Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 13:14

Күңелдәрҙең алыҫлығын кем яҡынайта?

Матбуғаттың терәк буласағын яҡшы беләләр.

Матбуғаттың терәк буласағын яҡшы беләләр.


“Генерал Шайморатов” пьесаһынан “Почтальон” йырын өлкәнерәк йәштәгеләр әле лә яҡшы хәтерләйҙер. Радионан да иртәле-кисле йыш яңғыраттылар уны. Һүҙҙәре лә һәр кемгә аңлайышлы:

“Араларҙың алыҫлығын

Кем яҡынайта?

Һағынғанда сәләм хатын

Кем алып ҡайта?

Почтальон, почтальон,

Почтальон яҡынайта ла

Почтальон алып ҡайта”.


Ғәмәлдә хат ташыусы һәр ауылда иң кәрәкле, һәр өйҙә көтөп алын­ған яҡын кеше булды тиһәң дә, бер кем ҡаршы төшмәҫ. “Сәләм та­шыусы”, “һөйгәнеңдең кем икәнен белеүсе”, “тыуған ауылыңдан хә­бәр-хәл алып килеүсе” генә түгел ине шул уның бурысы, көн буйы арып-талып, һәр өйгә ҙур сум­каһында ҡосаҡ-ҡосаҡ гәзит-журнал ташыусы, яңылыҡтарҙы беренсе булып еткереүсе лә ул булды.


Заманалар үҙгәреүе почтальондар эшмәкәрлегенә йоғонто яһамай ҡалманы. Интернет, мәғлүмәттәр етеҙ­леге, гаджеттар уларҙың эш йү­нәлешен һиҙелерлек яңыртты. Ва­ҡытлы матбуғатҡа элеккесә дәр­рәү яҙылыусылар, хатлашыусылар кәмеһә лә, уларҙың сумкаһы һаман да һәлмәк, эш хаҡтары әллә ни артмаһа ла, бурыстары ҙур.

Көйөргәҙе районының Яҡшембәт почта бүлексәһе етәксеһе Рузалиә Бикмаева әйтеүенсә, хәҙерге поч­тальондарҙың эш даирәһе тағы ла киңәйгән, биш ҡатын-ҡыҙ туғыҙ ауылды хеҙмәтләндерә, махсус транспорт булмағанлыҡтан, һәр кем ул мәсьәләне үҙе йүнләй, үҙе көйләй. Кем һуң ул хәҙерге заман почта ташыу­сы­һы? Ул халыҡ өсөн кәрәкле көнкүреш та­уарҙары һатыусы ла, лотерея таратыу­сы ла, касса терминалы алып сығып, ком­муналь хеҙмәттәргә аҡса йыйыусы ла… Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоро ет­һә, өй беренсә йөрөп, гәзит-журнал­дар­ға яҙҙы­рыусы ла. Ғөмүмән, баҙар шарттарында ла почта хеҙмәтенә ихтыяж һис кәмемәй.


500-гә яҡын хужалыҡтан торған Яҡшембәт ауылының киң һәм оҙон урамдарын тәбиғәттең һәр миҙге­лендә гиҙгән почтальонка Резеда Исхаҡова эшенең ауырлығына зарланмай.


– Аҙнаһына өс тапҡыр килгән почтаны өй һайын йөрөп таратып сығам. Кемгә ҡарабойҙай ярмаһы, кемгә сәй-шәкәр, шампунь һәм башҡа көнкүреш тауарҙары кәрәк – заявка алам, кәрәкле әйберҙәрҙе һатам. Әйбер һатыу отошло, һатҡан аҡса суммаһынан беҙгә алты процент өҫтәмә килә. Коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙән, гәзит-журналдарға яҙҙырыуҙан эш хаҡына дүрт процент ҡушыла. Эштең һәр йүнә­леше буйынса ла план ҡуйылған, уны үтәү еңел түгел, – ти Резеда ханым. – Ауыл ҙур булғас, почтальон сумкаһы ла ҙур.


Альбина Йосоповаға Урта Баба, Үрге Баба, Көйөргәҙе ауылдарын хеҙмәт­ләндереү йөкмәтелгән.


– Ауыл халҡының ихтыяжын беләбеҙ инде: үҙенә – аҙыҡ-түлек, һыйырына – ялатыр өсөн тоҙ, ҡош-ҡортона ҡатнаш аҙыҡ кәрәк, – тип һүҙгә ҡушыла Альбина Рәйес ҡыҙы. – Был хәтлем ауыр йөктө үҙе күтәреп таратып йөрөй икән, тип уйламағыҙ. Ирем машина менән килеп таратышырға ярҙам итә. Ауылдаштар өсөн хеҙмәтебеҙ бик кәрәкле ул. 20-25 саҡрым алыҫ­лыҡта ятҡан ауылдарға ла почтабыҙ, ямғыр-буран тип тормай, ваҡытында барып етә.


– Тәбиғәттең көйһөҙлөктәре арҡаһын­да ҡайһы саҡта матбуғат баҫмаларын һуңлатып еткерһәк, яңылыҡтарҙы көтөп алған яҡташта­рыбыҙ беҙҙе шелтәләп тә ҡуя торғандыр. Һәр хәлдә халыҡтың ихтыяжын өйрәнеп, үтенестәрен, теләк-тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, һәр нәмәне ваҡытында эшләргә тырышабыҙ, – ти почта бүлексәһе етәксеһе Рузалиә Искәндәр ҡыҙы. – Халыҡ беҙҙә өйҙәренә гәзит-журналдар алдырыуҙы хуп күрә, даими уҡыусыларыбыҙ ҙа бар.


Тик, ни әйтһәң дә, йәйен ва­ҡытлы матбуғатҡа яҙылыу һүлпә­нерәк бара. Кемдер “әле генә сепей алдыҡ, аҡса юҡ бит әле” тип аҡ­лана, кемдер “һуңғараҡ яҙылыр­мын” тип вәғәҙә бирә лә онота. Шулай ҙа күпселек матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында яратҡан гәзит-журналдарына яҙылып ҡалырға тырыша. Өйгә һәйбәт яңылыҡтар, файҙалы хәбәрҙәр килеп торһа, ҡайһылай күңелле!


Беҙҙең яҡшембәттәр заман ағышынан артта ҡалмай донъя ла көтә, балалар ҙа тәрбиәләй, шәхес­тәр ҙә үҫтерә, тормоштарында мат­буғаттың һәр саҡ терәк буласағын да яҡшы белә.


Яҡшембәт почта бүлексәһе почтальондары Альбина Йосопова, Рузалиә Бикмаева, Резеда Исха­ҡова эштәре менән араларҙы ғына түгел, күңелдәрҙе лә яҡынайта.
Читайте нас: