Тормош, мәғлүмдер, беҙ уйлағанса, тау-таш аҡтарырҙай пландар ҡорғанса ғына бармай шул. Уның яйын әҙәм балаһы түгел, бәлки белмәгән-күрмәгән ниндәйҙер серле көстәр рәтләгән һымаҡ. Һеҙҙең хәбәрсегеҙгә лә, зарураттан, күңеленә ифрат яҡын теманан бер килке айырылып торорға тура килде.
“Арыҡ мал яҙға сыҡһа уйнаҡлар” тигәндәй, буранайҙа – мартта Башҡортостан бар донъяны дер һелкетеп байрам итеп алды. Хәйер, бер быуатҡа торошло кәйеф-сафа, сәйәси мәғәнә менән һәлмәкләнеп, ошо йыл ахырынаса дауам итер ул. Беҙгә, ябай кешеләргә иһә, Шәйехзада Бабич әйткән “Һәр ауылдың да була киң ат сабыш майҙандары. Йәшәһен беҙҙең халыҡтың милли был байрамдары” тигәнде йөпләргә генә ҡала.
...Марттың аҙаҡҡы ун көнлөгөндә РКП(б)-ның VIII съезы үтә. Унда фекерләшкән байтаҡ мәсьәләләр араһында урта хәлле крәҫтиәндәргә мөнәсәбәт айырылып тора, сөнки совет власының ауыл ерендә бойомға ашырған сәйәсәте ер менән көн иткән халыҡта етди ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Разверстка, реквизиция, һәр төрлө һалымдар – йәнде өшөткән, һарыуҙы ҡайнатҡан төшөнсәләр. Ниндәй генә ҡанһыҙ саралар күрелмәһен, крәҫтиәндәрҙән ашлыҡ тартып алыу пландары үтәлмәй. 1919 йылдың мартына 260 миллион бот тигәндең 90 миллионы ғына дәүләт келәттәренә инә. Продразверсткаға ризаһыҙлыҡ белдереп, Себер, Пенза, Урал, Ырымбур, Ҡазан губерналары крәҫтиәндәре ихтилал күтәрә.
Хәлдең ҡатмарлы булыуы сәбәпле, ВЦИК 9 апрелдә урта хәлле крәҫтиәндәрҙе Ғәҙәттән тыш революцион һалымдан азат итә. Шул уҡ көндө Совнарком губерналарҙағы ер бүлектәренә халыҡтың ерен ихтыярһыҙлап тартып алыуға юл ҡуймаҫҡа ҡуша. Ошо бойороҡта “Крәҫтиәндәрҙең ерҙе күмәкләп эшкәртеүгә күсеүе һәм хужалыҡты ойошоп алып барыуҙың бүтән төрҙәре фәҡәт ирекле нигеҙҙә генә ғәмәлгә ашырыла” тип әйтелә. Һәйбәт тезис, әммә 30-сы йылдар башында, колхоздар ойоштороу ваҡыты еткәс, ул онотола. Әйткәндәй, ВЦИК-тың 25 апрелдәге “Натуралата һалымды йыйған саҡтағы ташламалар” тураһындағы декреты менән урта хәлле крәҫтиәндәр 1918 йыл уңышынан натуралата һалым түләүҙән азат ителә. Ошо ваҡытта сығарылған бүтән декреттар ҙа урта хәлле крәҫтиәндәргә ҡарата сәйәсәттең үҙгәреүен сағылдыра.
12 апрелдә идара иткән фирҡә өсөн оҙайлы идеологик ҡорал буласаҡ өмә хасил була. “Ҡыҙыл шәмбе”, “коммунистик субботник” тигән атама менән был ғәмәл тиҫтәләрсә йылдарға ижтимағи тормош тарихына инеп ҡала. Мәскәү-Сортировочная депоһында ойошторолған өмәне, бәлки, үҙе бүрәнә күтәрешеп йөрөгәнгәлер, В.И. Ленин “бөйөк башланғыс” тип атай. Йәғни ирекле хеҙмәт түләүһеҙ-ниһеҙ генә булырға тейеш. Ошоно раҫлағандай, 12 апрелдә, шәмбегә ҡараған төндә, Мәскәү–Ҡазан тимер юлының әле әйтелгән депоһында ун биш эшсе ун сәғәт эсендә өс паровозды ремонтлай.
Совет власы үҙ хакимлығын нығытыу һәм уны һаҡлау сараларын күрә. Халыҡ комиссарҙары советының 3 апрелдәге декреты менән совет эшсе-крәҫтиәндәр милицияһының ғәмәлдәре, ойоштороу принциптары һәм идара итеү аппаратының структураһы аныҡлана. 2 апрелдә француз ғәскәрҙәре Одессанан китә башлай, ә 6 апрелдә ҡалаға совет ғәскәрҙәре инә. Ай аҙағында Ҡыҙыл Армия частары Ҡырымды ала.
Ил эсендәге тормошҡа килгәндә, 11 апрелдә ВЦИК ҡарары менән Эске эштәр халыҡ комиссариаты составында “Ихтыярһыҙлап эшләтеү лагерҙарының баш идаралығы” (ГУЛАГ) булдырыла. Был ләғин ойошманың ил тарихында, халҡыбыҙ яҙмышында ниндәй эҙ ҡалдырыуы тураһында хәҙер ҡәһәтләнеп хәтергә алабыҙ. 17 апрелдә РКП(б) үҙәк комитетының ҡарары менән айырым тәғәйенләнештәге частар (ЧОН) булдырыла. Хәрби-партизан отрядтары рәүешендәге әлеге ғәскәр контрреволюцияға ҡаршы көрәштә совет власы органдарына ярҙам итергә тейеш булып сыға, әммә ул 1924 – 1925 йылдарҙа таратыла.
Һәм, ниһайәт, ай аҙағында М.В. Фрунзе ҡулы етәкселегендәге Көнсығыш фронтының көньяҡ төркөмө А.В. Колчак ғәскәрҙәренә ҡаршы контрһөжүмен башлай. Дошман, Боғорослан менән Бөгөлмәне, ә май уртаһына Бәләбәйҙе ҡалдырып, сигенергә мәжбүр була.
Ҡайһы саҡ аҡрыная төшһә лә, тормош ағышы туҡтау белмәй. Заман елдәре берсә көсәйеп, икенсе ҡарауға – һүрелеп, ғүмер баҡый иҫә тора.