Рамаҙан Ҡотошовтың тормош юлы – Ватанға һәм халыҡҡа эскерһеҙ хеҙмәт итеү өлгөһө.
Быйыл Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзының күптәнге ағзаларының береһе, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты, запастағы подполковник Рамаҙан Нурғәли улы Ҡотошовҡа 95 йәш тулды.
Рамаҙан Нурғәли улы 1924 йылдың 22 апрелендә Башҡорт АССР-ның Маҡар (хәҙерге Ишембай) районының Ҡарайған ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Атаһы Нурғәли Ғәлиәхмәт улы Илсек-Тимер волосы Юрматы ырыуының революцияға тиклемге старшинаһы Ғәлиәхмәт Кинйәбулатовтың улы була. Рамаҙандың атаһы Нурғәли ни бары бер һыйыр, тоҡомло үгеҙ һәм бер айғыр аҫрауына һәм атаһынан мираҫ булып ҡалған баҡсалы йортҡа ғына эйә булыуына ҡарамаҫтан, 30-сы йылдарҙа уға “кулак” мөһөрө тағыла. Мал-мөлкәте тартып алына һәм күп балалы ғаилә урамда тороп ҡала. Бары 90-сы йылдарҙа ғына Нурғәлиҙең ғаиләһе аҡлана һәм законһыҙ ғәйепләнгән тип табыла.
Ҡотошовтарҙың 11 балаһы була. Өлкән ҡыҙҙары һигеҙ йәшендә Ағиҙел йылғаһына батып үлә, тағы дүртәүһе сабый сағында уҡ вафат була. Бары тик дүрт малай һәм ике ҡыҙ ғына имен-аман үҫеп етә. Оло улдары Мөхәмәтғәли бала сағында ҡаты ауырый, урындағы дауаханала уны һауыҡтыра алмайҙар, шуға күрә Мәскәү аръяғына дауаланырға ебәрәләр. Йүнәлеп тыуған яғына ҡайтҡас, ул нефтсе булып китә һәм ғүмеренең аҙағына тиклем Октябрьский ҡалаһында эшләй. Икенсе улдары Муллағәли бик һәләтле була, Стәрлетамаҡта урта мәктәпте уңышлы тамамлай һәм Ленинградтағы геология институтына уҡырға инә. Тик алыҫтан килгән башҡорт егетенә был уҡыу йортон тамамларға насип булмай: фин һуғышы башланып киткәс, уҡыу түләүлегә әйләнә. Ул Өфөгә ҡайтып, уҡыуын педагогия институтында дауам итә һәм һуғыш башланғансы уны тамамлай.
Өсөнсө улдары Рамаҙан да мәктәптә алдынғы уҡыусыларҙың береһе була. 1938 йылда ул тулы булмаған Ишәй урта мәктәбен тамамлай, шунда уҡ комсомол сафына алына. Аҙаҡ өлкән ағаһы юлынан китеп, Өфө геология техникумына инә, ләкин, көнкүреш шарттары насар булыу сәбәпле, уҡыуҙы ҡалдырырға мәжбүр була. Артабан ул Өфө автомобиль-юл техникумына (хәҙер колледж) ҡабул ителә. Бында райондан килгән уҡыусылар өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған була. Тик 1940 йылда Рамаҙан ФЗО-ға уҡырға күсә. Уға Омск өлкәһендәге ағас эшкәртеү хәрби заводында эшләргә тура килә.
Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Рамаҙан Ҡотошов тап ошо тарафтарҙа була һәм 1941 йылдың көҙөндә тыуған ауылы Ҡарайғанға ҡайта. Уны, уҡыуын тамамлап бөтмәгәнгә күрә, Маҡар МТС-ына тракторсылар курсына уҡырға ебәрәләр. Рамаҙан, һөнәр үҙенсәлектәрен өйрәнеп, “Ҡыҙыл юл” колхозында сәсеү кампанияһын үткәреүҙә ҡатнаша, ә 1942 йылдың майынан тракторсылар бригадаһында хисапсы булып эшләй башлай.
1942 йылдың йәйендә 18 йәше тулған Рамаҙанды армияға саҡыралар. Башта Севастополь училищеһында зенит артиллерияһында уҡый. Ул саҡта училище Өфөгә күсерелгән була. Уҡыуын алты айҙа тамамлап, лейтенант званиеһы ала һәм һуғыштың алғы һыҙығына ебәрелә. 1943 йылдың башында Брянск фронтына килә, 1349-сы зенит-артиллерия полкының утлы взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса Орел-Курск дуғаһының иң ҡаты алыштарына эләгә. Шундай бәрелештәрҙең береһендә ҡаты йәрәхәтләнә һәм контузия ала, ләкин ялан госпиталендә дауаланып, иптәштәре менән фронт юлдарын үтеүен дауам итә.
Орел һәм Курск өлкәләрен, Белоруссияны, Украинаны, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. Висла йылғаһында икенсе тапҡыр яралана һәм контузия ала, аҙаҡ үҙенең часын ҡыуып етеп, Варшаваны алыуҙа ҡатнаша. Беренсе Белоруссия фронты Одер йылғаһы буйындағы Кюстрин ҡәлғәһе янында туҡтай, аҙаҡ Берлинға табан юллана. Шулай итеп, Рамаҙан фашизмдың өңөн ҡыйратыуҙа ла ҡатнаша. Батыр башҡорт яугире Ҡыҙыл Йондоҙ һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Германияны еңгән өсөн”, “Белоруссияны азат иткән өсөн”, “Варшаваны алған өсөн”, “Берлинды алған өсөн”, шулай уҡ маршал Жуков миҙалы менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң Рамаҙан Ҡотошов Германияла хеҙмәт итергә ҡала. 1946 йылда коммунист булып китә. 1947 йылда ул хеҙмәт иткән 24-се зенит-артиллерия дивизияһы тарҡатыла. Дивизия командованиеһы 23 йәшлек лейтенантты штабҡа саҡырып, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһына һәм Мәскәүгә хәрби академияға уҡырға инергә тәҡдим итә. Тик яугир, был тәҡдимдән баш тартып, тыуған яғына ҡайтырға теләүен белдерә.
Бәләкәй Ватанындағы хәйерселекте күреп, Рамаҙандың иҫе китә. Кешеләр аслыҡтан интегә, өйҙәр емерелергә тора, тәҙрәләр нимә етте шуның менән тултырылған, ҡыйыҡтар тишелгән... Атаһы 1944 йылда аслыҡтан вафат булған. Был ваҡытта уның эргәһендә бер улы ла булмай шул: өсәүһе һуғышта, береһе ФЗО-ла уҡый. Атаһын ауыл ҡатындары үҙ көсө менән ерләй һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡәбергә билдә ҡуйырға онота. Шуға күрә улдары атайҙарының мәңгелек йортон таба алмай интегә.
Өйҙә яугирҙе сирле әсәһе менән бәләкәй һеңлеһе генә ҡаршы ала. Ошондай шарттарҙа ла тормошто нисек тә дауам итергә кәрәк. Тәүҙә Рамаҙан әсәһен Стәрлетамаҡҡа килтереп дауаханаға һала. Йортто төҙөкләндерә башлай, ҡыш көнө утын урынына яҡҡан ҡоймаларҙы яңынан эшләп ҡуя.
Егет уҡыуын дауам итеп, һөнәр алыу өсөн Өфөгә китергә хәл итә. Уны БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы аппаратына эшкә алалар. Ситтән тороп педагогия институтында уҡып та йөрөй. Шәхси тормошонан да уңа: медицина институтын тамамлап, табип-терапевт һөнәрен үҙләштергән ҡыҙға өйләнә.
1951 – 1953 йылдарҙа Р.Н. Ҡотошов Өфө партия мәктәбендә һәм бер үк ваҡытта педагогия институтында уҡый. Уны КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитетына эшкә алалар. 1955 йылдан “Агитатор блокноты” журналының яуаплы секретары була, ә 1959 йылда ошо журналдың мөхәррир урынбаҫары итеп үрләтелә. Аҙаҡ – “Кызыл таң” республика гәзитенең пропаганда бүлеге мөдире, 1961 йылдан “Совет Башҡортостаны”нда ла ошо уҡ вазифаны башҡара. Артабан уны “Китап” нәшриәтенә мөхәррир итеп ебәрәләр. 1964 йылда Рамаҙан Нурғәли улы Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡытыусы итеп эшкә саҡырыла һәм 30 йылдан ашыу студенттарға һабаҡ бирә.
1969 йылда СССР Фәндәр академияһының Философия институты ҡарамағындағы аспирантураны тамамлап, диссертация яҡлай һәм философия фәндәре кандидаты булып китә. Өфө дәүләт авиация техник университетында хеҙмәте осоронда Р.Н. Ҡотошов ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. “Белем” йәмғиәте менән берлектә йыш ҡына райондарға сығып, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр тураһында лекциялар уҡый, халыҡҡа партия сәйәсәтен аңлата. Республикала доцент Ҡотошов сығыш яһамаған бер генә ауыл һәм ҡала ла ҡалмағандыр ул. Башҡа лекторҙар араһында Рамаҙан Нурғәли улының өҫтөнлөгө шунда була: ул өс телдә – башҡорт, татар, рус – сығыш яһай. Бынан тыш, радио, телевидение тапшырыуҙарында йыш ҡатнаша, мәҡәләләре республиканың гәзит-журналдарында даими донъя күрә. Ошондай киң ҡырлы эшмәкәрлеге өсөн Р.Н. Ҡотошовҡа “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Рамаҙан Ҡотошовтың үҙенең ғаиләһендә өс бала үҫә, барыһы ла юғары белем ала, ҡыҙҙары – педагогия фәндәре кандидаты. Ҡотошовтарҙың алты ейәне, бүләһе бар, ейәндәре, олатайҙарына оҡшап, фәнгә тартылған. Шуларҙың икәүһе – Мәхмүд менән Шамил – Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған. Улар икеһе лә – фән докторы, профессорҙар. Өлкәне былтыр Башҡортостан Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайланған. Өсөнсө ейәне Ғәзиз – тарих фәндәре кандидаты, колледжда уҡыта, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә.
Рамаҙан Нурғәли улы йыш ҡына мәктәп уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары алдында сығыш яһап, йәш быуынға һуғыш тураһындағы хәтирәләрен еткерә. Шулай уҡ ветеран әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. Ул – һигеҙ китап авторы. Китаптарында совет кешеләренең фронттағы һәм тылдағы тормошо һүрәтләнә, фиҙакәр хеҙмәте сағыла.
Яҡташым, яугир-фронтовик, ғалим, журналист һәм яҙыусы Рамаҙан Нурғәли улының яҙмышы – Ватанға һәм үҙ халҡына эскерһеҙ хеҙмәт итеүҙең яҡты өлгөһө ул.