Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2019, 23:35

“Йөҙ йыллыҡҡа – йөҙ төрлө аш-һыу”

Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан Әбйәлилдә “Йөҙ йыллыҡҡа – йөҙ төрлө аш-һыу” тип аталған милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторолдо.

Гөлнара Күсәрбаева фотоһы.
Гөлнара Күсәрбаева фотоһы.
Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейы уңайынан Әбйәлилдә “Йөҙ йыллыҡҡа – йөҙ төрлө аш-һыу” тип аталған милли ризыҡтар күргәҙмәһе ойошторолдо.


Райондың уңған ҡатын-ҡыҙҙары башҡорттоң ниндәй генә аш-һыуын әҙерләнмәгән! Ҡаҙы, ҡорот, бауырһаҡтан алып онотола барған һыҙҙыҡ, аҡ май, һөҙмә, ыҫлы ҡорот кеүек ризыҡтарҙан, заманға ярашлы барлыҡҡа килгән яңы төр һый-ниғмәттәрҙән өҫтәлдәр һығылып торҙо.


Ташбулат мәҙәниәт йорто директоры Зөлфирә Ҡарағужина әйтеүенсә, улар байрамға ныҡлы әҙерләнгән.


“Ауылдың уңған, оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙары үҙе белгән, әсәй-өләсәйҙәренән өйрәнгән аш-һыуҙы әҙерләп алып килде. Милли табындарыбыҙҙы буҙа-ҡымыҙһыҙ, һөт, ит ризыҡтарынан тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙҙең күргәҙмәлә уларҙың барыһының да әллә күпме төрө әҙерләнде”, – ти ул.


Байрамда шулай уҡ халыҡ кәсептәре өлгөләренән, район оҫталарының ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә лә эшләне.
Читайте нас: