Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2019, 15:00

Тормош матур моңло йыр кеүек

Һағышлы, моңло йыр кеүек икән был тормош, елдәй иҫеп, һыуҙай ағып юрғалап үтә лә китә, һис һиҙелмәй. Шуға ла кешегә оҙон ғүмер теләйҙәр бит.

Һағышлы, моңло йыр кеүек икән был тормош, елдәй иҫеп, һыуҙай ағып юрғалап үтә лә китә, һис һиҙелмәй. Шуға ла кешегә оҙон ғүмер теләйҙәр бит. Уның кешегә тик бер генә бирелгәнен белһәк тә, ҡайһы ваҡыт тормоштағы уңайһыҙлыҡтар, ваҡ мәсьәләләр өсөн дә күңел ғазаптары кисерәбеҙ. Кешегә ғүмер итеү өсөн һауа, һыу, уттан, ерҙән ҡала иң кәрәк нәмә – моң.


Ул һине дәртләндерә, күңелгә ҡанат ҡуя, һағыш уята, һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итә. Һау-сәләмәт булып, тырышып донъя көтөү, хеҙмәттән йәм табыу, балалар үҫтереү, ейәндәр шатлығы күреү — ҙур бәхет ул. Бәхет һүҙе һәр кем өсөн төрлөсә, кемдер тыуғандан бәхет ҡосағында, икенсеһе уны үҙе яулап ала, кемгәлер ул ҡуйы урман ҡуйынындағы төшөндәге хыял ғына.


Тормош бит ул моңло бер йыр: яҙмышыңдан уңғанда, уның ҡәҙерен белеп йәшәгәндә, һыҙылып ал таң­дар атыуы, ҡояш ҡалҡыуы, шишмә­ләрҙең сылтырап ағыуы, ярыша-ярыша ҡоштар һайрауы, мең төрлө сәскәләр, йондоҙҙар емелдәүе һине тормошҡа ғашиҡ итә. Тормош һынауҙарын үткәндә, төрлө ҡар­шылыҡтарға осрайбыҙ. Көслө рухлылар уны еңеп сыға, түҙә. Иң ҙур еңеү — үҙ-үҙеңде еңеү, тигән бер аҡыл эйәһе. Ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалырға ярамай. Тормош түҙә алмаҫлыҡ ауыр булғанда ла, йәшәй белергә кәрәк, тигән әйтем дә бар бит әле. Әҙме ни, тормош башлауға әҙер булмайынса йәшләй генә өйләнеү һәм башҡа ҙур эштәр башлау, сетерекле мәсьәләләрҙе хәл итә алмағанда, бындай тормош тарҡала һәм бына ошонан башлана ла инде ғәзиз башҡайыңда төрлө уйҙар.


Хәҙер тормош ауыр тиеүҙәренә риза түгелмен, магазиндарҙа ризыҡ, кейем тулып ята, аҡса табыу өсөн үҙеңде эшкә ҡушырға ғына ҡала.


Ауыл ерендә йәштәр тырыш, һөнәрле, күп мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп аҡса яһай, ҡайһы берҙәре ҡалалағыса яҡшы йыһаз, тормош кәрәк-ярағы, ауыл хужа­лығы техникаһы, хатта үҙ көсө менән еңел машина алыусылар ҙа күп ауылда.


Беҙ үҙебеҙ хәҙер өләсәй-олатай­ҙарбыҙ, ейән-ейәнсәребеҙ менән са­ғыштырғанда, тормоштарыбыҙ ер менән күк араһы инде. Әсәйҙәр һуғыш ваҡытында беҙҙе аслыҡтан һаҡлап алып ҡалыу өсөн көстәре етмәҫлек ауыр эштәрҙе — урман ҡырҡыу, йөк тейәү, ер ҡаҙыу һәм башҡаларҙы башҡарҙы бит, хәҙер уларҙың береһе лә иҫән түгел, баҡыйлыҡҡа күсеп бөттөләр. Беҙ — һуғыш осоро балаларының да иң кесеһенә 80-90 йәш инде, Туғай ауылында бер генә һуғыш ветераны ла ҡалманы, ғүмер тиҙ уҙа бит. Яҡындарыңды юғалтыуҙар, хаталар, үкенестәр иҫкә төшөп, йөрәкте әрнетә. Бигерәк тә аслыҡ үҙәккә үтте, иртән ашарға булһа, кискә ризыҡ табыу өсөн урмандарға үлән, емеш-еләк йыйырға китер инек.


Шул саҡта ла зарланманыҡ, ҡылды ҡырҡҡа ярып тигәндәй, аслыҡты еңеп сыҡтыҡ, бошон­маныҡ, уйын, йыр-моң беҙгә юлдаш булды, йәшәргә көс бирҙе, ер-һыу матур, тәбиғәттән көс алып күңел­дәрҙе күтәрә, көндөҙ колхоз эшендә, кистәрен клубта булыр инек, һағынып иҫкә алам шуларҙы, хәҙерге заманда өҙҙөрөп уйнаған гармун тауыштары, киске уйындар юғала бара кеүек. Ауыл кистәрен­дәге гармун моңо йөрәктән һарҡып сыҡҡан һағышты баҫа, матур хыял­дарҙы уята, дуҫтар, туғандар ҡәҙе­рен белергә, йәшәйештең асылын аңларға өйрәтә. Таң алдынан берәү гармун уйнай. Сихри моңға ҡапыл уянып китәм, ошо моң мине алыҫта ҡалған йәшлегемә, матур тәбиғәтле ауылыма алып китә, гармун моңона ҡушылып, күңелгә йыр килә.


Яратҡан һөнәрең буйынса эшлә­һәң, ғәзиз балаларың иҫән-һау булһа, һинең өсөн өҙөлөп, ярҙам итеп йөрөһә, беҙгә әсәләргә, шул шатлыҡ-һөйөнөстәр байлыҡ инде, үҙ парың һине тиң итһә, барына риза булып йәшәргә лә йәшәргә инде. Тормошҡа ғашиҡтар шулай башҡалар көнләшерлек итеп йәшәй белә. Улар бар матурлыҡты, йыр-моң гүзәллеген, йәшәү йәмен аңлайҙыр, сөнки тормош ул моңло йыр кеүек матур бит.


Ғафури районы,

Ҡотлоғужа ауылы
Читайте нас: