Һуңғы ваҡытта янғын тураһында иҫкәрткән ҡулайламаның ғаиләләрҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуы тураһында йыш ишетергә тура килә.
Йортта йәки фатирҙа ҡуйылған был ҡорамал, ысынлап та, бихисап ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ бындай йорттарҙа ҙур янғындарҙы иҫкәртеп була, матди зыян да бермә-бер кәмей, ти белгестәр. Ябай ғына ҡулайлама, саҡ ҡына төтөн еҫе сыҡһа ла, сигнал бирә, шуның менән бәләнән һаҡлап ҡала.
Билдәле булыуынса, ҡазаны иҫкәртеү күпкә яҡшыраҡ. Шуға күрә баш ҡаланың Граждандарҙы һаҡлау идаралығы, Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре һәм Бөтә Рәсәй студент ҡотҡарыусылар корпусы ирекмәндәре 2018 йылда балалары тыуған ғаиләләргә бушлай ҡулайлама таратыуын дауам итә. Уларҙы балалар поликлиникаларындағы “Сабыйҙар көнө”ндә тапшыралар. Шулай уҡ фатирҙар һәм шәхси йорттар буйлап йөрөп, барлығы 10500 ҡулайлама таратылған.
Был йүнәлештәге эш артабан да дауам итәсәк, тиҙәр Граждандарҙы һаҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.