Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Апрель 2019, 16:41

Яҙмыш даръяһына ташламаған...

Улар — бер-береһенә рухи терәк.

Улар — бер-береһенә рухи терәк.
Улар икеһе лә Ҡасҡын ауылында тыуып үҫкән. Зәңгәр күҙле, етен сәсле сибәр ҡыҙ менән мыҡты кәүҙәле, тыныс, ипле егет – икеһе лә Ташлы йылғаһының шифалы һыуҙарында ҡойоноп буй еткергән. Бала саҡтан бер-береһен белеп-күреп йөрөһәләр ҙә, мөхәббәттең тәүге осҡондары ҡабынған мәлде әле лә айырым наҙ һәм йылылыҡ менән иҫләй улар.
– Беҙ ғаилә менән Тәрән уяҙҙа бесән күбәләп йөрөйбөҙ. Айҙар Моҡаста йәшәгән апаһына ярҙамға барған да шунан ҡайтып килә икән. Беҙҙең янға туҡтап, малайҙар менән һөйләшеп китте. Бөгөнгөләй күҙ алдымда – мыҡты кәүҙәле, шундай сибәр егет... Күҙем төштө. Ана шул мәлдән бирле бергәбеҙ. Унынсы класҡа Рәфиә исемле әхирәтем менән Маячный ҡа­сабаһына уҡырға киттем. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға индем. Айҙар мәктәпте Мораҡта бөттө, шунда уҡ һөнәрселек училищеһын тамамланы, Әстрхан өлкәһендә ракета ғәскәрҙәрендә әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтты.
1977 йылда Айҙар ҙа Стәр­ле­тамаҡҡа килеп эшкә урынлашты. Ғаилә ҡорҙоҡ, бер йылдан тәүге шат­лығыбыҙ – улыбыҙ Илгиз донъя­ға килде. Айҙар училищела эшләне, мин – балалар баҡса­һында. Биш йыл йәшәнек был ҡалала. Тик һаулығым ҡаҡшай бар­ғанлығын тойҙом. Шунан уйлаштыҡ та, тыуған яҡҡа күсеп ҡайтырға ҡарар иттек. Тап шул мәлдә беҙҙең ауыл янында радиорелелы станция асҡайнылар. “Унда белгестәр кәрәк, эргәһенә йорт та төҙөнөк”, – тигәстәре, тәүәккәлләнек. Шулай итеп, 1983 йылдың апрелендә тыуған ауылыбыҙҙа йәшәй баш­ланыҡ, икебеҙ ҙә станцияға эшкә урын­лаштыҡ, – тип хәтирәләрен һүтә Вәсилә апай.
1984 йылда Ҡансияровтарҙың ғаиләләрен ишәйтеп, өйҙәренең йәмен арттырып, ҡыҙҙары Алһыу донъяға килә. Балаға ун ай булды тигәндә, мөхәббәтле, матур ғаиләгә яҙмыш ҙур һынау ебәрә – Вәсилә апай ҡаты ауырыуға һабыша.
– Шул саҡтар иҫкә төшһә, әле лә тәндәрем зымбырлап китә. Бөт­көһөҙ донъя мәшәҡәттәре, ике бәләкәй бала, өҫтәүенә ауырыу ҡатын – бөтәһе лә Айҙарым ҡулына тороп ҡалды. Етмәһә, миңә аныҡ диагноз ҡуя алмайҙар, нилектән сир килеп сыҡҡанын да әйтә ал­майҙар... Ошо мәлдә ярҙамынан, хәстәренән, иғтибарынан ташла­маған Айҙарыма рәхмәт. Хәлемде еңеләйтер, сирҙе еңер, мине аяҡҡа баҫтырыр өсөн ҡай­ҙарға ғына йөрөтмәне, кемдәргә генә күрһәт­мәне, ниндәй генә дарыу-дауалар юлламаны, – ти Вәси­лә апай, күҙ йәштәрен тыя алмай.
Һөйөклө ҡатынын аяҡҡа баҫ­тырыр өсөн ғаилә башлығына ниндәй генә һынауҙарҙы үтергә тура килмәй! Тап ошондай мәлдә, яҡыны кеше көнлө булып ятҡанда, уға терәк-таяныс ҡына түгел, ә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен өсөн рухи терәк тә була белгән, уның менән бер һулышта йәшәп, барыһын да эшләргә тырышҡан Айҙар ағайға һәйкәл ҡуйырлыҡ.
Тик ауырыу ботлап инә, мыҫҡал­лап ҡына сыға, тиҙәр. Вәсилә апай­ҙың аяҡҡа баҫыуы аҙналар-айҙарға ғына түгел, ә йылдарға һуҙылған. Дауа алып, хәле бер аҙ яҡшырғас, яйлап ултыра башлаған, аҙаҡ әкренләп инвалид коляскаһында, ҡултыҡ таяғы менән йөрөргә өйрәнгән.
Яҙмыш һынауын кисергән ошондай иң ауыр мәлдәрҙә уларға һәр яҡлап ярҙам иткән, ҡыҙының һәм улының иңенә төшкән ауыр бәләне күтәрешкән әсәләренә рәхмәт уҡый Ҡансияровтар. Айҙар ағай менән Вәсилә апайҙың сабырлығы шартлап һынам тигән мәлдәрҙә, йәшәү ҡанаттары талғанда ҡоҙағыйҙар – Бәбәгөльямал Абдулла ҡыҙы һәм Зәйтүнә Әбүталип ҡыҙы һәр саҡ терәк-таяныс була.
Ғөмүмән, Айҙар Насип улын ауылдаштары миһырбанлы, оло йөрәкле, изгелекле уҙаман итеп кенә түгел, ә эшкә уңған, тырыш ир-егеттәрҙең береһе булараҡ та ихтирам итә. Ҡатынының хәле бер аҙ еңеләйгәс, бура бурап, матур яңы йорт та күтәрә ул. Ғаилә унда 1992 йылда күсенә. Өйҙәрендә заманса уңайлыҡтар булдырғандар, кәртә тултырып мал-тыуар аҫрай­ҙар, ҡош-ҡорт тоталар. Хәҙер инде ҡунаҡҡа ғына ҡайтып йөрөгән балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен баҡсаһында үҫтергән йәшелсә-емеш менән һыйлайҙар. Ә балалары күптән инде үҙаллы тормош ҡорған. Илгиздәре кәләше Гөлнара менән Мәләүез ҡалаһында төплән­гән. Үҙе шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ҡатыны – китапханасы. Өс бала – Гүзәлиә, Морат, Уралды тәрбиәләйҙәр. Алһыу әсәһенең юлын һайлаған – уҡытыусы. Тормош юлдашы Филүс менән Юлиә, Сара исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.
Ҡансияровтарҙың яҙмышы күп­тәр­гә фәһем һәм өлгө булырлыҡ: ауырлыҡтарға бирешмәгәндәр, һынауҙар күңелдәрен ҡатырмаған; кешелеклелек, миһырбанлыҡ кеүек күркәм сифаттарға инанып йәшәй­ҙәр. Утты-һыуҙы бергә кискән, өлөшөнә төшкән тәҡдирҙе лайыҡ­лы үткәргән ғаиләләрҙең донъяға ҡарашы ла, ғөмүмән, уны ҡабул итеүе лә икенсе була. Улар бәләкәй генә ғәмәлдәр өсөн дә шатлана. Шулай булмай ни! Ваҡ донъя мәшәҡәттәре, юҡтан ғына ғауғалашыу яҡын кешеңде бөтөн­ләйгә юғалтыу менән йәнәшә тора аламы ни? Әлбиттә, юҡ! Шуға ла Ҡансияровтар өсөн иң мөһиме – балалары, туғандары һау-сәләмәт булһын да бәлә-ҡаза ғаиләләрен урап үтһен.
– Ғүмерем өсөн Айҙарыма рәхмәтлемен, ауырып ятҡан саҡтарымда ла ҡайҙан ул тиклем көс ала икән, тип уйлай торғайным, әле лә һоҡланып туя алмайым, – ти Вәсилә апай, иренең ҡулдарына әкрен генә ҡағылып. 
Һоҡланырлыҡ та шул. Ирҙәрҙең бәғзеләре ҡатындары ғына түгел, хатта балалары сиргә тарыуын белгәс, ғаиләнән китә, ауырлыҡты күтәрә алмай. Ә арыҫлан йөрәкле заттарҙан булған Айҙар ағай ғүмерлек йәрен, Вәсиләһен, яҙмыштың аяуһыҙ ҡосағына ташламаған, ысын мәғәнәһендә аяҡҡа баҫтырған.
Күгәрсен районы
Читайте нас: