Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2019, 01:10

"Торатау"ҙа – яңы директор

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры вазифаһын биләгән Айгөл Моратова “Торатау” конгресс-холына директор итеп тәғәйенләнде.

"Башинформ"дан алынды.
"Башинформ"дан алынды.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана етәксеһе вазифаһын биләгән Айгөл Моратова “Торатау” конгресс-холына директор итеп тәғәйенләнде.
Айгөл Динислам ҡыҙы Моратова 1972 йылда тыуған. 1995 йылда – Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын, 2012 йылда Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы. Республика Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән наградланған. Быйыл Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы итеп һайланған.
Читайте нас: