. Телем асылғанда беренсе һүҙем “өҙәй” (өләсәй) булған.
Атайымдың үлеме лә бик фажи­ғәле булған. Бер ваҡыт (ул ваҡытта Хәйбулла районының Вәлит ауылында йәшәй инем) Целинный ҡасабаһына ҡайтырға бер осраҡлы машина булмаҫмы икән тип торам. Шул саҡ минең янға килеп баҫҡан бер өлкән генә кеше: “Һин Зәби­хул­ланың улы түгелме?” – тип һора­ны. Быға тиклем бер ҙә күрмәгән, белмәгән кешенең һүҙҙәре мине аптырауға ҡалдырҙы. “Мин Әбдел­насир ауылынан, ҡайтырға һинең кеүек берәр машина булмаҫмы тип көтөп торам”, – тине ул. “Эйе, мин уның улы булам” тигәс, ағай түбәндәгеләрҙе һөйләне:

– Һуғыш йылдарында тракторсы булып эшләнем. Ырымбур өлкәһен­дәге Сара станцияһынан 60-70 ки­лометрҙа ятҡан районыбыҙға тракторҙа яғыулыҡ, запчасть ташый торғайныҡ. Был ваҡиға апрель айында булды. Ҡайтып килешләй тракторым боҙға уйылып төшөп һүнде. Күпме генә сығарырға маташ­һам да, булдыра алманым. Һинең атайың МТС-тың өлкән механигы ине. Беренсе булып мин төштөм. Икенсегә – һинең атайың. Шулай итеп, икешәр тапҡыр төшкәс, минең өсөнсөгә сират килеп етте. Мин төшмәнем. Ә һинең атайың, боҙло һыуға төшөп, тракторҙы тоҡандырып алып сыҡты. Шул арҡала аяғына һыуыҡ тейҙереп, гангрена башланды. 1945 йылдың 26 авгусында, дүрт ай сирләгәс, мәрхүм булды. Бик үҙ һүҙле ине. Баймаҡҡа алып барып аяғын киҫте­рергә лә әйтеп ҡарағандар. Ризалыҡ бирмәгән. Хатта һуғыштан бер аяғын ҡал­дырып ҡайтҡан бер туған ҡустыһы Ғаязет­дин ағайҙың миҫалы ла өлгө булмаған. Тракторҙар боҙолһа, носилкаға һалып алып барып күрһәтә торған булғандар.
Ул заманда махсус белемле кешеләрҙең аҙ икәнлеге аңлашы­лалыр. Ә минең атайым Бәләбәй ауыл хужалығы техникумының механика бүлеген “бишле”гә генә тамамлаған. Хатта ҡайһы саҡта берәй деталь эштән сыҡһа, уны үҙе яһаған: деталде балсыҡҡа һалып киптергәс, уны алған һәм урынына ҡайнап торған тимер ҡойған.
Атайым эшкә мөкиббән бирелгән генә түгел, йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан. Бер генә йыйылыш йәки осрашыу ҙа унһыҙ үтмәгән. Совет иленә тоғро хеҙмәт иткән. Бына бер миҫал. Бер ваҡыт Баймаҡ ра­йонының Юлыҡ ауылына йыйылышта сығыш яһарға тип барған. Сатлама һыуыҡ. Йыйылыш башланыр алдынан уға бер кеше килеп:

“Зәбихулла, һине бында үлтерергә йыйыналар! Клуб артында санаға егелгән ат тора. Сәхнәнән урамға сығырға ишектең келәһе асыҡ булыр. Беҙ һиңә ишара яһарбыҙ. Шул ваҡыттағы ығы-зығыны файҙа­ла­нып, сыҡ та санаға ултырып ҡас”. Клубта бер генә шәм. Ул да булһа сәхнәлә яна. Шунда ултырған бер кеше “яңылыш” шәмгә тейә. Быя­лаһы онтала. Шул ҡараңғылыҡтан файҙаланып, атайым сәхнәләге ишектән сығып атҡа ултырып ҡасып китә. Ул-был иткәнсе, үлтерергә йыйынған кешеләр ниәтенә ирешә алмай. Артынан бер нисә һыбайлы эҙәрлекләй, ләкин ҡыуып етә алмайҙар. Шулай итеп, ул бер үлемдән ҡотолоп ҡала.
Баймаҡ ҡалаһын электр­лаш­ты­рыуҙа әүҙем ҡатнашҡан, был эштә уның роле ҙур булған, тиҙәр. Өлә­сәйем Хәйерниса был турала йыш телгә ала ине, ул 100 йәшкә етеп донъя ҡуйҙы.


“Мин халыҡ дошманы түгел...”


Бынан 20-25 йыл элек бер туған ҡустыһы Сабирйән ағайҙың һүҙе мине шаҡ ҡатырҙы: “Һинең әсәйең атайыңдың икенсе ҡатыны булған. Ул беренсе тапҡыр кулак ҡыҙына өйләнгән, шуға күрә: “Һин уны айыр, әгәр шулай эшләмәһәң, һине төрмәгә ултырталар йә Себергә һөргөнгә ебәрәләр”, – тип ҡурҡыт­ҡас, ул айырылышырға мәжбүр булған”. Был ағай әйткәнгә ышанып барманым, сөнки минең Зәйнетдин ағайым 1941 йылда тыуған, ә золом ҡорбандары 1937 – 1938 йылдарға тап килә бит. Артабан мин ЗАГС идаралығында атайым тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәргә тап булдым. Архив материалдарына таянып, никах тураһындағы китапта Теүәлев Зәбихулла Исмәғил улының 1938 йылдың 13 авгусында 25 йәштә булғанын белдем.
Беренсе ҡатынының исемен дә, уның яҙмышын да белмәйбеҙ. Күрәһең, уларҙы Себергә һөргәндәр­ҙер. Һөйләүҙәре буйынса, ул ҡатын атайымды бик яратҡан. “Шул ар­ҡала ҡайғынан үлгән” тип тә һөй­ләйҙәр. Ул уны ҡарғаған. Мин ышан­маҫ та инем ҡарғышҡа. Осраҡлымы, әллә шул ҡарғыштанмы, Зәйнетдин ағайым Башҡортостан ауыл хужа­лығы институтының механика факультетын тамамлап, Өфөнән Хәйбулла районына запчастар алып ҡайтып килгәндә, машина кюветҡа ауған. Водитель иҫән ҡалған, ә ағайым 30 йәшендә, ете айлыҡ берҙән-бер улын ҡалдырып, вафат булған.
Фәүзиә еңгәйем ике-өс йыл кейәүгә сыҡмай йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡороп, икенсе ире үҙенә ҡул һалып донъя ҡуйҙы, бер нисә айлыҡ балаһы етем ҡалды. Шалҡан кеүек таҙа булһа ла, 31-32 йәшендә кинәт кенә ауырып, бер ай эсендә мәрхүм булды.
Был ҡарғыш беҙҙе лә урап үтмәне. Минең өлкән улым Рөстәм тыуғас, өсөнсө көндә үк сирен таптылар. Табиптар: “Ул йәшәрлек түгел, балаларығыҙ тағы булыр әле, ҡалдырығыҙ дауаханала”, – тип әйтһә лә, ҡатыным Флорида риза булманы. Улым – икенсе төркөм инвалиды. Күптән түгел 47 йәше тулды. Беҙҙең менән йәшәй.
Ҡартатайым Исмәғил дә бик абруйлы кеше, бөтәһе лә уны ихтирам иткән. Коллективлаштырыу осоронда ауылға уполномоченныйҙар килеп, колхозға инергә өгөтләп йөрө­гән, ләкин бер нисә тапҡыр килһәләр ҙә, бер кем дә мал-тыуарын колхоз­ға бирергә теләмәгән. Ҡыҫымдың артыуын күреп, ауылдаштары уға: “Йә, Исмәғил, һин нимә тип әйтәһең, беҙ шулай эшләйбеҙ”, – тигән. Ул берҙән-бер һыйырын етәкләп колхоз аҙбарына беренсе булып алып барған. Баш­ҡалар ҙа ҡушылған. Көтөүҙән ҡайт­ҡан саҡта һыйыры йорт ихатаһына инер булған. Ә ҡартатайымдар, ҡыуалап, гел генә колхоз һарайына алып барған.
Ҡартатайым менән өләсәйемдең ете улы булған. Иң өлкәне – 1913 йылда тыуған атайым Зәбихулла. Ауылда тиҫтерҙәр йыйылышып һөй­ләшеп ултыра торған булған. Быны кемдәрҙер хилаф күреп: “Совет власына ҡаршы эш алып баралар”, – тип НКВД-ға еткергән. Унан килгән кеше һәр береһенән һорау алған. Сират ҡартатайыма ла килеп еткән. Уларҙың һорауҙарына: “Өлкән улым Зәбихулла, япондарға ҡаршы һу­ғыш­та ҡатнашып, батырлыҡтар күр­һәтеп, өлкән лейтенант булып ҡайт­ты. Улымдың икәүһе Ҡыяметдин, Сәмиғулла немец-фашист илбаҫар­ҙарына ҡаршы батырҙарса һуғы­шып, һәләк булғандары тураһында “ҡара ҡағыҙ” килде, Сабирйәнем Сталинградтан “госпиталдә ятам” тип хат яҙған, ә Ғаязетдинем һуғыштан бер аяҡһыҙ ҡайтып инде. Мин нисек халыҡ дошманы булайым?” – тигәс кенә, уны эҙәрләүҙән туҡтағандар.
Атайымдың тыуған ауылы тура­һында ла бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. Хәҙерге Йылайыр районының Матрай ауылынан ике-өс саҡрым йыраҡлыҡта Ҡарағас ауылы булған. Ул ауыл 1930 йылдар аҙағында юҡҡа сыҡҡан, халҡы Матрайға, Юлдыбайға күсеп киткән. Ә архив материалдарында уны “Динмө­хәмәт” тип яҙғандар. Теүәлевтәр тураһында мәғлүмәттәрҙе лә осратырға тура килде.
Ауылда 1926 йылда 197 башҡорт йә­шәгән. 1895 – 1916 йылдарҙа алған таныт­маларҙа йыш ҡына Теләүкәевтәр, Сәйфуллиндар, Арғы­новтар, Кәлимуллин­дарҙың фамилиялары осрай. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәргәндә, күптәр туғандарын, нәҫел-нәсәбен осратыр ине.
Читайте нас: