Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2019, 13:56

Тынғыһыҙ бал ҡортондай уңған ул

“Йыл өлгөһө” исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙ Көйөргәҙе райо­нында йәшәй.

“Йыл өлгөһө” исеменә лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙ Көйөргәҙе райо­нында йәшәй.
Яңы Таймаҫ ауылынан Рәйлә Зәйнул­лина хаҡында әйтеүебеҙ. Ул “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” тип аталған III республика конкурсында тап ошо номинацияла еңеү яуланы.
Рәйлә Ноғман ҡыҙы Яңы Таймаҫ урта мәктәбендә (Р. Солтангәрәев исемендәге гимназия) ҡырҡ йылға яҡын эшләп, ун биш йыл буйы тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһын атҡарҙы. 2008 йылда “Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы” конкурсында еңеп, 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Былтырғы көҙ ҙә емешле булды. Рәйлә Зәйнуллина районда үткәрелгән “Миссис 55+” конкурсында гран-при алды. Аҙаҡ ҡыҙы Рәмилә Рахманғолова менән “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы педагогия династиялары” бәйге­һендә оло уңышҡа өлгәшеп, яҡташтарын ҡыуандырҙы.
Бына шундай өлгөр, тынғыһыҙ, бал ҡортондай егәрле, үҙ эшенең ысын оҫтаһы йәшәй Яңы Таймаҫта.
Читайте нас: