Учалы районында биш айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе иҫәпләнә. Туризм, экскурсия һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге даими рәүештә балалар өсөн походтар, тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороп тора. Каникулдың һуңғы көнөндә уҡыусылар үҙәктең өҫтәмә белем биреү педагогы Рәйлә Фәхретдинова етәкселегендә “Өргөн күле һәм Өргөн урманы” тәбиғәт ҡомартҡыларына сәйәхәт ҡылды.
Шулай уҡ Ҡалҡан тауына күтәрелеп, айырым һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре менән танышты, тыуған яҡтарының гүзәллегенә һоҡланды.
Күл буйында үҙәк туристар өсөн бәләкәй генә “Ҡалҡан” тип исемләнгән йорт та төҙөп ҡуйған, балалар унда йылы аш ашап, ял да итеп алды. Яҙғы каникулдар йәш туристарҙың иҫендә оҙаҡ һаҡланасаҡ.