Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
21 Июнь 2019, 14:01

Тиңе булмаған оҫта булды

“Уҡыу тейһә, самолет яһар ине!”

“Уҡыу тейһә, самолет яһар ине!”


Бөйөк Ватан һуғышы ветераны олатайым Ғүмәр Ильясовтың үткән ғүмере хәтирәләргә бай, әле булһа һағынып иҫкә алырлыҡ. Ул бик аҡыллы, оҫта ҡуллы кеше була, бала сағынан төрлө эш башҡарып, тырыш булып үҫә.


1903 йылда ишле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа олатайым. Уның ата-әсәһе арыу ғына донъя көткән хәлле ғаиләләр иҫәбендә була. Колхоздар төҙөү осоро башланғас, етеш йәшәгәндәрҙе кулак тип, Себергә ҡыуа башлайҙар. Олатайымдың атаһын да, шундай мөһөр тағып, Себергә ебәрәләр.


Был ваҡытта олатайым кәләш алып, иҫке өйҙә айырым йәшәй башлаған була. Ул колхозға инеп, төрлө эштәр башҡара: ат арбалары яһай, уларға тәгәрмәс эшләй, колхоздың һабан, тырма, сәсеү агрегаттарын ремонтлай. Йорт һалғанда ишек яңаҡтарын һуғыу, тәҙрә рамдарын эшләү өсөн һәр ваҡыт уны саҡыралар.


Һуғыш сығыр алдынан ул Ишембай районының Петровский ауылында йәшәгән атаһының танышы Ильяс ҡарт менән Егән йылғаһын быуып, һыу тирмәне эшләй башлай, әммә тамамлай алмайҙар – 1941 йылдың июнендә олатайымды фронтҡа алып китәләр. Уны ҡатыны менән биш балаһы оҙатып ҡала: иң олоһона – ун йәш, кесеһе яңы ғына тыуған була.


Һуғышта йәйәүле ғәскәрҙә һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта була. Өҫтәүенә олатайым – снайпер, тимәк, иң алда! Еңеүҙе Германияла ҡаршылай, ләкин һуғыш бөтөргә бер нисә көн ҡалғас, ҡаты яралана һәм госпиталгә эләгә. Снаряд ярсығы уң ҡулының ике бармағын өҙә, ҡулбашын яралай.


Бер нисә ай госпиталдә дауаланғас, 1945 йылдың сентябрендә тыуған яғына ҡайтып төшә. Ҡайтыу менән колхозда ең һыҙғанып эшкә тотона. Тырыша торғас, һуғышҡа тиклем башлаған төҙөлөштө тамамлай. Ауыл халҡын таң ҡалдырып, колхозда тирмән эшләй башлай. Яйлап тирмәнде уратып бура ла күтәрә.


Тирмән Ишембай районының Ғүмәр ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта, урман эсендә ултыра. Уның эргәһенә бәләкә­йерәк йорт һалып, ғаиләһен дә үҙ янына күсереп ала. Тирмәнгә он тарттырырға бөтә тирә-яҡ ауылдарҙан – Маҡар, Егән, Подгорный, Васильевка, Алмалы, Көҙән, Иҫкесәк, Әрмет-Рәхимдән киләләр. Ғүмәр олатайым көндөҙ ҙә, төндә лә эшләй.


Тирмәндең барлыҡ деталдәре лә ағастан яһалған, шуға күрә уларҙы һәр ваҡыт рәтләп, яңыртып торорға кәрәк була. Һыу тирмәне 1962 йылға тиклем эшләй. Шул йылда олатайым ауылға күсеп ҡайта. Колхоз етәкселәренә электр двигателе менән эшләгән тирмән төҙөү теләген белдерә. Уның тәҡдимен хуплайҙар һәм кәрәкле деталдәрҙе алып бирәләр.


Бер ай эсендә яңы тирмән сафҡа инә. Улай ғына ла түгел, эргәһендә ағас эшкәртеү агрегаты ҡуйып, тирмән он тарттырмаған саҡта колхозға ла, халыҡҡа ла таҡта ярҙырып бирә. Олатайымды “Социалистик ярыш еңеүсеһе” билдәһе, “Хеҙмәт ветераны”, “Фиҙакәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары, Почет грамоталары менән бүләкләйҙәр. Ул 72 йәшкә тиклем ошо вазифала эшләй.


Хаҡлы ялға сыҡҡас, “ЗиЛ” моторын ҡулланып, дүрт тәгәрмәсле машина яһауы әле булһа ла хәтерҙә. Ҡатынын ултыртып, башҡа ауылдарҙа йәшәгән балаларына ҡунаҡҡа йөрөй торғайны. Йәшерәк сағында ағастан велосипед яһап, шунда йөрөп тә кешеләрҙе аптыратҡан ул. Ғөмүмән, ауылда бер оҫта булып танылғайны.


Олатайым 1993 йылда 90 йәшендә вафат булды. Уны ауылдаштары, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре хөрмәтләп иҫкә ала. Тирә-яҡ ауылдарҙа уны белгән, хөрмәт иткән кешеләр ҙә бик күп.


Тәүге ҡатыны вафат булғас, атайымдың әсәһенә – Әсмә өләсәйемә өйләнә. Улар бөтә балаларына ла үрнәк булып, матур донъя көттө. Баҡса үҫтерҙеләр, умарта тоттолар. Үҙемде белә-белгәндән олатайым мине 25 саҡрым алыҫлыҡтағы Йәнырыҫ ауылынан иртә менән, көтөү киткәнгә тиклем, килеп ала торғайны.


Әйткәндәй, өләсәйемдең көнитмешен еңеләйтеп, коридорға электр менән эшләгән һыу ҡоҙоғо яһаһынмы (унан күршеләр ҙә файҙаланды), ҡаҙан эргәһенә һыу торбаһы һуҙһынмы – барыһы ла ҡулынан килде. Быға ҡыуанып бөтә алмаған өләсәйем: “Уҡыу теймәгән бабайға, уҡыу тейһә, самолет яһар, конструктор булыр ине”, – тиер ине.


Өләсәйем 82 йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат булды. Мин уларҙы һәр саҡ ҙур юҡһыныу менән, һағынып иҫкә алам.
Читайте нас: