Муса БҮЛӘКҠОЛОВ, тыл ветераны:
– 1946 йылда училище тамамлап, водитель таныҡлығы алдым. Һуғыш әле генә тамамланһа ла, донъя тыныс түгел ине әле, беҙҙе ныҡлы рәүештә хәрби хеҙмәткә әҙерләнеләр. Сталинградҡа йүнәлттеләр, унда һуғыш емереклектәрен бөтөрөүҙә ҡатнаштыҡ.
Аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәүебеҙгә шөкөр итәйек, тыныслыҡтың ҡәҙерен беләйек. Башҡа бер ҡасан да ундай һуғыш афәте ҡабатланмаһын, тигән изге теләктә генә йәшәйем.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.