Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
10 Май 2019, 14:00

Мостай Кәрим менән бер госпиталдә булған

Баймаҡ районында Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан туғыҙ ветеран ҡаршылай. Район хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев етәкселегендәге делегация яугирҙәрҙең йорттарында булып, уларҙы айырым ҡотланы.

95 йәшлек Ишбулды Сабитов әле ейәнсәре ғаиләһендә йәшәй. Ул Билал ауылында тыуған. 1942 йылда фронтҡа алынып, Тамбов зенит-пулемет полкына тәғәйенләнә. Воронеж, Беренсе Украина фронттарында һуғыша. Курск алышында, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Мостай Кәрим менән бер госпиталдә дауалана. Ул мәшһүр шағирҙың ижадын әле лә яратып уҡый.

Райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә Бөйөк Еңеү байрамына арналған саралар үтте. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы тыуып үҫкән Күсей мәктәбе коллективы һәм ауыл халҡы “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылды. Геройҙың бюсына һәм Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары обелискына сәскә һалдылар, һуғышта һәләк булған ауылдаштарын бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Байрамға шулай уҡ тыл ветерандарынан Фәтхиә Әбдрәхимова, Гәүһәр Кәримова һәм Гөлнур Әхмәтовалар килде.

Баймаҡ районы.
Читайте нас: