Арҙаҡлы шәхестәрҙең исеме тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған.
Ейәнсура районында Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан күркәм байрам ойошторолдо. Сарала Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин, республикабыҙҙың урман хужалығы министры урынбаҫары Азат Әхтәмов, “Акрополь” йәмғиәте директоры Хәйҙәр Ғайсин, күренекле әҙибә Мәрйәм Бураҡаева, “Йәшлек” республика гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, райондың почетлы граждандары һәм бүтән билдәле шәхестәр ҡатнашты.
Ейәнсуралар яҡташтарын ҙурлай, хөрмәт итә белә. Илебеҙҙең тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылған Бикбау бей, Юныс Бикбов, Ғүмәр Ҡыуатов, Мстислав Ҡулаев, Сөләймән Мырҙабулатов һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән улар ҙур эштәр башҡара.
Башта барыһы ла Үҫәргән ырыуы башлығы Бикбау бей һәйкәле янына йыйылды. Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, тарих хәтере мәңгелек, бигерәк тә һәйкәлдәр күпте һөйләй. Танылған шәхестәрҙең исемдәрен йәш быуынға еткереү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе.
Артабан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе, партия һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Юныс Бикбовтың бюсына сәскәләр һалдылар.
– Башҡортостанды төҙөүгә тос өлөш индергән билдәле шәхестәр бихисап, улар барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфәрис Байсурин. – Әбүләйес ауылында тыуып үҫкән Юныс Бикбов – шуға асыҡ миҫал. Ул осор тыныс булмаған – Граждандар һуғышы барған. Юныс Юлбарыҫ улы шундай ваҡытта ла киләһе көндәрҙе асыҡ төҫмөрләй алған. Ҡыҫҡаһы, республикабыҙҙың яҡты киләсәге өсөн күп эш башҡарған.
Йәмәғәт эшмәкәре Марат Түләбаев Дәмин Марат улына “Иңдәрендә ил яҙмышы” тигән китапты бүләк итте.
Артабан рәсми делегация, ике төркөмгә бүленеп, юбилейға бәйле сараларҙы дауам итте. Ейәнсура районы китапханаһында “Башҡортостанды төҙөүҙә яҡташтарҙың роле” тигән ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы, ул һағышлы ла, дәртле лә ҡурай моңо менән башланды. Ейәнсура районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Тәлғәт Буранбаев әйтеүенсә, 2019 йыл ваҡиғаларға бик бай, һәммәбеҙ ҙә шул сағыу тантаналарҙың шаһиты, бай йөкмәткеле сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәйбеҙ. Шәйехзада Бабичтың вафатына 100 йыл тулыуҙы ла иҫкә алмау мөмкин түгел – өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтарының хәтер кисәһенә йыйылыуы тураһында хәбәрҙарбыҙ.
Юныс Бикбовтың туғаны Асия апайҙы тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел ине. Эйе, тормош тигәнең әҙәм балаһын ҡайҙа ғына ташламай ҙа ниндәй генә ҡайғы-хәсрәт менән осраштырмай. Ул Юныс Юлбарыҫ улының әсе яҙмышы тураһында һөйләне. 1-се урта мәктәптең тарих уҡытыусыһы Хәҙисә Ғәйнизарова билдәләүенсә, үткәнен белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тарихты яратып үҫкән балаларҙың ғилемгә ынтылышы һәр саҡ көслө була. Яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева иһә арҙаҡлы шәхестәр тураһында һөйләне, белем-тәрбиәгә баҫым яһаны.
Рәсми делегацияның икенсе төркөмө “Салауат” физкультура-һауыҡтырыу комплексында булды. Әйткәндәй, тап ошо ваҡытта бында волейбол буйынса бәйге бара ине, шахмат турниры асылғайны, шулай уҡ бүтән ярыштар ҙа башланғайны. Ҡунаҡтар райондың спорт тармағындағы ҡаҙаныштары менән танышты, спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырылыуын күрҙе, айырыуса йәштәрҙең сәләмәт тормошто һайлауына ҡыуанды.
“Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” проектында Ейәнсура районының Таҙлар ауылындағы балалар баҡсаһы ла бар. Белем усағын Баймаҡ ҡалаһындағы “СМК-Б” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Күсмә механизацияланған колонна төҙөй. Бер ҡатлы балалар баҡсаһының майҙаны – 1 280 квадрат метр, ул 60 урынға иҫәпләнгән. Уның эргәһендә балалар һәм спорт майҙансыҡтары буласаҡ, тиҙҙән кескәйҙәр заманса уңайлыҡтары булған балалар баҡсаһына йөрөй башлаясаҡ. Спорттан тыш районда сәнғәт һәм мәҙәниәт тә үҫеш юлында. Сөләймән Абдуллин исемендәге балалар сәнғәт мәктәбенең эше менән танышты ҡунаҡтар.
Төштән һуң район мәҙәниәт һарайының фойеһында “Ейәнсура ере – уңғандар иле” тигән бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне, ә инде тамаша залында алма төшөрлөк тә урын булманы. Концерт урындағы үҙешмәкәр һәм Өфөлә ғүмер итеүсе артистар тарафынан әҙерләнгәйне. Бер төркөм уңғандар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын, Ейәнсура районының дипломдарын алып ҡыуанды.