Республикала “Алға, Башҡортостан!” тип аталған йәштәр хәрәкәте булдырылды.
“Берҙәм Рәсәй” Радий Хәбировтың курсын хуплаған хәрәкәт ойоштороуҙы ыңғай ҡабул итте. Бөгөн төбәктең етмештән ашыу йәштәр ойошмаһы лидерҙары манифестҡа ҡул ҡуйҙы.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостандың Йәш депутаттары ассоциацияһы” ағзаһы Яков Кугубаев республикабыҙҙың йәмәғәт тормошонда ҡатнашырға теләгән әүҙем йәштәрҙең күп булыуын билдәләне.
“Һөҙөмтәлә беҙ бик яҡшы хәрәкәт булдыра алырбыҙ, ул уйланылған пландарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итер тигән ышаныстабыҙ”, – тине депутат.
Әүҙемселәр беренсе осрашыуҙа эш органы составын һайланы. Улар аҙнаһына бер тапҡыр йыйылып, төбәктең йәштәр ойошмаларынан килгән тәҡдимдәрҙе ҡараясаҡ, план төҙөйәсәк.
Тәүге берҙәм сара 7 апрелдә Өфөлә үтә – “Йондоҙ менән зарядка”.