Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2 апрелдә урыны менән бер аҙ епшек ҡар, ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем, аяҙытҡанда 10 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 3-8 градус йылы була. 3 апрелдә һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Температура төндә 0-дән 5 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 1-6 градус йылы булыуы күҙаллана.