Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2019, 17:25

Ундан унға тиклем!

Һуңғы айҙарҙа бар республика буйлап сходтар үтә. Унда халыҡ алкоголь һатыуҙы тыйыу ваҡытын киске сәғәт 10-дан иртәнге сәғәт 10-ға тиклем оҙайтырға тәҡдим итә.

Һуңғы айҙарҙа бар республика буйлап сходтар үтә. Унда халыҡ алкоголь һатыуҙы тыйыу ваҡытын киске сәғәт 10-дан иртәнге сәғәт 10-ға тиклем оҙайтырға тәҡдим итә. Әлеге мәлдә тыйыу киске 11-ҙән иртәнге 8-гәсә.
Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә мәлендә белдерҙе.
Тәҡдимде Радий Хәбиров хупланы һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына майҙа ошо мәсьәлә буйынса парламент тыңлауҙары уҙғарырға ҡушты.
– Барыһын да ныҡлап анализлағыҙ. Тәү сиратта, ҡануниәтте, барлыҡ инструментарийҙы ҡарағыҙ. Сикләү сараларына мин һәр ваҡыт ипләп ҡарарға тырышам, бизнесты үлтереү ихтималлығы ла бар бит. Һеҙ ҡарап сығығыҙ, нимәнелер үҙгәртеү, законды ҡатыраҡ итеү мөмкинлеге бар икән, эшләгеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Граждандар сходтары эшен анализлағыҙ. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтарын саҡырығыҙ, улар нимә әйтер. Бәлки, улар менән һөйләшеп, ниндәйҙер ҡарарға килерһегеҙ.
Граждандар сходын үткәрәүҙе Радий Хәбиров бер ай элек Борайға эш сәфәре барышында тәҡдим иткәйне. Сходтарҙа законһыҙ спиртлы эсемлектәр һатыу проблемаһынан тыш, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, ауылдарҙа урамдарға асфальт һалыу кеүек проблемалар ҙа ҡарала.
Читайте нас: