Өмә – беҙҙең халҡыбыҙҙа элек-электән килгән күркәм йола, уны ныҡлы тергеҙергә кәрәк, тигәйне көньяҡ-көнсығыш райондарға эш сәфәрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров.
Күмәкләп башҡарған ғәмәл берләштерә, уртаҡ ниәттәрҙе арттыра, берҙәм маҡсатта, ярҙамлашып йәшәү мөһимлегенә инандыра.
Яҙғы өмәләр ҙә – быға бер дәлил. Тирә-яғыбыҙҙы бергәләп тәртипкә килтереү, сүп-сарҙан таҙартыу, донъяның тиҙерәк йәшелләнеүенә өлөш индереү күңелгә сикһеҙ кинәнес бирә, йәшәүгә дәртте арттыра.
Бөгөн республикабыҙ халҡы быйылғы тәүге дөйөм өмәгә сыҡты. Беҙҙең “Башҡортостан” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре лә ихлас ҡушылды сараға. Ә һеҙ өмәгә сыҡтығыҙмы, дуҫтар?