Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейын Өфө ҡалаһының Киров районы халҡы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында билдәләне.
Фойела тарихҡа, район уңыштарына, мәҙәниәт һәм белем биреү өлкәһенә арналған бай күргәҙмә ойошторолдо. Залда иһә алма төшөрлөк тә урын булманы. Байрамға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева, Өфө ҡалаһы Советы депутаттары, район предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре, ветерандар, ябай эшселәр килде.
Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы:
– Беҙҙең республикабыҙ бөтәбеҙ өсөн дә яҡын һәм ҡәҙерле. Бай тарихыбыҙ, матур бөгөнгөбөҙ һәм яҡты киләсәгебеҙ бар. Киров районы йылдам үҫешә, яңы биләмәләр төҙөлә, – тине ул. – Киләсәккә ҙур пландар һәм бурыстар ҡуйғанбыҙ. Ә иң мөһиме, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлектәребеҙ ҙә бар. Шулай ҙа иң ҙур байлығыбыҙ – райондың хеҙмәт һөйгән, тырыш кешеләре. Һәр кем ҡала үҫешенә өлөшөн индерә, тимәк, республикабыҙ мәнфәғәтендә лә әүҙем эшләй.
Ул райондың алдынғы предприятие һәм ойошма хеҙмәткәрҙәренә 100 йыллыҡ юбилей миҙалдарын һәм райондың Почет грамоталарын тапшырҙы. Сара матур концерт сығыштары менән үрелеп барҙы. “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле, Башҡорт дәүләт университетының “Дуҫлыҡ” бейеү ансамбле, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының “Ассоль” ансамбле, балалар ижади коллективтары һәм башҡалар тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.