Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2019, 15:41

Баймаҡ журналистары ла ҡушылды

Райондың “Һаҡмар” һәм “Баймаксий вестник” редакцияһы коллективы ла экологик өмәнән ситтә ҡалманы.

"Һаҡмар" гәзите сайтынан.
"Һаҡмар" гәзите сайтынан.
Райондың “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” редакцияһы коллективы ла экологик өмәнән ситтә ҡалманы.


Бөгөн улар Нәшриәт йорто урынлашҡан бина алдындағы күренекле драматург һәм журналист Мирхәйҙәр Фәйзиҙең һәйкәле янын таҙартты, уның ҡәберлеге урынлашҡан скверҙы тәртипкә килтерҙе.
“Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Сәлихова әйтеүенсә, улар Ленин урамындағы был скверҙы шефлыҡҡа алған. Йыл һайын район журналистары ошо урынды сүп-сарҙан таҙарта, йәшелләндерә. Быйыл да изге эште ихлас башҡарҙы ҡәләм оҫталары.
Билдәле булыуынса, күренекле татар драматургы Мирхәйҙәр Фәйзиҙең (Фәйзуллин) тормошо һәм ижады Баймаҡ районы менән тығыҙ бәйле. Уның иң мәшһүр әҫәрҙәре – “Аҫылйәр”, “Аҡ ҡалпаҡ”, “Ҡыҙыл йондоҙ”, “Урал һыуы буйында” – тап ошо төбәктә ижад ителгән. Алда әйтелгәнсә, Баймаҡ Нәшриәт йорто алдында уға һәйкәл ҡуйылған.
Читайте нас: