Бөтә яңылыҡтар
Ветеран
5 Июль , 11:00

Әллә күпме балаға “кендек инәһе” ул

Ауыл халҡы ҡайҙа барһын, йүгереп уға килә, сөнки...  

Әллә күпме балаға “кендек инәһе” ул
Әллә күпме балаға “кендек инәһе” ул

Хәйбулла районы ағинәйҙәренең береһе Фәнүзә Ҡәйепова оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер булып эшләгән. Степной (халыҡ телендә – Ҡараһыу) ауылы ҡыҙы Сибай медицина училищеһын тамамлап, 1972 йылда район үҙәк дауаханаһының инфекция бүлегендә эшләй башлай.

Һөйкөмлө һәм һәр сирлегә иғтибарлы шәфҡәт туташына күҙ һалыусы егеттәр аҙ булмағандыр, әммә ҡыҙ үҙе эшләгән бүлеккә сирләп килгән Сәғит ауылы егете Ғәлиулла Хәмит улына тәү күргәндә үк ғашиҡ була. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора һәм ауылда төпләнеп ҡала. Килен булып төшкәндең икенсе көнөнә үк Фәнүзә Зыя ҡыҙы ауылдағы бикле торған фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй башлай һәм 35 йыл ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора.

Ауыл фельдшерына эшләүе еңелдән түгел. Тәүлектең һәр сәғәтендә уға мөрәжәғәт итеүселәр табыла, көн һәм төн тимәй, ямғыр яуамы, ҡармы — ул һәр саҡ сирлеләр янына ашыға, уларға тәүге ярҙам күрһәтә. Фәнүзә Зыя ҡыҙының йоҡоһоҙ үткәргән төндәре лә күп була, әммә һис кенә лә зарланып ултырмай. Иренең дә уны һәр саҡ аңлап тороуы, кәрәк ваҡытта үҙенең транспорты (тракторҙан башлап еңел автомобилгә тиклем) менән ауырыуҙы район дауаханаһына алып барыуы, кире көтөп алып ҡайтыуы маҡтауға лайыҡ.

—Эшемде яратҡас, ауыр булдыЮ тип әйтә алмайым. Киреһенсә, кемгәлер ярҙам итеүем, уны үлемдән йолоп ҡала алыуым менән бәхетлемен, — тип һүҙ башланы әңгәмәсем. — Бигерәк тә ауырлы ҡатындарҙы дауаханаға алып барып һалыуы ҡыйын ине. Улар көндәре еткәнсә ғаиләһен, өйөн ташлап китә алмай йөрөү сәбәпле, ахыр сиктә өйҙә бала таба ине. 20-нән ашыу балаға “кендек инәһе”мен.

Яҙ көнө Таналыҡ йылғаһы ажарланып ташыр ине, уны сыға алмай йөрөгән саҡтар ҙа иҫтә. Хатта район үҙәгенә барып, укол-дарыуҙар алып ҡайтырға ла юл булмаған осорҙар булғыланы. Ул яҡтан иремә рәхмәт, отчет менән барғанда миңә кәрәкле дарыуҙарҙы алып, бер ваҡытта ла “юҡ, барма, йөрөмә” тип ултырманы. Шуға ла тыныс күңел менән эшләнем.

Хаҡлы ялдағы ауыл фельдшерына бөгөн дә ярҙам һорап килеүселәр бихисап, сөнки, башта яҙып үтеүебеҙсә, ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункты бикле тора, эшләргә кеше юҡ. Ауыл халҡы ҡайҙа барһын, йүгереп Фәнүзә Ҡәйеповаға килә. Гиппократ антына ғүмере буйы тоғро ҡалған медицина хеҙмәткәре һис кенә лә ауылдаштарының үтенесен ҡаҡмай, кәрәк ваҡытта ҡан баҫымын үлсәп, ниндәй дарыу алырға кәрәклеген әйтә, уколдар ҙа һалып ебәрә.

Тормош иптәше вафат булғас, ҡайғы-хәсрәттәрен ҡул эштәре менән баҫа, дини белем эстәргә тотона. Фәнүзә Зыя ҡыҙы бәйләгән төрлө диван, ултырғыс япмалары, үҙ ҡулдары менән эшләнгән хәситә, селтәр, ҡашмауҙары күҙҙең яуын ала. Бик оҫта итеп шиғырҙар уҡый, матур йырлай ҙа.

Ҡыҙы Лилиә лә әсәһенең юлынан киткән, ул Садовый ауылында фельдшер булып эшләй. Ире менән бер ул үҫтерәләр, ауылдарында өлгөлө ғаиләләрҙең береһе улар.

Ике улы, Данил менән Венер, әсәләрен һәр саҡ шатландырып тора, уларҙың икеһе лә, аталары кеүек, техникаға мөкиббән киткән ир-азаматтар. Данил кәләше Нәсимә менән ауылда йәшәй, әсәһенең оло ярҙамсыһы, терәге.

Бөгөн Фәнүзә Ҡәйепованың алты ейән-ейәнсәре бар, улар — өләсәләренең иң көтөп алған ҡәҙерле ҡунаҡтары.

Бер минутын да бушҡа үткәрергә ғәҙәтләнмәгән Фәнүзә Зыя ҡыҙы баҡсаһын ҡарай, ҡош-ҡорт аҫрай, кис көнө ғәрәпсә өйрәнеп, Ҡөрьән-Кәримде уҡып, дини һабаҡтар ала.

Артабан да балалар игелеге күреп, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын!

Автор фотоһы.

Әллә күпме балаға “кендек инәһе” ул
Әллә күпме балаға “кендек инәһе” ул
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: