Стәрлетамаҡ районының Преображеновка ауылындағы тораҡ йортта янғын сыға. Урынға шунда уҡ янғын һүндереүселәр, табиптар, полиция, хакимиәт вәкилдәре, газ һәм электр хеҙмәттәре белгестәре бара.
Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә өй дөрләп янған хәлдә була. Урында ике ир кешенең үле кәүҙәһе табыла. Әлеге мәлдә янғын сығыуҙың сәбәптәре асыҡлана, тинеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.
Халыҡҡа даими рәүештә аңлатыу эштәре һәм мәғлүмәт биреү алып барылһа ла, янғындар һаны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кәмемәй. Битарафлыҡ, эскелек, яуапһыҙлыҡ – уларҙың төп сәбәпселәре. Янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайламалар ҡуйыу буйынса эштәр әүҙем алып барыла. Әммә бында ла шул уҡ кешеләрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында, ваҡытында батарейкалар алмаштырылмай, уларҙың төҙөклөгө тикшерелмәй.
Ғүмеребеҙ һәм хәүефһеҙлегебеҙ тәү сиратта үҙебеҙҙән тороуын онотмайыҡ!