Баш ҡаланың Калинин районында урынлашҡан Максимовка ауылындағы бер нисә ихатаны һыу баҫыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Унда тәүлек әйләнәһенә һыуҙы һурҙырып алыу ойошторолдо. Урында Өфө ҡалаһының эҙләү-ҡотҡарыу отряды һәм “Максимовка” муниципаль янғын һүндереү хеҙмәте эшләне.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә көндөҙгө сәғәт 2-лә һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү эше тамамланған. Хәлде контролдә тотоу өсөн урында янғын һүндереүсе-насос станцияһы һәм ауылдың АЦ-40 автоцистернаһы ҡала.
Әлеге мәлдә ихаталар һыуҙан тулыһынса азат ителгән, барлығы 40000 кубометр һыу һурҙырып алынған.