Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
10 Май 2019, 19:45

Зәбихулла олатайҙың миҙалдары

Уға быйылғы Еңеү байрамын күрергә насип булманы.

Уға быйылғы Еңеү байрамын күрергә насип булманы.


Орден-миҙалдар таҡҡан бабайҙарҙың һаны йылдан-йыл кәмей барып, бөгөн арабыҙҙа бик һирәк кенә ҡалдылар инде. Былтыр Еңеү байрамы алдынан Баймаҡҡа ҡайттым. Майҙан эргәһендә наградалар таҡҡан ыҡсым кәүҙәле ҡартты күреп, һоҡланып ҡарап торҙом. Түҙмәнем, олатай менән танышырға теләп, янына килдем. Эй, үҙебеҙҙең асыҡ күңелле кешеләр! Ул минең ҡыҙыҡһыныуымды шунда уҡ аңланы, ихлас һөйләшеп киттек. Тик аралашыуҙы бүлеп, яныбыҙға машина килеп туҡтаны. Мин дә уның артынан уҡталдым, бәхеткә күрә, машинала минең өсөн буш урын булды, ошо мәлдә һуғыш ветераны артынан ер сигенә китергә лә әҙер инем. Баймаҡта атҡараһы йомошомдо ла үтәмәйенсә, онотолоп, бабай ҡайҙа бара, шунда юлландым. Ә ул, билдәле, үҙенең ауылына ҡайтып бара... Баҡтиһәң, икебеҙгә лә бер тарафҡа кәрәк булып сыҡты. Ауылдарыбыҙ – Һаҡмар аша ғына, күпер генә айырып тора уларҙы. Олатай янында ҡалып, һуғыш тураһында төн буйы тыңларға ла риза инем.


“Мин атайһыҙ ҡалдым...”


Зәбихулла Нәүширбанов 1925 йылда Буранбай ауылында тыуған.

– Атайым Исламғол Нәүшир­банов 1896 йылғы ине, Буранбай нәҫеленән. Колхоз ойошор алдынан ул саҡта ауылда хәҙерге һымаҡ эшһеҙлек булды, ҡайҙа ғына йөрөп эшләмәнеләр. Бер көн атайыма Нәжметдин Алтынбаев тигән бабай килде. Ул: “Ҡараталда Зәки Вәлидиҙең аттары тора, әйҙә, шунда барып ҡарайыҡ”, – тип уны алып китте.


Миңә биш-алты йәш тирәһе ине. Атайым мине лә Ҡараталға алғыланы, унда ат йөрөткәндәрен дә күрҙем. 1930 йылға тиклем булды был хәл. Аҙаҡ колхоз барлыҡҡа килгәс, атайым ауылға кире ҡайт­ты, Нәжметдин бабай ҙа эйәрҙе. Ул ваҡытта колхозда бер генә бригада ине, атай – бригадир, янып йөрөп эшләне, һәр ваҡыт маҡталып, алдынғы урында булды.


Беҙҙең өй иҫке генә ине, колхоз беҙгә яңыны бирҙе. V класта уҡыйым, Беренсе Этҡолға йөрөп белем алам. Иртәнсәк сығып китеп барған ерҙән тәҙрәгә ҡараһам, беҙҙең яҡҡа милиционер килә.


— Атай, милиционер килә ята! – тинем.


— Мине алырға килә ул... – тине атайым. Йөрәгем жыу итеп китте... Милиционер килеп ингәс, сығып китергә уҡталғайным, ул мине мәктәпкә ебәрмәне.


— Өйҙә ҡал! – тине.


1937 йыл ине, милиционер атайҙы алып китте. Шул киткәндән атайҙы ҡабат күрмәнем... Мәктәптә мине “халыҡ дошманы балаһы” тип ҡыйырһыттылар, VII класты бөтөү тураһында ҡағыҙ ҙа бир­мәнеләр. Ауылда ҡайҙа иң ауыр эш, шунда йөрөттөләр. Яҙғыһын һабан һөрҙөм, аяҡта сабата, уныһы туҙып бөттө. Торфта ла эшләнем.


1940 йылда атайҙан хат килеп төштө, кемдәндер яҙҙыртҡан, ул үҙе уҡый-яҙа белмәне. “10 йыл биргәйнеләр, өс йылға ҡалдырҙы­лар, көҙгә ҡайтырмын...” тип яҙған. Алла бирһә, тимәгәндер инде, ҡайтманы...


Берлинғаса барып еткән!


Зәбихулла Исламғол улына ҡабат бер ваҡытта ла атаһын күрергә яҙмай. 1941 йылда һуғыш башланып китә. 1943 йылда уны армияға алалар, Тоцк лагерында, Ҡыуандыҡта хеҙмәт итә.


— Һуғышҡа Курск дуғаһынан инеп киттем, – тип һөйләне ул. – Днепрҙы немецтарҙан таҙарттыҡ. Көҙ Октябрь байрамына ҡарата, 7 ноябрь алдынан, Киевты алырға тигән бойороҡ килде. Кискә ҡарай Житомирға йүнәлдек, унда бер төн генә ял иттерҙеләр ҙә Украина буйлап һуғыша-һуғыша алға киттек, “Белый серп” станцияһын бер төн эсендә азат иттек. Фашист самолеты өҫкә ябырылып килә, “кукурузник” өҫтән беҙҙе себен кеүек ҡыра ғына... Ергә ятабыҙ, ул туң, шунда бик күптәр ҡырылды.


1943 йылдың декабрь аҙағы ине. Мин, яраланып, өс ай ярым госпиталдә яттым. Үҙебеҙҙең полк­тан тороп ҡалдым. Госпиталдән сыҡҡас, бер ҡырғыҙ егете менән икәү икенсе полк составында китеп барабыҙ, тирә-яҡта үлгән һал­дат­тар... Ҡырғыҙ егете үлгән һалдат­тың итеген систерә башланы. Мин уға: “Үлгән кешенең әйберен кейергә ярамай!” — тинем. Ул: “Аяғымда бер нәмә лә юҡ бит!” — тип мине тыңламаны, итекте кейеп алды.


Беҙҙең ғәскәр алға ынтылды, һуғыш бик ҡаты барҙы. Һөжүм иткәндә теге ҡырғыҙҙы үҙебеҙҙең ауыр хәрби машина тапап үтеп китте...


Көнбайыш Белоруссияны алып, Брест һарайына барып еттек, Минск ҡалаһын азат иттек, Польшаға индек. Шунда мине серәкәй таланы, тағы ла санчасҡа эләктем, унда өс көн ятып сыҡтым. Бер эшелонға эләгеп, бөтәбеҙ ҙә бер юл менән, һөжүм итә-итә, китеп барабыҙ. Үҙемдең полкты эҙләп ҡарайым, һораһам: “Берлинда табырһың!” — тиҙәр.


Бөтәбеҙ ҙә һуғыша-һуғыша Берлинға табан барабыҙ. Ҙу-у-ур ағым булып — йәйәүле һалдаттар ҙа, техника, машиналар – бөтәбеҙ ҙә бер йүнәлештә китеп барабыҙ. Берлинға етәрәк 18 километр ҡалғайны, мин тағы контузия алдым. Артымда ғына нимәлер шартланы, кәүҙәм тотош тупраҡ аҫтында ҡалды, ярай әле ип­тәштәр ҡаҙып алды. Бер нәмә лә ишетмәйем, башҡалар ыңғайына йүгерәм.


Иң аҙаҡҡы көслө һөжүм 28-29 апрелдә булды. Бер юлы Берлинға барып индек. Бранденбург ҡап­ҡаһы янындағы алыш әле лә күҙ алдымда... Күрәм: дүрт-биш һал­дат Рейхстагка табан йүгерә, Ҡулына ҡыҙыл байраҡ тотҡаны бер аҙым алдараҡ бара. Бай­раҡлыһы йығылды, аттылар, ахыры... Байраҡты шунда уҡ икенсеһе эләктереп алып, алға йүгерҙе. Ике һалдат Рейхстаг башына менеп китте, бер аҙҙан Еңеү байрағы уның башында елберҙәне! Эй-й-й! Китте атыш, китте ҡысҡырыш! Бөтәбеҙ ҙә “Ура!” ҡысҡырабыҙ! Һаңғырау булған ерҙән ишетерһең дә үлгән ерҙән терелерһең!


“Халыҡ дошманы” ярлығы юлын быуа


Бына шулай булды ул Еңеү көнө... 1945 йылдың 30 апрелендә һуғыш бөттө... Әммә уны бөттө тип әйтеп булмай, Европала бандаларға, бандерасыларға ҡаршы көрәш бара. Бөйөк Еңеү көнөн 9 Майға ҡалдырҙылар.


Полковник килеп етте:

— Ни ғәләмәт, нишләп ятаһың, товарищ Нәүширбанов?


— Контужен, товарищ полковник! – тинем.


— Ярай, только вот победу не увидишь... – тине.


Эльба йылғаһының аръяғын инглиздәр алған булған икән, унда – Гамбург ҡалаһы, беҙ биръя­ғын­да. Бранденбургта бер ай тирәһе торҙоҡ. Мин телефонсы булып йөрөйөм бит инде. Шунан мине полковник саҡыртып алды ла офицерҙар мәктәбенә уҡырға ебәрҙе.


Алты ай уҡытҡас та, беҙгә кесе сержант хәрби дәрәжәһе бирергә тейештәр ине. Уҡып бөткәс, ҡулы­быҙға конверт тотторҙолар. Өсәү инек, мин алдараҡ сығып киттем. Штаб начальнигына барып ингәс, конвертты тотторҙом. Ул уны асып ҡараны ла полковникка шылтырат­ты. Шунан миңә ҡалҡынып ҡарап:

— Товарищ Науширбанов, ты сын врага народа что ли? – тип һораны.


— Товарищ полковник, я ничего не знаю. Моего отца забрали в 1937 году по велению НКВД, и с тех пор я его не видел... – тинем.


Аҙаҡтан полковник Кадагорский миңә:

– Ну ладно, не переживай... – тине. Полковник мине үҙенең улы кеүек яҡын күрҙе. Һуғыштан һуң хатта янына саҡырҙы, мин барманым, тыуған яғыма ҡайтҡым килде. Шулай итеп, миңә офицер дәрәжәһе бирмәнеләр...


Курск дуғаһынан алып Берлин­ғаса барып етеп, Еңеү көнөн үҙ күҙҙәре менән күргән яугир тыуған ауылына 1949 йылда ғына ҡайтып инә. Әммә һуғыштан һуң да “халыҡ дошманы” ярлығы өҫтөнән төшөр­гә теләмәй, гел юлын быуа.

— Тормошома төшкән был тап ғүмер буйына мине эҙәрлекләне. VII класты тамамлағанда ла, офицер дәрәжәһен биргәндә лә, уҡытыусылыҡҡа уҡырға ингәндә лә... Хрущев ваҡыты ине, ул: “Кем­дең уҡырға теләге бар, уҡыһын”, — тине. Институтҡа уҡырға индем. Һуғышта контузияланғайным бит, башым ауыртып, бер йыл “академический” алғайным. Бер йылдан һуң барһам, декан мине саҡыртып алды. Әпәт шул “халыҡ дошманы” ҡалҡып сыҡты бит! Шулай итеп, диплом ала алманым... – тип әсенеп һөйләне олатай.


Зәбихулла олатай колхозға эшкә төшә, хисапсы ла була, төҙөлөштә лә йөрөй. Мәрфуға исемле ҡыҙға өйләнә, бер-бер артлы өс балаһы тыуа: ике малай, бер ҡыҙ. Мәктәптә балаларҙы тарихтан уҡытырға теләп, тағы ынтылып ҡарай. Яуҙа алғы һыҙыҡты бирмәгән яугир позицияны ташламай, был юлы маҡсатына өлгә­шә. Райондың төпкөл ауылындағы мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡыта башлай. Ике йыл Шүлкә ауылына йөрөп эшләй, ял көн­дә­рендә Буранбайға ҡайтып йөрөй. Ярат ауылында ла уҡытыусы булып эшләй, ауылдан-ауылға йө­рөп, Буранбайға ҡайтып йәшәй башлай. Ғүмерен утлы пуля аҫты­на ҡуйып, нисәмә йылдар дошман­ға ҡаршы һуғышып, иҫән ҡалған яугиргә тыныс тормошта мең төрлө һикәлтәләр аша үтергә тура килә.


Берлиндағы Бөйөк Еңеүҙе кү­рергә насип булған яҡташыбыҙ Зәбихулла Исламғол улы Нәүшир­банов быйылғы Еңеү байрамына ике ай ҡалғас яҡты донъя менән хушлашты. Әле генә күкрәгенә орден-миҙалдарын тағып балҡып йөрөй ине, быйылғы тантананы күрергә насип булманы уға. Дәһшәтле һуғыш ғәрәсәтен үткән һуңғы яугирҙәребеҙ бер-бер артлы теге донъяға күсә. Зәбихулла олатайҙың орден-миҙалдары, сың-сың итеп, “быйылғы Еңеү байрамында мине онотмағыҙ!” тип тауыш биргәндәй...
Читайте нас: