Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 9 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел талғын, йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә 2 градус һалҡындан 3 градусҡа тиклем йылы, айырым биләмәләрҙә 7 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ 8-13 йылы булыуы күҙаллана.