Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2019, 23:00

Нимәгә бушҡа көләһегеҙ?

Бер нисә йыл элек сыҡҡан Америка йәнһүрәтендә шундай күренеш бар: алыш барышын ҡарап, ни ҡылырға белмәй аптырап ултырған халыҡҡа “Көлөргә!” тип яҙылған ҡағыҙҙы күрһәтеү менән барыһы ла бөгөлә-һығыла шарҡылдай башлай. Яҡшы кәйеф өсөн бер ниндәй сәбәп булмаһа ла.

Фото: storm24.media
Фото: storm24.media
Бер нисә йыл элек сыҡҡан Америка йәнһүрәтендә шундай күренеш бар: алыш барышын ҡарап, ни ҡылырға белмәй аптырап ултырған халыҡҡа “Көлөргә!” тип яҙылған ҡағыҙҙы күрһәтеү менән барыһы ла бөгөлә-һығыла шарҡылдай башлай. Яҡшы кәйеф өсөн бер ниндәй сәбәп булмаһа ла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошолай көсләп көлдөрөү хәҙер беҙҙең йәмғиәткә лә үтеп инә.
Үҙәк телевидениела барған “иң шәп” тапшырыуҙарҙың, сериалдарҙың күбеһенең тамашасы иғтибарын шул алым аша яулауы сер түгел. Һүҙ бутҡаһы, мәғәнәһеҙ шаяртыу, көндәлек тормошҡа ҡағылышлы тоҙһоҙ көләмәстәр, кемделер эләкләргә маташыу... Быны тамаша ҡылған залдағылар, маймылдарса ҡыланып, һәр ишеткәненә баш сайҡап, “һыны ҡатып”, бер-береһен уҙҙырырға тырышып көлә. Тик күҙҙәре һата үҙҙәрен: ҡараштар ҡоро, һалҡын булып ҡала.
Ҡайҙан килә һуң был яһалмалыҡ? Дин белгестәре әйтеүенсә, әлеге һыҙат бөгөнгө көн менән генә йәшәгән, тик үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, дөйөм киләсәктең яҙмышы хаҡында уйламаған тәкәбберҙәргә хас. Сифатһыҙ, мәғәнәһеҙ шоуҙарҙың күбәйеүе йәмғиәттә тап шундай кешеләрҙең артыуына бәйле. Уларға эйәреп, буштан-буш ауыҙ йырып, ҡул сабып ултырһаҡ, йәш быуын ниндәй өлгө алып үҫер? Ихлас күңелдән көлөүҙе түгел, ә яһалма, мыҫҡыллы шарҡылдауҙы ишеткән бала яҡшынан яманды, дөрөҫлөктән ялғанды айырырға өйрәнерме? Һөҙөмтәлә ул яңылыш юлдан китмәҫ тип ышана алабыҙмы? “Көл!” тигәнгә көсләп ауыҙ йырып өйрәнгән баланың киләсәктә үҙ фекере булырмы?


Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм әйткәнсә, буш менән булышыу, күп һөйләү, мәғәнәһеҙ көлөү, кәрәкмәгән мәғлүмәт еткереү, уны таратыу әҙәм балаһы өсөн бөтөнләй ят булырға тейеш. Әгәр ҙә ки ғәмәлең изге ниәттә, көнкүреш шарттарын, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу маҡсатын күҙ уңында тотмай икән, уны башҡармау хәйерле. Файҙаһыҙ эшкә ваҡыт сарыф итеү, башҡа кешеләрҙең тормошонда ҡаҙыныу, ғәйбәт һөйләү – ҙур гонаһ. Мәғәнәһеҙ һүҙҙе тыңлағандарҙың, бушҡа көлгәндәрҙең иһә аңы томалана, уларҙың фекерләү ҡеүәһенә зарар килә.
Ошо урында Н.В. Гоголдең “Ревизор” комедияһындағы Городничийҙың һүҙҙәрен иҫкә алырға кәрәктер: “Кемдән көләһегеҙ?.. Үҙегеҙҙән!”
Әлбиттә, гелән етдилеккә өҫтөнлөк бирергә тимәгән. Яҡшы кәйеф, һәр көндө йылмайып ҡаршылау, күңел нурын башҡаларға өләшеү – Ислам тәрбиәһенең төп нигеҙе. Тик уларҙа яһалмалыҡ булырға тейеш түгел. Ваҡытында әйтелгән аҡыллы мәрәкә, хикмәтле һүҙ, ихлас көлөү генә күңелде үҫтереп ебәрә, уйланырға мәжбүр итә бит. Йәш быуынға хаҡ юлды тап шундай тәрбиә өлгөһө күрһәтер.
Читайте нас: